«Йәшлек» гәзите » Сәйәсәт » Демократия көнө менән!



13.09.2013 Демократия көнө менән!

РФ Дәүләт Думаһында көҙгө сессия башланды. Ултырыштар ярайһы ҡыҙыу булмаҡсы. Пленар ултырыштың беренсеһендә үк “Ғәҙел Рәсәй” партияһы етәксеһе Сергей Миронов, Рәсәйҙең мәғариф һәм фән министры Дмитрий Ливановты эшенән ҡыуырға кәрәк, тип белдергән. Шундай “сағыу” ғына сығыштар күп булыр әле ул. Иң мөһим эштәрҙең береһе – киләһе йылға һәм алдағы өс йылға федераль бюджет ҡараласаҡ.
Дәүләт Думаһына һайлауҙар, интернет селтәрендә пираттарға ҡаршы ҡануниәтте боҙоусыларға штраф күләме, 2014 йылдан Торлаҡ кодексына коммуналь хеҙмәттәргә түләү хаҡының максималь индексын теркәү, транспорт сараларын дәүләт теркәүе ҡағиҙәләрен боҙоуға бәйле язаны киҫкенләштереү (штраф 10 мең һумға тиклем булыуы ихтимал), “пенсия формулаһы”н индереү, мәҙәниәт тураһында закон проекттары, төҙәтмәләргә бәйле уҡыуҙар күҙалланған. Бынан тыш, планда мотлаҡ Сүриә тирәләй хәл буйынса фекер алышыуҙар, ҡарар сығарыуҙар бар.
Әйткәндәй, Сүриә буйынса Рәсәй тәҡдим индергәйне, уны “теге” яҡ та, “был” яҡ та аҡыллы тәҡдим булараҡ ҡарай. Рәсәйҙең сит ил эштәре министры Сергей Лавров, Сүриәнең химик ҡоралын халыҡ-ара күҙәтеүгә тапшырырға, тигән тәҡдим менән сығыш яһағайны. Теге яҡ тигәнем, АҠШ, әгәр ошо талап үтәлһә, ракета һөжүме яһамаясаҡ.

Ышанырға ярамай,
тикшерергә кәрәк…

АҠШ президенты Барак Обама, һуғышһыҙ ғына мәсьәлә хәл ителһә, яҡшы, тип ҡуйҙы-ҡуйыуын. Әммә уның янында өйрөлөп йөрөүселәрҙән бер төркөм Сүриәгә һуғыш менән барыуҙы көтә. Республикандар партияһынан сенаторҙар Джон Маккейн менән Линдси Грэм әфәнделәр Рәсәйҙең тәҡдимен инҡар итмәксе. Конгресты ла шуға өндәйҙәр. “Бәшәр Асад ҡулынан ҡеүәтле ҡоралды алыр­ға кәрәк”, – ти улар. Һәм Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Хәүефһеҙлек советына был турала резолюция бирергә, аҙна эсендә шул резолюция өсөн Рәсәйҙән ризалыҡ талап итергә ынтылалар. Республикандар АҠШ Конгресында әҙ. Күпселекте тәшкил иткән демократтар хәрби хәрәкәт өсөн тауыш биреүҙе кисектереп торорға булған.
Халыҡҡа телевидение аша мөрәжәғәтендә Барак Обама АҠШ-тың Сүриәләге граждандар һуғышына ҡыҫылмаясағын әйтте лә, шунда уҡ бер аҙ һөжүм яһаясаҡтарын да белдерҙе. Америка ғына Бәшәр Асадты туҡтата ала, имеш. Әйтерһең дә, Асад ҡына һуғыш алып бара.
Сүриәнең сит ил эштәре министры Вәлит Муаллем Рәсәй тәҡдимен хуплауын белдергән. Лондонда ла риза булғандар. Франция, һәр ваҡыттағыса, “мөмкин, тик…” кеүегерәк шиген белдергән. Евросоюз, Иран, Украина Рәсәй яҡлы. Американдар ғына тәүҙә скептиктарса ҡараған. Обаманың, Рәсәй тәҡдиме – позитив, тигәнен көттөләр, ахыры. Ә Обама тап шулай тине лә ул. Уға ла ышаныс юҡ.
Сүриә властары илдәге химик ҡорал тотол­ған урындарҙы халыҡ-ара контролгә бирергә, боеприпастарҙы юҡ итеүгә ҡаршы түгел. Асад яҡлылар, ҡорал ҡулланылманы, ти. Ә оппозиция әлеге ниәт менән килешмәй. Сәбәбе ниҙәлер инде, һуғыш көҫәүҙәре шулмылыр…
Тап ошо көндәрҙә Рәсәй үҙебеҙҙең илдәге химик ҡорал запасын кәметеү буйынса ҙур эштәр башҡара. Киров өлкәһендәге “Марадыковский” объектында һаҡланған ҡоралды ваҡытынан алда юҡ итеү планы үтәлгән. Бында, дөйөм алғанда, 6000 тоннанан ашыу (һаҡланған ҡоралдың 98 проценты) ағыулы матдә утилләштерелгән. Рәсәйҙә химик ҡоралдың 76 проценты бөтөрөлгән.
Ҡорал тигәндән, Рәсәй Оборона министрлығының тағы бер “революцион” аҙымы хаҡында тап ошо урында яҙып китеү дөрөҫөрәк булыр.

Бер йыл казарма,
икмәк-тоҙлоҡ аҡса йәки ике йыл, 35 мең һум һәм уңайлы фатирмы?

Ведомство генералдары “Хәрби бурыс һәм хеҙмәт тураһында” законға үҙгәрештәр индерергә ниәтләй. Был кисәге студенттарға ҡағыла. Әгәр Дума закон проектын хуплап, ҡабул итһә, вуз тамамлаусыға һайлау мөмкинлеге биреләсәк: йә хеҙмәткә саҡырылып, бер йылға китә, йә ике йыл контракт буйынса хеҙмәт итә.
Сағыштырып ҡарайыҡ – әрмегә саҡы­рылыу­сы һалдат, халыҡ теле менән әйткәндә, һалдат-срочник казармала йәшәй, “увольнение”ға һирәк ебәрелә, айына ике мең һум эшләһә ярай әле. Ә һалдат-профессионал ятаҡта йә фатирҙа йәшәй, хеҙмәттән буш ваҡытын үҙ аллы үткәрә, айлыҡ түләү уртаса 30 – 35 мең һумға барып баҫа. Бындай эш хаҡын “гражданка”ла вузды яңы ғына тамамлаусылар алмай тиерлек. Өҫтәүенә, министрлыҡ хеҙмәт итеүселәргә беренсе контрактҡа ҡул ҡуйғас та “әрме ипотекаһы”на ҡушылыр­ға рөхсәт итеү тураһында уйлана.
Әле ғәмәлдә булған ҡануниәттә яҙылыуынса, “контрактник” өс йылдан да кәм хеҙмәт итергә тейеш түгел. Шуға дипломлылар күберәк бер йыллыҡ ғәҙәти хеҙмәтте һайлай. Оборона министрлығында билдәләүҙәренсә, әгәр контрактты бер йылға ҡыҫҡарт­һалар, әрме сафы квалификациялыраҡ һалдаттарға тулыланасаҡ. Парламентарийҙарға уйланырға урын бар.
Ошо айҙа йәнә бер тәжрибә үткәрелеүе ихтимал – Сергей Шойгу башланғысы менән вуз студенттары уҡыуҙан артыҡ өҙөлмәй генә, этап буйынса хеҙмәт итә аласаҡ. “Бүлеп хеҙмәт итеү” (“служба в рассрочку”) схемаһы тип атала инде был “эш”. Яңылыҡты һынау өсөн тәүҙә илдең ун юғары уҡыу йорто һайлап алынасаҡ.
“Обороналаусылар” беҙҙе йыл дауамында тағы ниҙәр менән аптыратыр? Ваҡыт бар әле.

