12.07.2013 Берәүҙәр ҡыуырға маташа, икенселәр яңынан төҙөй, өсөнсөләр…
Бөгөнгө ҡулайлаштырыу заманында эш хаҡы кешенең иң ауыртҡан ерелер. Алдағы биш йылда дәүләт хеҙмәткәрҙәренең айлыҡ эш хаҡы 2,5 тапҡырға арттырыла. Окладтар йыл һайын күтәреләсәк. Бюджетты тулыландырыуҙа ҡатмарлылыҡтар булһа ла, Рәсәйҙең Финанс министрлығы ошолай тәҡдим индергән. Президент Владимир Владимирович Путин фарман биргән. Федераль кимәлдәге чиновниктарға ҡағыла был. Ауырттымы? Юҡтыр. Сөнки түрәләрҙекен арттырһалар, беҙгә лә өлөш сыға ул, бер нисә һумлап. Беҙ шуға өйрәтелгән.
Рәсәй статистикаһы мәғлүмәттәре буйынса, 2012 йылда федераль ведомстволарҙың үҙәк аппараттары хеҙмәткәрҙәренең уртаса эш хаҡы 72 мең 100 һум булған. Хеҙмәттәренә баһаны арттырыуҙың бер “әтнәкәһе” булмаҡсы – депутаттар “блат менән сват”лыҡты сикләргә уйлай. Дәүләт Думаһына яҡын туғандарға бергә дәүләт һәм муниципаль ойошмаларҙа эшләүҙе, дәүләт заказы тирәләй хеҙмәттәшлекте тыйған закон проекты ла ебәрелгән.
“Бизнестың 80 проценты шул әшнә-туғанлыҡ арҡаһында үҫә. Йыш ҡына бюджет аҡсаһы эшҡыуар туғандарға күсеүсән, − тигән фекерҙә ил парламентының Мәғариф буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Виктор Шушедов әфәнде. – Лужковты (Мәскәүҙең элекке мэры) ғына алайыҡ. Бер ниндәй ҙә сикләүсе закон булмағас, ҡаршы бер кем дә, бер нәмә лә әйтә алмаған”.
Ҙур түрәләрҙең эш хаҡын күтәреү кәрәктер ул, ысынлап та. Ни өсөн тигәндә, етмәгәнен ҡайҙан алһын ул? Ана, шул етмәү арҡаһында Сердюков әфәнде хөкүмәт мөлкәтенә ҡул һуҙған да. Элекке оборона министрын әйтәм.
Ҡытай алыҫ…
Анатолий Сердюковҡа тағы бер “эш” өҫтәмәкселәр. Мәскәү янында байтаҡ ҡына күсемһеҙ милек уның ҡушыуы буйынса һатылған икән. 2011 йылда арзан хаҡҡа һатыу эштәрен министрлыҡ исеменән ведомство башлығының курсташы, әле “Оборонсервис”тың енәйәти эштәрендә төп фигураларҙың береһе булып торған Максим Закутайло башҡарған. Бөгөн Тәфтиш комитеты хеҙмәткәрҙәре һигеҙ объекттың ни бары 232 миллион һумға һатылыу фактын тикшерә. Министрлыҡтан милекте эшҡыуар Антон Мясников һатып алған һәм артабан һатыуға баҙар хаҡтары менән ҡуйған. Объекттар Мәскәү өлкәһенең төрлө райондарында урынлашҡан. Уға Ступинола − 176,2, Балашихала − 229 һәм 275, Подольскиҙа – 470,8 квадрат метр майҙанлы магазиндар, Одинцово, Балашиха райондарында майҙандары мең квадрат метрҙан ҙурыраҡ көнкүреш хеҙмәтләндереү биналары инә. Шулай ҙа был биналарҙы һатыу әллә ни еңел түгел икән. Мясников әфәнде хатта үҙенә һатышып бирергә килешкән күсемһеҙ милек агентлыҡтарына хаҡтарға ташлама яһарға ла рөхсәт биргән.
Бөгөн “Оборонсервис” холдингына ҡағылышлы 11 енәйәт эше асылған. Оборона министрлығының ярайһы ҙур мөлкәтен законһыҙ һатыуға бәйле улар. Краснодар крайындағы ер участкалары, Мәскәүҙә “Союз” ҡунаҡханаһы, Одинцовола келәттәр, Мурманск өлкәһендәге Төньяҡ флоттың нефть тейәү комплексы… Дәүләткә юғалтыу 16 миллиард һумдан ашып китә. Ҡараҡтарҙың исемен халыҡ белергә тейештер. Рәхим итегеҙ – Оборона министрлығының мөлкәт мөнәсәбәттәре департаментының элекке башлығы Евгения Васильева, “Мир” йәмғиәтенең юридик хеҙмәтенең элекке башлығы Дмитрий Митяев, ”Эксперт” хоҡуҡи ярҙам үҙәгенең элекке башлығы Екатерина Сметанова һәм уның ире, баяғы Максим Закутайло, Хәрби-һауа көстәренең Мәскәү округындағы өлкә складының элекке генераль директоры. Элекке министр үҙе әлегә шаһит рәүешендә генә.
Ошо урында ҡыҙыҡ, ә бәлки, ҡыҙғаныстыр бер фактты яҙғы килә. Ҡытайҙың элекке тимер юлдары министры Лю Чжицзюнь тигән кешене яңыраҡ үлем язаһына хөкөм иткәндәр. Ниндәй ҡырын эш ҡылған һуң ул түрә? Шул уҡ мутлыҡтар – ришүәтселек, вазифаһынан файҙаланыу. Хөкөмдө үтәү ике йылға кисектерелеп тора. Чиновник 25 йыл буйы, дөйөм алғанда, 64,6 миллион юань, йәғни 10,53 миллион доллар (340 миллион һум самаһы) ришүәт алған, имеш.
Билдәле булыуынса, Ҡытайҙа үлем язаһы ғәҙәти яза. Халыҡ та уға шаҡ ҡатып ҡарамай. Мәҫәлән, былтыр ғына ике ҙур ҡаланың коррупцияла һәм ил милкен һатыуҙа ғәйепләнгән элекке мэрҙарын атып үлтергәндәр. Әгәр ҙә судта урлашып тотолған дәүләт хеҙмәткәре ҡылығы ҡарала икән, ҡытай фемидаһы уның ҡаҙаныштарын да, яҡшы характеристикаһын да, йәш балалары булыуын да иҫәпкә алмай.
Ришүәтселек үҫеүе,
оборонала көсһөҙ була барыу – хөкүмәт
отставкаһы өсөн
сәбәптәр?!
Һүҙ юҡҡа ғына чиновниктар, уларҙың эш хаҡы һәм Оборона министрлығына ҡағылышлы шау-шыу тураһында булманы. Тап ошо ведомствоны йә уның төрлө бүлектәрен ялмап алған ришүәтселек бер шул тирәлә генә осрамай шул. Коррупция бәләкәй генә бер ойошмаға ла килеп инергә мөмкин. “Илдә ришүәтселек арта, иҡтисад үҫмәй, сәнәғәтте юғалттыҡ…” кеүек проблемаларҙы коммунистар күтәреп сыҡты. Тағы ла бихисап сәбәп атала уларҙың протесында.
Был партия ил хөкүмәтенә ышанысын юғалтыу мәсьәләһен РФ Дәүләт Думаһы ултырышына августа йә сентябрҙә ҡуймаҡсы. Был хаҡта компартияның үҙәк комитеты рәйесе урынбаҫары Иван Мельников хәбәр итте. Улар әле Бөтә Рәсәй протест акцияһы үткәрергә ниәтләй. Шунан һуң, моғайын, отставканың кәрәкме-юҡмы икәнлеге асыҡланыр. Тәҡдимгә 101 депутат ҡул ҡуйған, шул иҫәптә “Ғәҙел Рәсәй”ҙекеләр ҙә бар.
Хөкүмәткә ышанмауҙың ун сәбәбе бар икән. Бында иҡтисади һәм финанс сәйәсәтендәге боҙоҡлоҡтар өҫтөнлөк итә. Коммунистарҙы ошо сәбәптәрҙең илдә сәнәғәти юғалтыуҙарға (сәбәптәр ҡара менән бирелә − авт.) килтереүе борсой. Тағы ла Рәсәйҙең ҙур предприятиеларын хосусилаштырыуҙы дауам итеү менән килешмәйҙәр. Шул арҡала эре етештереүселәр сит ил юрисдикцияһына күсә бара. Хөкүмәттең иҡтисад үҫешен тәьмин итә алмауы ла төп сәбәптәр рәтендә. Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеү ҙә Рәсәй өсөн файҙаһыҙ шарттарҙа ғәмәлгә ашырыла. Башҡарма власть ил төбәктәрен банкрот хәленә ҡуя. Ул ғына ла түгел – социаль гарантиялар ҡырҡыла. Өҫтәүенә, илдең ғилми-техник өлкәһе деградациялана, ришүәтселек арта, илдең оборона һәләте юҡҡа сыға бара.
Ә был ваҡытта...
Молдавияның коммунистар партияһы иһә илдә “бәрхәт революция” башланыуын хәбәр итә. Партия лидеры, элекке президент Владимир Воронин белдереүенсә, хис-тойғолар күрһәтеү ваҡыты үтте, хәҙер айыҡ иҫәп менән идара иткән режимдың отставкаһына яҡшы һәм һәр яҡлап әҙерләнеү мәле етте. Молдавияла күптән түгел генә Юрий Лянкэ етәкселегендәге хөкүмәт эш башлағайны. Уны быйылғы көҙҙә “төртөп төшөрөүҙе” көҫәй буласаҡ революционерҙар. Баҡһаң, әлеге хөкүмәттәре Көнбайыш кәңәше менән ҡарарҙар ҡабул итә, имеш. Әйткәндәй, Молдавия оппозицияһы бер нисә йыл инде “бәрхәт революция” вәғәҙәләй.
Ә Мысырҙа бөтәһе лә аңлайышлы һәм тиҙ. Унда яңы Конституция декларацияһы ҡабул ителгән. Мөхәммәт Мөрсигә Мысыр әрмеһе тарафынан 48 сәғәт бирелде лә, бер ниндәй һөҙөмтә лә булмағас, уны бәрҙе лә төшөрҙөләр. Кем әйтмешләй, ап-анһат. Ваҡытлыса ил башлығы вазифаһын үтәүсе Адли Мансур (бығаса ул Конституция суды рәйесе булған) яңы сәйәсәт режимын билдәләүҙе күҙаллаған яңы Конституция декларацияһын иғлан итте. Документ 33 пункттан тора. Уға ярашлы, тиҙҙән Мысырҙа йәнә референдум – парламент, президент һайлауҙары. Был халыҡ үҙҙәренә ни кәрәген дә асыҡ ҡына белеп етмәй, буғай. Яңынан яңыса тәртиптә йәшәргә ынтылалар. Беҙгә, был тәңгәлдә, Мысыр алыҫ...
Әйткәндәй
Баяғы эш хаҡы тураһындағы һүҙгә тағы бер кәлимә − Рәсәй килем йәһәтенән байыны. Кит, юҡты-ы, тип тел шартлатмай тороғоҙ. Бөтә донъя банкы беҙҙең илде «юғары килемле ил» тип билдәләгән. Иҫәпләгәндәр-иҫәпләгәндәр ҙә, иҫәпләп сығарғандар – һәр ҡайһыбыҙға йылына 12,7 мең доллар (419 мең һумдан ашыу) тура килә, имеш. Ул аҡсаны күрмәгән-белмәгәндәр аптырамаһын. Әлбиттә, беҙгә Американы ҡыуып етергә алыҫ. Унда һәр кешегә 50,1 мең доллар тура килә. Юғары килемлеләр исемлегендә − 75 ил. Беҙҙең Рәсәй 73-сө урында.
Килем артҡас та хеҙмәт етештереүсәнлеге үҫеп китергә тейеш була бит инде. Бөтә донъя банкы белгестәре был йәһәттән Рәсәйҙә ундай күренеш күҙәтелмәүен асыҡлаған. Йәғни аҡсаны күп алабыҙ, ә эштең фәтүәһе юҡ.
Рәсәйҙә ярлылар һаны ла әҙәйә икән. Әле ҡасан ғына улар 30 миллионлап булһа, хәҙер – 17 миллион кеше. Әммә байҙар-ярлылар ҡатламы нисбәте беҙҙә бик етди проблемаға килтереүе ихтимал. Көнбайыш иҡтисадсылары шул фекерҙә туҡталған: ҡатламдарҙың ныҡ айырылыуы иҡтисад үҫешенә үтә лә аяҡ сала.
Шунан уйлап ҡарағыҙ: түрәләрҙең эш хаҡын күпме генә арттырма, түбәнерәк ҡатлам уларҙы ҡыуып етә алмай. Һөҙөмтәлә иҡтисад тормозда тора. Бына ҡайҙа мәсьәлә!