20.09.2013 Һуғыш асам тип күп ҡысынма, илеңә ҡайтыр
Тиҙҙән Рәсәйҙә һайлау ваҡытын йәкшәмбенән эш көнөнә күсереүҙәре ихтимал. Кремлдә ултырыусылар ошо хаҡта уйлана башлаған. Мәҫәлән, тауыш биреү шишәмбе йә шаршамбыла ойошторолһа, һайлаусылар тәғәйен участкаларына күберәк киләсәк. Рәсәй Юғары иҡтисад мәктәбе политологы Леонид Поляков та шундай фекерҙе яҡлай. Уныңса, һайларға мөмкин булған ваҡытты ла оҙонайтырға кәрәк. Иртәнге алтынан киске сәғәт унғаса һуҙылһа, яҡшы, ти ул. Әле ошо мәсьәлә буйынса теләк-тәҡдимдәр йыйыла икән. Белеүегеҙсә, һуңғы һайлауҙарҙа (властар бигерәк тә Мәскәү мэрын һайлауҙа халыҡтың ҡатнашыу кимәлен күҙ уңында тоталыр) тауыш биреүселәр һаны әллә ни күп булманы.
Ә ошо көндәрҙә Дәүләт Думаһының бинаһын ныҡ һаҡларға тура килде. Шишәмбене әйтәм. Был көндө депутаттар Рәсәй Фәндәр академияһында реформа үткәреү хаҡындағы закон проектын ҡарағайны. Шул ваҡытта реформаға ҡаршылар парламентты штурмламаһын, тип һаҡ ҡуйылды ла инде. Хәбәр таралғайны шул. Бина янында 150-ләп кеше йыйылған. Ҡулдарына Рәсәй фәне өсөн матәмде белдергән ҡәнәферҙәр тотоп килгәндәр. Пикетта ҡатнашыусы академик Валерий Рыбаков һүҙҙәренсә, әгәр закон проекты ҡабул ителеп, академия институттары хөкүмәт ҡарамағындағы органға тапшырылһа, был Рәсәй Фәндәр академияһының 300 йыллыҡ тарихының ахыры буласаҡ.
Матәм тигәндән, бөгөн АҠШ-та өс көнгә һуҙылған ҡайғы көндәре тамамлана.
Тағы аттылар…
АҠШ-та аҙна башында Вашингтондағы Адмиралтействола бер әҙәмдең 12 кешене атып үлтереүе хаҡында хәбәр таралды. Енәйәтсе Хәрби-диңгеҙ көстәренең элекке хеҙмәткәре булып сыҡҡан. Уны 2011 йылда эшендәге тәртипкә буйһонмағаны өсөн флоттан ебәргәндәр. Аарон Алексис атлы 34 йәшлек ирҙең бер ғәйепһеҙ кешеләргә һөжүм итеү сәбәптәре әлегә асыҡлана, уның үҙен полиция атҡан, ә булыуы ихтимал булған тағы бер ҡораллы “көрәштәше” тотолмаған. Алексис бинаға йылға яҡын административ отпускыла булған икенсе бер хеҙмәткәрҙең документы буйынса ингән. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, ир психик сиргә һабышҡан, уға ниндәйҙер тауыштар “ишетелгән”. Хәҙер, енәйәтсе лә үлтерелгәс, быны сурытып тороуҙың мәғәнәһе юҡ.
Әлбиттә, бер ғәйепһеҙ кешеләрҙең үлеме ҙур фажиғә, әммә АҠШ-тың яҡшы һаҡланған объектында шундай хәл булыуы аптырата. Баштан-аяҡ һәйбәт ҡоралланған ир (уның AR –15 штурмлау винтовкаһы, “дробовигы” һәм пистолеты булған) бинаның кафеһында ултырған кешеләргә ут асҡан. Хәрби ведомствоға шулай еңел генә үтеп йөрөп булғас, башҡа урындар тураһында һөйләп тороу ҙа кәрәкмәй.
Ғөмүмән, был аҙнала Аҡ йорттоң да хәүефһеҙлек хеҙмәтенә эш күп булған. Тәүҙә атыш тауыштары ишетелә, тип дәүләттең юғары вазифалы хеҙмәткәрҙәренең бөтөн ишектәрен томалап сыҡҡандар, аҙағыраҡ биләмәгә ҡойма аша бер ирҙең петарда ырғытыуы, үҙенең тотолоуы хаҡында әйткәндәр.