Сентябрь. Рәсәйҙә ысын оппозиция “тыуҙы”

Беләһегеҙҙер, 8 сентябрҙә Мәскәүгә башлыҡ һайланылар. Тауыш биреүҙәрҙең һуңғы һөҙөмтәһе буйынса мэр булып Сергей Собянин һайланды. Баш ҡаланың һайлау комиссияһынан хәбәр итеүҙәренсә, ул 51,37 процент тауыш йыйған. Собяниндың төп дәғүәсеһе тип алдан уҡ Алексей Навальныйҙы билдәләп ҡуйғайнылар. Был әфәндене бөтөн һайлаусыларҙың 27,24 проценты хуплаған. Навальный яҡлылар билдәле Болотный майҙанына митингыға ла сыҡты. Ошонда Рәсәйҙә ысын оппозиция тыуыуы хаҡында белдерҙеләр ҙә инде. Теүәлерәге, был турала Алексей Навальный үҙе әйтте. Уның һүҙҙәренсә, һайлау алды кампанияһында илдә күпселек мәнфәғәттәре өсөн көрәшеүсе сәйәси хәрәкәт барлыҡҡа килгән. Мэр һайлауҙарында Навальныйға һәр өсөнсө һайлаусы тауыш биргән. Был, кандидат фекеренсә, ҙур еңеү. Бындай һөҙөмтә Мәскәү оппозиционерҙарында һуңғы 20 йылда бөтөнләй булмаған. Ул башҡа оппозиция партиялары вәкилдәрен үҙе менән хеҙмәттәшлек итергә саҡыра.
Митинг ҡала властарының ризалығы менән үткәрелгән. Әммә ойоштороусыларға штраф һалыныуы мөмкин, сөнки килешеү буйынса сара 2,5 мең кешегә иҫәпләнгән. Ә полиция ете мең кешене һанаған, оппозиционерҙар үҙҙәре Навальныйҙы хуплау акцияһына 10 меңләп “көрәштәш”е килеүен белдерә. Митингыла һайлауҙың икенсе турын үткәреүҙе талап иттеләр, тауыштар Собянин файҙаһына дөрөҫ һаналмаған, имеш.
Әйткәндәй, беҙҙең республиканың ут күршеһе Екатеринбургта ла ҡалаға башлыҡ һайланды. Еңеп сыҡҡан “Граждан платформаһы” партияһы вәкиле Евгений Ройзман уңышына ҡыуанырға ла өлгөрмәгән – уны Тәфтиш комитеты саҡыртып алған. Ройзман әфәнде шаһит булараҡ кәрәккән, имеш. Әммә аныҡ ҡынаниндәй эш буйынса икәнлеген тәүҙә белмәгән, ти. Баҡһаң, өп-өр яңы мэр бер училищелағы тәфтиш эштәренә аяҡ салып маташҡан. “Һеҙ хәҙер халыҡ өсөн өлгө булып торорға тейеш”, – тип иҫкәрткән полиция хеҙмәткәрҙәре Ройзманды.

Ә был ваҡытта…

Халыҡ-ара демократия көнөн ҡасан билдәләгәндәрен беләһегеҙме? 15 сентябрҙә ул. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының генераль ассамблеяһы 2007 йылда ошо датаны булдырып, дәүләттәргә донъялағы демократик торошҡа иғтибар итергә кәрәклеген аңғартҡан.
Йәмәғәт, эргә-тирәгеҙҙә демократияны тояһығыҙҙыр ул? Был һүҙ боронғо гректар­ҙан килә һәм “халыҡ”, ”власть” тигәнде аңлатып, ябай телгә күсерһәк, “халыҡ власы” килеп сыға. Тимәк, һорауҙы яңынан бирергә була – “Эргә-тирәгеҙҙә халыҡ власын тояһығыҙмы?”
Демократия төшөнсәһен, халыҡтың фекерен иҫәпкә алып ҡарар сығарыу алымы булған сәйәси тәртип, тип аңларға кәрәк. Кеше сәйәси, иҡтисади, социаль, экологик һәм технологик бәхәстәрҙә үҙенең нимә уйлағанын әйтә алһа, талап итһә, теге йәки был ҡарарҙы сығарыуҙа ҡатнашһа, һөҙөмтәһен күрһә, халыҡ власы эшләй тигән һүҙ.
Быйылғы датаның лозунгыһы – “Демократия өсөн яңы тауыштар”. Шулай булғас, әйҙә, алға, ил, төбәк үҫеше өсөн файҙалы идеяларың бар икән, ауыҙ эсенән мөңгөрләмә, башҡаларға еткер. Тик шуныһы – үҙеңде оппозицияла тип уйламаһындар өсөн тырыш. Беҙҙең власть фекеренсә, оппозиция демократия эргәһендә йөрөмәй.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға