19.07.2013 Иҡтисад үҫһә лә ҡыйын, илеңде ситтәр баҫа
Мәскәү янында мең ярым мигранттың йәшерен ятаҡта йәшәп, эшләп ятыуын әйт әле һин. Шуға бәйле яңылыҡты уҡығанда уҡ хайран ҡалаһың: ”Полиция хеҙмәткәрҙәре Мәскәүҙең төньяҡ-көнбайышында көнкүреш ҡаласығы тапҡан…” Әйтерһең дә, ул ҡаласыҡ боронғоларҙан ҡалған аманат һәм уны соҡоп сығарғандар. Ә ошо ятаҡ төҙөлгәндә урындағы етәкселек нимә ҡараған? Ҡыҙыҡ бит – рейдҡа сыҡмай тороп, законһыҙ төҙөлгән ятаҡтың барлығын да белмә-ишетмә, имеш.
Ятаҡтың һәр бүлмәһендә антисанитар шарттарҙа унлап кеше йәшәгән, дүрт-биш ҡатлы карауаттарҙа йоҡлап йөрөгән. Етмәһә, һаҡсылары ла булған әле – ишек төбөндә өс Үзбәкстан кешеһе торған. Теп-теүәл 1684 мигрант тотолған. Улар беҙҙең илдә законлы йәшәй тип уйлайһығыҙмы? Тағы кемдәр, ҡайҙан килеп ҡасып йәшәп ята икәнен кем әйтер? Уларҙың ни ҡылғанын кем белә? Бәлки, ҡот осмалы сир тараталарҙыр? Мәскәү бит илебеҙҙең баш ҡалаһы.
Алда Мәскәү…
Әйткәндәй, әле баш ҡалаға ысын хужа һайлауға әҙерлек буйынса эштәр гөрләп бара. Ошо көндәрҙә был посҡа кандидаттар күрһәтеү тамамланған. Билдәле булыуынса, мэр булырға 40-лап кеше теләк белдергән. Әммә, иләктән үтә торғас, күптәре тороп ҡалған. Хәҙер һайлауҙа экс-мэр, үҙ-үҙен күрһәтеүсе Сергей Собянин, оппозиционер, ПАРНАС ойошмаһынан тәҡдим ителгән Алексей Навальный (ул әле ”Кировлес” йәмғиәтенә ҡағылышлы енәйәт эше буйынса судҡа саҡырылып, хөкөм сығарыуҙы көтә), “Яблоко” фирҡәһе башлығы Сергей Митрохин, ”Ғәҙел Рәсәй”ҙән Николай Левичев, ЛДПР-ҙан Михаил Дегтярев, Коммунистар партияһынан Иван Мельников көс һынашасаҡ.
Уларҙың программаһының берәр һөйләмен генә алғанда ла, ҡайһыһын һайлаһаң да, шәп һымаҡ күренә. Мәҫәлән, Навальный әфәнде “легаль булмаған мигранттар һанын ҡыҫҡарта”, Дегтярев, шуға өҫтәп, “Мәскәү башлығы Мәскәүҙә, Тверь урамы, 13-тә йәшәп, Мәскәү һауаһын һуларға, Кремлгә йәйәү йөрөргә тейеш… Балалар баҡсаһында, мәктәптә 70 процент балалар рус милләтле булырға тейеш” тиһә, Сергей Митрохин “Мәскәүҙе Европаса баш ҡалаға әүерелдереп, мәғарифҡа, һаулыҡ һаҡлауға, торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың һөҙөмтәле эшенә инвестициялар һалырға” әҙер. Ә Сергей Собянин күп ниәттәре араһынан тәү сиратта “юл селтәрен ҙурайтырға, парктар төҙөргә, поликлиникалар һанын арттырырға” иҫәп тота, Мельников әфәнденең дә уйҙары матур – уның маҡсаттары араһында “социаль торлаҡ төҙөү күләмен киңәйтеү” тора. Левичев үҙ программаһында мэрҙы мәскәүҙәр ихтыяжын федераль кимәлдә яҡлай алырлыҡ кеше итеп күрә… “Баш ҡала халҡы Мәскәү Кремленә иркен инеп йөрөргә тейеш” тип иҫәпләй.
Мәскәүҙәр беләлер әле кемде мэр итергә.
Киләләр, сөнки
иҡтисад үҫә
Рәсәйҙең иҡтисади хәл-торошо донъяла иң яҡшылар рәтендә. Илдең Һаҡлыҡ банкы башлығы Герман Греф үҙе әйткән. Аҡсаның ояһында ултырғас, ул белә торғандыр. Ошо һүҙҙәре менән Греф әфәнде беҙҙе, дефолт булмай, тип йыуатҡан. Уныңса, Рәсәйҙең дәүләт бурысы эске тулайым продуктҡа ҡарата 10 проценттан да түбән. Ҡайһы бер Европа илдәрендә был күрһәткес 100 процентҡа етә. Беҙҙең һумға ла бер ниндәй ҡурҡыныс янамай, сөнки Үҙәк банкының алтын резервында 0,5 триллион доллар ята һәм был бик ышаныслы күләм икән. Шулай ҙа милли валюта хаҡы бер аҙ “һелкенеп” алыр, моғайын. Әммә шуныһы ла бар – доллар курсы 33 һумға етһә лә, халыҡ хөкүмәткә ышаныс күрһәтте һәм аҡсаһын күпләп долларға әйләндерергә йыйынманы. Көрсөк беҙгә килеп етмәҫ.
Бөгөн Рәсәй донъяла, АҠШ, Ҡытай, Һиндостан, Япониянан ҡала, ҡеүәтле иҡтисадҡа эйә ил һанала. Бынан һигеҙ йыл элек кенә беҙ һигеҙенсе урында инек, ә 2012 йыл һөҙөмтәләре буйынса эске тулайым продукт (ВВП) 3,38 триллион долларға еткән.
Әлбиттә, тышҡы янауҙар бар. Мәҫәлән, Ҡытайҙың иҡтисадында ауыр хәл – икенсе кварталда үҫмәгән. Был илдең беҙҙең өсөн ниндәй роль уйнағанын иҫәпкә алһаҡ, тынысланыу ҙа ҡурҡыныс. Нимә кейербеҙ, ни ашарбыҙ, тигәндәй. Шулай булғас, әллә мигранттар булһын да ҡуйһынмы икән? Эшләргә үҙебеҙҙекеләр етмәһә. Әйҙә, килһендәр, ер аҫтында булһа ла йәшәһендәр, тик беҙгә төҙөһөндәр, кейем текһендәр, беҙгә ашарға әҙерләһендәр.
Федераль миграция хеҙмәте башлығы Константин Ромодановский белдереүенсә, һуңғы ярты йылда Рәсәйгә 10 миллион мигрант ингән. Тимәк, был, тигән етәксе, беҙҙә иҡтисадтың үҫеше хаҡында һөйләй. Аңлашыла инде, аҡса булмаған ергә кеше килмәҫ ине. Үҙҙәрендә хәл киҫкендер. Ошо урында яҡшы хеҙмәт хаҡы эҙләп Себергә, төньяҡ төбәктәргә, ҙур ҡалаларға сығып киткән Башҡортостан кешеләре барлығын да онотмаҫҡа кәрәк. Улар барған урындарында гастарбайтер инде, тигәйне бер ағай.
Килеп-китеп йөрөүсе мигранттар миллионлаған, ә илдә даими йәшәүселәре 800 мең тирәһе. Әле Мәскәү хакимиәте башлығына кандидат, элекке мэр Сергей Собянин майҙа “Московские новости” гәзитенә биргән интервьюһында, Урта Азиянан килеүсе мигранттарҙы Мәскәүҙә даими йәшәтмәҫ инем, тигән кеүегерәк фекерен әйткәйне. Ундай гастарбайтерҙарға, русса насар белгәнлектән, баш ҡала мөхитенә яраҡлашыу ауыр, уларҙың мәҙәниәте бөтөнләй икенсе, үҙҙәренең илендә генә йәшәһендәр ҙә ҡуйһындар. Шулай тигән. “Миҙгелле эштәргә күберәк йәлеп ителгән был кешеләргә ғаиләһенә, йорттарына ҡайтып китеү яҡшыраҡ”, – тип, Сергей Собянин Мәскәүҙе Рәсәй ҡалаһы ғына итеп күргеһе килеүен һис тә йәшермәй. Уның ҡытай йә үзбәк ҡалаһы булмауын белдерә һәм ҡунаҡтарға һәр саҡ шат булыуын да әйтә.
Дөйөм алғанда, мигранттар темаһы – ҡатмарлы, үтә яуаплы тема. Әле ҡасан ғына тап Мәскәү тирәһендә сит илдән килгән “ҡара эшселәр”ҙең землянкаларын тапҡайнылар. Урта Азия кешеләре үҙ белдектәре менән ҡаҙымағандыр бит Мәскәү ерен, кемдер берәү, урындағы бәләкәй түрә ҡыҫылмайынса булмаҫ. Эш биргәс, йәшәү урыны менән ҡыҙыҡһынырға тейештер инде етәксе. Закон, кем әйтмешләй, барлығын-бар ҙа, бар, тип әйтер өсөн генә, буғай.
Ә был ваҡытта…
Үрҙә Европаның ҡайһы бер илдәрендә дәүләт бурысының артыҡ ҙур булыуы телгә алынғайны. Шул ҡайһы берҙәр иҫәбенә, моғайын, Греция киң аҙымдар менән инәлер. Бында тағы дөйөм халыҡ протестары башланды. Был юлы хөкүмәттең дәүләт секторынан мең хеҙмәткәрҙе эштән ебәреү тураһындағы ниәтенә ҡаршы сыҡтылар. Акцияны тотош өс көнгә һуҙырға килешелде. Өс көнгә ҡалаларҙа мэриялар ябылды, тимер юлы транспортының эш тәртибе үҙгәрҙе, ҙур ҡалаларҙа демонстрациялар ойошторолдо.
Властар эш урындарын ҡыҫҡартып, халыҡ-ара кредиторҙар ярҙамына өмөт итә. Сентябрь аҙағына муниципаль полицияла меңләгән кеше резервҡа күсереләсәк, дәүләт мәктәптәре һаҡсылары иһә ошо айҙа уҡ запасҡа ебәрелә. Һуңынан уларҙың һәр ҡайһыһына яңынан аттестация үтеп, эш табырға тура киләсәк. Ә барыһы ла илгә аҡса алыу өсөн эшләнә. Яңынан-яңы реформалар үткәрәһең икән, ярҙам буласаҡ. Ошондай шарт ҡуйыла. Әле Греция 6,8 миллиард евро алыр өсөн талаптар үтәй.
Ошо көндәрҙә Греция парламенты элекке финанс министры Йоргос Папаконстантинуҙы судҡа бирергә кәңәшләште. Чиновник вазифаһынан артыҡ файҙаланыуҙа һәм ялған документтар эшләүҙә ғәйепләнә. Тап ошо әфәнде министр булғанда, ил банкротҡа әйләнә, Евросоюздан һәм Бөтә донъя валюта фондынан аҡса һорарға мәжбүр була.
Папаконстантину ғәйебен танымай, әлбиттә. Уны, йәнәһе, бөтә проблемаларҙың башына ҡуймаҡсылар. Греция халҡы аптырашта – ил етәкселеге артабан көрсөктән ҡотолор өсөн тағы ниндәй алымдарға барыр?
Әйткәндәй
Европа, ғөмүмән алғанда, аналитиктарҙы уйға һала. Эшһеҙҙәр артыр, эске тулайым продукт күләме кәмер, тигән фараздар ишетелә. “Эконом маркет” (“Markit Economics”) былай ҙа апрелдә сәнәғәт һәм хеҙмәт күрһәтеү секторындағы әүҙемлектең 15 ай буйына бер туҡтамай түбәнәйеүен белдергән. Евросоюздың 27 илендә ваҡлап һатыу күләме лә әҙәйгән. Еврокомиссия иҡтисадтың көтөлгәндән дә түбәнерәк төшөүен фаразлай. Ярайһы көслө дәүләттәр ‒– Франция, Испания, Италия, Нидерланд иҡтисады йыл дауамында рецессияла (иҡтисади үҫештең әкренәйеүе) буласаҡ. Бары Германия ғына бынан һаҡланырға һәләтле.
Ә Рәсәйҙә иҡтисади хәл яҡшы тигәс тә, был, еңел һулап, ҡулдарҙы кеҫәгә тығырға тигән һүҙ түгел. Бына Сахалин өлкәһе чиновниктары шулай итергә уйлаған да. Юҡһа ил башлығы Владимир Путин уларҙан: “Һеҙ эшләйһегеҙме, юҡмы?” – тип һорамаҫ ине. Президент был аҙнала Алыҫ Көнсығышҡа барғайны. Ул төбәкте үҫтереү буйынса ҡыш биргән күрһәтмәләре үтәлеп етмәүгә ризаһыҙлыҡ белдергән. Эштәрҙең 80 проценты эшләнмәгән икән. Сахалин донъяның энергетик үҙәге булырлыҡ потенциалға эйә, ә түрәләре ҡымшанмай ҙа. Бөгөн Путин тағы ла яңы күрһәтмәләр исемлеген әҙерләй.