Һуңғы ваҡытта бер туҡтауһыҙ Сүриәгә һуғыш менән янаған Американы Аллаһ шулай иҫкәртергә булдымы инде. Был ил граждандары үҙҙәрен-үҙҙәре ҡырырға әүәҫләнеп китте. Түбәндәге исемлектә лә Ҡушма Штаттар йыш телгә алына.
2011 – 2013 йылдарҙа тыныс шарттарҙа кешеләрҙе күпләп үлтереү осраҡтары
2011 йыл
8 ғинуарҙа АҠШ-тың Тусон ҡалаһында Конгресс ағзаһының халыҡ менән осрашыуында күмәк кеше араһынан килеп сығып, психик сирле (аҙаҡтан билдәле була) бер ир ҡорал тәтеһенә баҫа. Алты кеше үлә, 13-ө яралана.
21 ғинуарҙа Рәсәйҙең Ставрополь ҡалаһында Роман Губарев атлы бер енәйәтсе, Макаров пистолеты һәм бысаҡ менән ҡоралланып, һигеҙ кешене һәләк итә. Әле ул ғүмерлеккә төрмәгә ябылған.
7 апрелдә Бразилияның бер мәктәбендә 23 йәшлек егет 12 баланы атып үлтерә, 11 баланы яралай.
9 апрель. Нидерландтың баш ҡалаһы Амстердамда сауҙа үҙәгендә алты кеше атып үлтерелә.
2 июндә Американың Аризона штатында 73 йәшлек енәйәтсе ҡала буйлап кешеләрҙе атып йөрөй. Бишәү үлә, берәү йәрәхәтләнә.
7 июль. Мичиган штатында ла берәү урамда ете кешене үлтерә.
22 июлдә Норвегияның баш ҡалаһында Андерс Брейвик ике теракт яһай. Тәүҙә хөкүмәт биналары янында уның тарафынан автомобилгә ҡуйылған бомба шартлай, шунан ул полиция кейемендә Утейя утрауындағы йәштәр лагерында ут аса. Һөҙөмтәлә бөтәһе 77 кеше һәләк була.
7 август. Огайо штатында ғаилә ғауғаһында ир биш кешегә ата. Тағы ла был фажиғәгә шаһит булған ике күршеһен үлтерә.
13 октябрь. Калифорнияның Сил-Бичстали ҡалаһында матурлыҡ салонында бер әҙәм һигеҙ кешене атып үлтерә, өсәүһен яралай.
2012 йыл
5 ғинуарҙа Нигерияла бер нисә ҡораллы кеше сиркәүгә һөжүм итеп, алты дин әһелен үлтерә, унауһын яралай.
19 мартта Францияның бер йәһүд уҡыу йортонда ла фажиғә була. Бында енәйәтсе дүрт кешене, шул иҫәптән өс баланы атып үлтерә.
2 апрелдә АҠШ-та йәшәүсе Көньяҡ Корея кешеһе университет аудиторияһында ете кешенең ғүмерен өҙә.
20 июлдә АҠШ-тың Колорадо штатында Бэтмен тураһындағы яңы фильмдың премьераһында залға противогаз кейеп ингән енәйәтсе тәүҙә газ ебәрә, аҙаҡ ата. 12 кеше үлә, 58-е йәрәхәтләнә.
30 июлдә Колумбияла һәүәҫкәр футболсылар матчында ҡораллы билдәһеҙ әҙәм биш тамашасыны атып үлтерә.
2 августа Афғанстандың бер ҡалаһында полиция офицеры ауыл халҡына ут аса, 11 кеше урында уҡ һәләк була, йәнә алтыһы дауаханала йән бирә.
Ошо уҡ илдә 4 августа ике микроавтобус кешегә ҡораллы енәйәтселәр һөжүм итә. Алтау үлә.
5 августа АҠШ-тың Милуоки ҡалаһында сикх ҡорамына ғибәҙәт ҡылырға килеүселәрҙән алты кеше енәйәтсе ҡулынан һәләк була, 20-һе төрлө яралар ала.
7 ноябрҙә Мәскәүҙә фармацевтика фирмаһы юрисы Дмитрий Виноградов хеҙмәттәштәренә ата. Ҡорбандар һаны – алтау. Был енәйәтсе ғүмерлеккә хөкөм ителде.
14 декабрь. АҠШ, Коннектикут штаты. 20 йәшлек Адам Ланза мәктәптә 28 кешенең ғүмерен өҙә. Унан алда өйҙә атаһын үлтергән була.
2013 йыл
9 апрелдә Сербияның бер ауылында 13 кеше 62 йәшлек ирҙең ҡорбаны була.
22 апрель. Рәсәй, Белгород. “Охотник” магазинына BMW автомобилендә бер ир килеп туҡтай ҙа урамда, магазин эсендә атыш ойоштора, алты кешенең йәне ҡыйыла.
Исмаһам, шуныһы күңелгә бер аҙ еңеллек бирә – был енәйәтселәрҙең барыһы ла тиерлек полиция тарафынан эҙәрлекләнгән саҡта теге донъяға оҙатылған.
Ә был ваҡытта…
Беҙҙең илдә атыш тауыштары айырым-асыҡ йыш ишетелмәһә лә, аҫтыртын һуғыш дауам итә. Күршеләр менән.
Рәсәй менән Белоруссия алҡымға-алҡым килергә маташа. Барыһы ла ашлама арҡаһында.
Хәтерегеҙҙәлер әле, ай самаһы элек Украина менән өнһөҙ генә һуғыш булып алғайны. Уларҙың тауарын беҙҙең таможня хеҙмәткәрҙәре сик буйында ныҡ тикшереүгә дусар итеүен әйтәм. Сифатһыҙ продукция индермәһен үҙҙәре.
Хәҙер сират – Белоруссияға. Был республикала “Уралкалий” йәмғиәтенең генераль директоры, бер үк ваҡытта “Белоруссия калий компанияһы”ның күҙәтеүселәр советы башлығы Владислав Баумгертнер августа ҡулға алынғайны. Ни өсөн, тиһегеҙме? Белоруссияның Тәфтиш комитетынан белдереүҙәренсә, “Уралкалий” башлығы һәм уның “әшнәләре” оҙайлы ваҡыт “Беларуськалий” предприятиеһын калий ашламалары баҙарынан ҡыҫырыҡларға план ҡорған. Һөҙөмтәлә белорустарға 100 миллион доллар зыян килтерелгән.
Беҙҙең тарафтан, әгәр күршеләр Рәсәй гражданын иреккә сығармаһа, Белоруссия иҡтисадына һиҙелерлек юғалтыу яһаласаҡ, тигән һымағыраҡ талап булғайны-булыуын. Шул иҫәптә беҙҙән нефть һатыу күләме кәмеүе, белорус һөт продукцияһын, сусҡа итен алмауыбыҙ тураһында ла әйтелгәйне шикелле. Шулай ҙа әле бер ниндәй ҙә “блокада” юҡ. Әммә, хәбәрҙәргә ышанһаң, Минскиға Рәсәйҙең “Газпром”ы башлығы Алексей Миллер, Һаҡлыҡ банкы етәксеһе Герман Греф, ”Рәсәй нефте”нән Игорь Сечин һәм башҡа шундай йоғонтоло әфәнделәр барып ҡайтҡан. Бәлки, “Уралкалий” башлығының ҡулға алыныуы Белоруссияла Рәсәй бизнесының ҡыҫыласағына ишаралыр?
Баумгертнер әфәндене ҡулға алғандан һуң Беларусь икенсе бер Рәсәй миллиардеры, “Уралкалий”ҙың төп акционеры Сөләймән Кәримовҡа ябырылды. Сөнки олигарх, үҙен был республикала төп башына ултыртырға самалауҙарын тоҫмаллап, тиҙ генә активтарын ала һалған. Хоҡуғы булғанмы? Әлбиттә. Артабан ниҙәр булырын сәйәсмәндәр яҡшы беләлер, сөнки был тап сәйәси аҙым, буғай. Һәр хәлдә, Белоруссия башлығы Лукашенконың беҙҙең яҡҡа ҡарата сираттағы ҡәнәғәтһеҙ ҡарашы һиҙелеп тора.