«Йәшлек» гәзите » Сәйәсәт » Теҙген бушаһа, шыма юл да ярҙам итмәҫ



31.05.2013 Теҙген бушаһа, шыма юл да ярҙам итмәҫ

Теҙген бушаһа, шыма юл да ярҙам итмәҫйәки Ҡатын-ҡыҙҙы ниңә әрмегә саҡыралар?
"Левада-үҙәк" халыҡтан тағы бер “мөһим” нәмә тураһында һорашыуҙар ойошторған. “Миллион һумды намыҫлы ғына эшләп буламы?” – тип һорағандар. Бик күптәр әлеге һорауҙы ишеткәс тә, көлөп ебәргән тиме шул. Яуап биреүселәр­ҙең 73 проценты киҫкен рәүештә: ”Юҡ, әлбиттә!“ – тигән. Йәнә ете проценты “әллә-ә” һымағыраҡ итеп яурынын һелкеткән.
Ғөмүмән алғанда, беҙҙә бай замандаштарға кире ҡараш йәшәй. Айырыуса ярлылар (быға аптырарға түгел) һәм оло йәштәгеләр ҡаршы. Бәлки, миллионерҙар булмаһа, яҡшыраҡтыр? Улай тиһәң, донъя байҙары араһында үтә хәйерсе булып торайыҡмы? Бәлки, донъялағы абруйҙы байҙар менән түгел, ә аҡыллы түрәләр менән яуларғалыр?
Түрә тигәндән, 21 майҙа Дмитрий Медведев етәкләгән Министрҙар Кабинетының эшләй башлауына бер йыл тулды. Ошо уңайҙан РИА – Яңылыҡтар агентлығы ла үҙенсә һорашыу ойошторған. Политологтар, эксперттар, беҙҙеңсә әйткәндә, шул өлкәлә әҙме-күпме белгестәр, хөкүмәт эшмәкәрлегенә һығымта яһап маташҡан, байтағы кире тәьҫораттарын әйткән. Ил министрлыҡтары башлыҡтарын йыл дауамында сәйәси партиялар ҙа арыу ғына һүкте. Коммунистар партияһы ағзалары, мәҫәлән, әлеге хөкүмәттең эш һөҙөмтәһе көрсөккә алып барасаҡ, тиһә, “Ғәҙел Рәсәй”, тап шулай булған хәлдә ышаныс юғалтыу сәбәпле отставка талап итергә мөмкин, тигән фекерен еткерә.
Был осраҡта нимә эшләргә һуң? Хөкүмәткә етеҙерәк, һөҙөмтәлерәк, дөрөҫөрәк эшләргә тырышырға кәрәкме? Кәрәк саҡта сыбыртҡы ла шартларға тейеш. Үҙ яйына ебәрҙеңме…

Ҡатын-ҡыҙға “хут” бирһәң

Их, ҡатын-ҡыҙ уҫалланды-ыы, ниңә улар­ға хут бирергә инде, тип көрһөнөп ултыра, ти, элегерәк ҡатынын “бейеткән” бер бабай, хәҙерге донъя йөгөн тартҡан, күп нәмәлә ирҙәрҙе уҙҙырып ебәргән сая ҡатындарға ҡарап. Нишләйһең, һәр кем тигеҙ хоҡуҡлы.
РФ Дәүләт Думаһы депутаттары бөтөнләй тигеҙләмәксе. Закон сығарыусылар ҡатын-ҡыҙға, ир-егеттәр менән бер рәттән, әрмелә хеҙмәт итеү мөмкинлеген бирергә тәҡдим итә. “Хәрби бурыс һәм хәрби хеҙмәт тураһында” законға тейешле үҙгәрештәр әҙерләнеп, илебеҙҙең Оборона министрлығына ебәрелгән дә инде. Закон проектының “в” пунктында яҙылыуынса, “хәрби иҫәптә тормаған, 18 йәштән 27 йәшкәсә ҡатын-ҡыҙҙар теләгенә ҡарап” хеҙмәткә барырға мөмкин. Әлбиттә, бөгөн дә контракт буйынса хәрби медицинала, элемтәлә хеҙмәт итеүсе гүзәл заттар осрай, әммә ир-егеттәр кеүек яҙлы-көҙлө саҡырылып барһалар, нисектер килешмәгән кеүек. Ҡатын-ҡыҙҙың урыны әрмелә, оборонала түгел. Илгә дошман килһә, ирҙәр менән бергә күкрәк киреп сығыуын сығыр, тик әлегә депутаттарҙың был башланғысының фәтүәһе юҡ кеүек. Етмәһә, әрменән ҡасып ҡалыусы егеттәр һаны арта, сөнки әйләнә-тирәгә әҙерәк күҙ һәм ҡолаҡ һалһаң, хеҙмәткә барам, тип янып йөрөүселәр юҡ кеүек.
Әйткәндәй, шул уҡ Оборона министрлығы тирәләй барған ғауғала ҡатын-ҡыҙҙар исем-аты ла яңғырай бит. Был ведомствоның Мөлкәт мөнәсәбәттәре департаментының элекке башлығы Евгения Васильеваны йәнә бер урлашыуҙа шик аҫтына алғандар. Һүҙ министрлыҡтың Фин ҡултығы ярындағы 11 мең квадрат метр ерен һәм ниндәйҙер биналарҙы, хаҡын ике тапҡыр кәметеп, законһыҙ һатыу тураһында бара. Участканы һатыуға бойороҡто элекке министр Анатолий Сердюков үҙе имзалаған, ә алыш-биреш менән Евгения ханым шөғөлләнгән.
Ҡатын-ҡыҙ хаҡында һүҙ сыҡҡас, шуны ла әйтеп үтмәй булмай: Германия канцлеры Ангела Меркель ошо көндәрҙә Венгрия алдында үҙенең абруйын шаҡтай төшөргән. Меркелдең оппоненты, Пеер Штайнбрюк исемле әфәнде, Венгрияны ”диктатор режимы” урынлаштырғаны өсөн Евросоюздан сығарырға кәрәклеген әйткәс, Ангела ханым аптырап ҡалған да: ”Эйе, илде дөрөҫ рельс­тарға баҫтырыуға көс һалырға кәрәк, тик хәҙер үк унда кавалерия индерергә кәрәкмәйҙер”, – тигән. Был һүҙҙәр Венгрияла бомба ырғытыуға тиң һөҙөмтә биргән. Премьер-министр Виктор Орбан да яуапһыҙ ҡалырға теләмәгән һәм Германияның Венгрияға 1940 йылдарҙа танк рәүешендә кавалерия индереүен билдәләгән, канцлер­ҙың сәйәсәтен Гитлерҙыҡы менән сағыштырыуҙан да тартынмаған.
Үрҙә телгә алған бабайға уфтанырлыҡ та шул – “көсһөҙ зат”тың көсө хәҙер донъяға таралған. АҠШ-тағы 9 йәшлек кенә ҡыҙ “Макдоналдс” президентын ғәм халыҡ алдында әрләгән. Бала компанияның төрлө уйынсыҡтар менән балаларҙы ҡыҙыҡтырып, файҙаһы булмаған ризыҡты ашарға йәлеп итеүенә ризаһыҙлыҡ белдергән. “Макдоналдс”тың нимә икәнен һирәктәр белмәйҙер. Ул – әҙ-мәҙ генә йәшелсә һәм күбеһенсә майлы ит (итме әле ул) ризығынан, әсе соус-майонездарҙан торған бутербродтар, майҙа йөҙҙөрөп ҡурылған картуф.
Ханна Робертсон исемле ҡыҙ “Макдоналдс”тың акционерҙар йыйылышына коммерция булмаған ойошмала йөрөгән әсәһенә эйәреп килгән. Сығыш яһағанда хатта ҡысҡырып-ҡысҡырып ебәргән, ти, уҫал ҡыҙ.
Бына шулай, кем әйтмешләй, ҡатын-ҡыҙға хут бирһәң, әллә ниҙәр эшләр. Баяғы әрме тураһында уйлағанда, ул яңылыҡ бер кемгә лә ҡыҙыҡ булмаҫ төҫлө. Әллә шул ысул менән армияны тулыландырмаҡсылармы?
Бер яҡтан, ҡатын-ҡыҙға нисәгә ярылырға һуң? Демографик соҡорға тәгәрәйбеҙ, тип тә ҡурҡыталар. Унан сығыр өсөн бит туранан-тура гүзәл заттың тырышлығы һәм теләге кәрәк тәһә! Ана, Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцова тыуымдың кәмейәсәген фаразлаған. Уға яуап итеп, Демография, миграция һәм төбәк үҫеше институтының күҙәтеү советы рәйесе Юрий Крупнов төп проблеманың социаль-иҡтисади өлкәлә булыуын белдергән. “Әгәр ҙә беҙ тиҙ үк ентекле демографик сәйәсәт программаһы төҙөмәһәк, ошо йөҙ йыллыҡ аҙағына илдә 60 – 70 миллион ғына кеше ҡаласаҡ”.
Хәҙер бына уйлап ҡараһын инде депутаттар – ҡатын-ҡыҙға әрмелә йөрөргәме (табыласаҡ “романтик” һылыуҙар), карьера эшләргәме (тик намыҫлы юл менән генә, анау үрҙә телгә алған Васильевалар кеүек булырға, Аллам һаҡлаһын), әллә демография мәсьәләһен яҡшыртыу мөмкинлектәрен хәстәрләргәме?

Ә был ваҡытта…

Рәсәйҙең оборона министры Сергей Шойгу әрмене үҙ “көйөнә” үҙгәртеп ҡороуҙы дауам итә. Унда нимәләр булып ятҡанын теүәл генә төшөнөүе лә еңел түгел. Шулай ҙа тиҙҙән хәрби хеҙмәттәге ҡайһы бер персоналды призывниктар алмаштырасағы аңлашылды. Элекке министр Анатолий Сердюковты уйлап еткерелмәгән реформаға дусар итеүе өсөн бер булып әрләүселәр хәҙер шатлыҡтан нимә эшләр икән?
Шойгу тиҙ арала хәрби хеҙмәткә ҡарағанда альтернатив граждан хеҙмәтен (дауаханаларҙа, интернат йә ҡарттар йорттарында эшләүселәр) өҫтөн ҡуйыусыларҙы хәрби частарҙа хужалыҡ эштәренә – әрме кухняһына, медсанбаттарға, келәткә – йәлеп итеүҙе күҙ уңында тотҡан закон проектын әҙерләргә ҡушҡан. Һалдаттар альтернатив хеҙмәтте һайлаусыларҙы өнәп етмәй һәм ҡурҡаҡҡа иҫәпләй, әгәр ҙә закон сыҡһа, был “бабайлыҡ”тың көсәйеүенә килтерәсәк, тигән фекерҙә хәрби частар етәкселәренең ҡайһы берәүҙәре. Мәҫәлән, һалдаттар частан ҡасан теләй, шунда сығып йөрөй алмай, ә “альтернативщиктар” – ирекле. Тәүгеләре уларҙы тәмәке, эсемлек артынан ғына ла йүгертергә мөмкин. Әйткәндәй, альтернатив граждан хеҙмәте – хәрби хеҙмәтте алмаштырған айырым төр. Ул Рәсәйҙә бигүк таралыуын таралмаған. Шулай ҙа былтыр 900-гә яҡын кеше ошондай хеҙмәтте һайлап, ғариза биргән.
Тағы ла әрме яңылыҡтарына килгәндә, буласаҡ һалдаттар, һөйөнсө! Һеҙгә “нано” ойоҡбаштар кейҙерәсәктәр. Ошо көндәрҙә армияла хәрби кейем программаһын бойом­ға ашырыу барышында тәжрибә ойоҡбаштары алынған. Үҙебеҙҙекеләр, йәғни рәсәйҙекеләр эшләп сығарған изделиелар 12 төрҙә һәм һыу үткәрмәй торған сифатҡа эйә, имеш. “Тын ала торған”, йәғни үҙенән-үҙе һауа алмаштырған ойоҡбаштар­ҙы 48 сәғәт буйынса сисмәй кейеп йөрөргә мөмкин. Тағы ла уны эшләүселәр илебеҙҙе һаҡлаусыларға компрессион төрҙө лә тәҡдим итә. Улары инде аяҡҡа ныҡ һәм динамикалы көсөргәнеш төшкәндә кейә торғаны. Үәт, исмаһам, шәп! Хәҙер әле запаста келәттәрҙә ятҡан меңдәрсә метрлаған силғау тауары сереһә лә була.

Әйткәндәй

Рәсәй ҡораллы ғәскәрҙәренең Генераль штабы хеҙмәткә яңы алынған һалдаттарҙы уҡытыу ваҡытын оҙайтырға ҡарар иткән. Улар дүрт ай уҡыясаҡ һәм артабан да хәрби әҙерлек буйынса практик дәрестәр һаны артасаҡ. Быға хәрби әҙерлек буйынса күрһәткестәрҙең насар булыуы сәбәпсе. Һалдаттарҙы быйыл февраль һәм мартта ҡапыл ғына хәрби уҡыуҙарға йыйыу тап шуны күрһәткән дә инде. 28 мартта Владимир Путин үҙе самолеттан таңғы сәғәт 4-тә Ҡара диңгеҙҙә уҡыуҙар булғанын хәбәр итеп, һалдаттарҙы арыу ғына йүгерткән. Бындай тикшереүҙәр 20 йыллап булмаған. Айырыуса танк, машиналарҙан атыу­ҙы яҡшы үҙләштереү бурысы тора.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға