«Йәшлек» гәзите » Сәйәсәт » Һуғыш бөттө. Һуғыш дауам итә…



10.05.2013 Һуғыш бөттө. Һуғыш дауам итә…

Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә, тигәндәй, әллә ҡасанғы эштәрең өсөн бөгөн килеп яуап тоторға ла тура килгеләй. Ошо көндәрҙә заманында Освенцимда һаҡсы булып торған 93 йәшлек ҡарт Германияның Баден-Вюртемберг ерендә ҡулға алынған, имеш. Освенцим тигән һүҙ айырыуса оло быуынға яҡшы таныш. Эйе, ул Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Польша биләмәһендә урынлашҡан концлагерҙар комплексы була. Икенсе төрлө Аушвиц тип тә атағандар. Дүрт йыл эсендә унда 1 300 000 самаһы тотҡон язалап үлтерелгән, шуларҙың бер миллионға тиклеме йәһүд булған. Ысынында был һандарҙың күпкә артыҡ булыуы мөмкин.
Ханс Липшис (Ганс Липшиц) СС-тың элиталы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүен танмай, әммә һаҡсы түгел, ә бары тик ашнаҡсы булып эшләгәнен иҫбат итеп маташа. Уны хәҙер нимә эшләтерҙәре аңлашылмай әле. Полицияла ҡарттың лагерь тотҡондарын үлтереүҙә ҡатнашҡанлығын дәлилләүсе материалдар бар икән.
Апрелдә генә элекке нацистарҙы донъя буйлап эҙләү менән шөғөлләнгән махсус ойошма (Израилдәге Симон Визенталь үҙәге) Липшисты нацист енәйәтселәре исемлегендә дүртенсе итеп яҙып ҡуйған. Хәҙер 93 йәшлек ҡартты нишләтмәк кәрәк? Күпме генә йыл үтһен, бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай. Был – тарих.
Һуғыш тигәндән, өркөтөргә түгел сама, ә барыбер уйланырға кәрәк – тынысмы ул бөгөн донъяла, беҙҙең әйләнә-тирәлә?

Өсөнсө донъя һуғышы. Тоҡаныу сәбәптәре

Бөгөн өсөнсө донъя һуғышы фантастик сюжет түгел. Уны күптән беҙҙең баш особоҙҙа ғына торған ысын хәүеф тиҙәр. Теге йылдарҙа ла бит, 1939 йылды әйтәм, күптәр Икенсе донъя һуғышы башланырына ышанмаған. Ә һөҙөмтәлә хәрби хәрәкәттәр 40-лап ил биләмәһендә барған, 100 миллиондан ашыу кеше яуҙа ҡатнашҡан, шуларҙың яртыһынан күбе һәләк булған. Бөгөн дә яңы донъя һуғышы хаҡындағы хәбәргә битараф ҡалып булмай.
Һәр төбәктәге конфликтҡа тығылырға яратҡан Американың бер политологы, өсөнсө донъя һуғышы Көнбайыш цивилизацияһы менән ислам фундаменталистары араһында тоҡаныуы мөмкин, тигән фекерҙә. Әллә ҡасандан уҡ Альберт Эйнштейн әйтеп ҡалдырған һүҙҙәрҙе хәтергә төшөрөп торалар: ”Белмәйем, өсөнсө һуғыш ниндәй ҡорал менән булыр, ә бына дүртенсеһе таяҡтар һәм таштар менән буласаҡ”. Абайлабыраҡ ҡарағыҙ әле – әле теге, әле был төбәктә урам боларыштарында ниндәй ҡорал файҙаланыла?
Донъя Бөйөк Ватан һуғышы йылдарынан һуң Кореяла, Вьетнамда, Афғанстанда барған һуғыштарҙың шаһиты булды. Иҫләгеҙ әле, Рәсәйҙең, ул саҡта СССР-ҙың күпме йәш һалдаты Афғанда башын һалды? Ә төньяҡ Кавказда? Ерҙең төрлө илдәрендә әле лә һуғыш тынмай. Статистика буйынса, 1955 – 2003 йылдар арауығында 5,4 миллион кеше һуғыш ҡорбаны булған. Теүәл генә һанды берәү ҙә әйтә алмаҫтыр.
Бөгөн көрсөк тигән һүҙ танылыу алды. Тап ошо финанс көрсөгө өсөнсө донъя һуғышын тоҡандырмаҫ тимә. Был – беренсе сәбәп. Европаның көрсөккә дусар булған дәүләттәрен алайыҡ әле – урамдарға йыш-йыш сығып, ҡыйралыштар яһап тора бит эшһеҙ-ашһыҙ ҡалырға мәжбүр булған халыҡ. Рәсәйҙә урамға рөхсәтһеҙ сыҡҡан өсөн язаның ниндәй буласағын билдәләп өлгөрҙөләр. Беҙҙең халыҡ шунлыҡтан күберәк кеҫәнән йоҙроҡ күрһәтеүҙе хуп күрә.
Икенсе сәбәп – ядро ҡоралының террорсылар ҡулына эләгеү ихтималлығы. Бында, бөгөн таралғанса, бар ғәйепте мосолман илдәренән эҙләүҙәре менән килешеүе ҡыйын. “Ата террорсы”ның дине лә, иманы ла, иле лә, халҡы ла юҡ. Эш Ливия лидеры Муаммар Каддафи менән “Әл-Ҡаиҙә” башлығы Усама бин Ладенды вәхшиҙәрсә үлтереүҙә лә түгел. Һуңғы ҡорбандар кемдең, йәғни ҡайһы илдең ҡулы менән эшләнгәне бик билдәле.
Өсөнсө сәбәпте уғата дөрөҫ самалайҙар. Ресурстар өсөн һуғыш. Кешелек тәбиғи байлыҡты кәрәгенән 30 процентҡа артыҡ файҙалана. Исраф итә, туҙҙыра. Эргәләге туғайға ғына күҙ һалайыҡ – ватыҡ шешә, ҡаты ҡалдыҡтар, сүп-сар менән тулды ул ер. Ә нефть, газ кеүек углевод сеймалы хаҡында әйтеп тораһы ла юҡ. Экосистема үҙ запасын арттырып өлгөрмәй, бушлыҡты тултыра алмай. Экология көрсөгөнөң һуғыш сығармаҫын тулы ышаныс менән әйтә алмайбыҙ. Ғалимдар ике йыл элек, ерҙең ҡаҙылма байлыҡтары 2050 йылғаса проблема тыуҙырмай, тип фаразлағайны, хәҙер иһә был ваҡыт 20 йылға ҡыҫҡарҙы. АҠШ, Ҡытай, Япония, Рәсәй һымаҡ көслө илдәр ресурс­тар өсөн башлар ул өсөнсө һуғышты, тигән фекер яңғырай.
Йәнә бер сәбәп – Яҡын Көнсығыштағы һуңғы йылдарҙағы ваҡиғаларҙы иҫкә төшөрөгөҙ әле. Сиратлап ғауғалар, ҡораллы бәрелештәр сығып ҡына тора. Ундай конфликттарға ҡеүәтлерәк дәүләттәр ҡыҫылһа, оло яу сығыры көн кеүек асыҡ. Был йәһәттән АҠШ-тың һәр ергә танауын тығырға әҙер тороуын оноторға ярамай. Уға Бөйөк Британия, Франция теләктәшлек күрһәтә.

Йәшерен һуғыш бара…

Һуғыш, тигәс тә, был һүҙҙе кем нисек аңлай бит әле. Уны геноцидтың синонимы итеп ҡарағанда, ә? Беҙҙең илдә йыл һайын күпме кеше юҡҡа сыға? Ғөмүмән, һуғыштың 12 төрөн билдәләй белгестәр. Улар барыһы ла бөгөн беҙгә ҡаршы ҡулланыла, имеш. Илдә дошман юҡ кеүек. Һәр хәлдә, “гитлер­ҙар” күренмәй. Баҡһаң, күҙгә күренеп бармағандары ла бихисап.
Наркотиктарҙан, эскелектән, яман сирҙәр­ҙән, енәйәтселәр ҡулынан ҡырылыуҙар һуң? Йылына 2 – 3 миллион кешеһен юғалтып торған илдә “тымыҡ һуғыш” бара түгелме?
Рәсәйҙең тәбиғи ресурстары ситкә ныҡ ағыла, тип яр һалыусылар күбәйҙе. Кем әйтмешләй, утһыҙ төтөн сыҡмаҫ. Ә ябай кешенең тормошо яҡшырмай. Әллә яҡшырамы? Бөгөн ниңә күптәр СССР-ҙы һағына?
Әйткәндәй, Советтар Союзы осраҡлы рәүештә тарҡалды, тип уйлаһағыҙ, яңылышаһығыҙ. Константин Петров атлы йыһан ғәскәрҙәре генерал-майоры яҙмаларын миҫалға килтерәләр ошо тәңгәлдә.
“Бер документ бар. Аллен Даллес доктринаһы, йә АҠШ-тың Милли хәүефһеҙлеге советы директиваһы тураһында ишеткәнегеҙ барҙыр. Документ Бөйөк Ватан һуғышынан һуң, 1948 йылда, төҙөлгән һәм унда, рустарҙы һуғыш менән еңеп булмаясағы билдәләнеп, айырым план ҡоролған… Бөгөн шуның әкренләп тормошҡа ашыуын күрәбеҙ. Был директива йылдар дауамында камиллаштырылған, “Гарвард проекты” тигән йәшерен исем алған. Гарвард университетында беҙҙең илде юҡҡа сығарыу буйынса социаль технологиялар уйлап табылған. Проектта ҡаралғанса, Рәсәй 30 – 40 бойондороҡһоҙ бәләкәй дәүләткә тарҡатылып, унда сеймал сығарыу эшенә йәлеп ителгән 15 – 50 миллион ғына халыҡ йәшәйәсәк. Һуңғы перепись буйынса, беҙ 144 миллион кешегә етәбеҙ. Гарвардтағыларға 100 миллион самаһын юҡҡа сығарыу бурысы йөкмәтелгән. 1980 йылда совет разведкаһы ошо проекттың өс томын ҡулға төшөргән. Улар “Перестройка”, “Реформа”, “Завершение” тигән исем аҫтында. Программалар бишәр йыл осорға тәғәйенләнгән…”
Тәүгеһен сәйнәп-сәйнәп төкөрҙөк, буғай. Үҙгәртеп ҡороуҙы –“Перестройка”ны әйтәм. Ул 1985 – 1990 йылдарға иҫәпләнгән булған. Икенсе томы – “Реформа” – 1990 – 1995 йылдарҙа үтәлер бурыс иҫәпләнгән. Маҡсаты иһә түбәндәгене күҙ уңында тотҡан:
1. Донъялағы социалистик системаны юҡҡа сығарыу.
2. Варшава килешеүен юҡ итеү.
3. КПСС-ты бөтөрөү.
4. СССР-ҙы тарҡатыу.
5. Патриотик социалистик аңды юҡ итеү.
Өсөнсө том – “Тамамлау”. Ваҡыты – 1995 – 2000 йылдар. Был программала Совет Армияһын, Рәсәйҙе, бушлай белем алыуҙы, бушлай дауаланыуҙы бөтөрөү, дәүләт һәм йәмғиәт милке тигән төшөнсәне шәхси милеккә алмаштырыу, Мәскәү менән Санкт-Петербургта тыныс тормошто юҡҡа сығарыу кеүек “эштәр” тураһында бәйән ителә икән. Йәнә лә диңгеҙ порттарына яҡшы юлдар төҙөүҙе тәьмин итеү күҙалланған. Ниңә, тип һорамағыҙ. Тап шул шыма һәм тигеҙ юлдар­ҙан беҙҙең сеймал һәм байлыҡ ситкә сығарыласаҡ инде. Бында өҫтәп нимә лә булһа яҙып тороу кәрәкмәй. Тирә-йүнгә күҙ һәм ҡолаҡ һалығыҙ ҙа, үҙегеҙ һығымта яһағыҙ. Була торған ваҡиғалар нисек итһәң дә була шул…

Ә бәлки, Сүриә
ғәйепле булыр?

Өсөнсө донъя һуғышы башланыуға әле һуғыш барған Сүриә сәбәпсе булыр, тип тә фекер йөрөтә ҡайһы берәүҙәр. Бәхәстәр Төркиә менән Сүриә сигендә ракетаға ҡаршы “Патриот” системаһын урынлаштырыуҙы күҙаллау тирәләй бара. Төрөктәр НАТО-нан үҙҙәре ярҙам һораған – Сүриәнән һаҡланыу икән уйҙары. Тик бында хәүеф унан түгел, ә ядро ҡоралы менән күптән АҠШ-тың йәнен көйҙөрөүсе Иран яғынан килә, имеш. Ҡеүәтле “Патриот” Сүриә яғынан килеү ихтималы булған ҡоралға ҡаршы ҡулланыласаҡ, тиһәләр ҙә, уның Иранға үҙе һөжүм итеүе лә мөмкин. Был осраҡта Иран бер ни эшләй алмаясаҡ. АҠШ, шулай итеп, Төркиәне Иранға ҡаршы файҙаланмаҡсы була. Ядро һуғышы башланһа, кешелек өсөн ахырызаман бөтөнләй яҡынлаша, тигән һүҙ. Етмәһә, Төркиә властары Сүриәләге граждандар һуғышы үҙҙәренә “йоғор” тип ҡурҡа.

Әйткәндәй

Сүриәлә власть менән оппозиция араһында һуғыш өсөнсө йыл дауам итә. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы хәбәр итеүенсә, ошо ваҡыт арауығында илдә 70 мең самаһы кеше һәләк булған. Сүриә властары, баш күтәреүселәр сит илдәр­ҙән матди һәм ялланған һалдат рәүешендә ойошҡанлы ярҙам ала, тип белдерә. Был өсөнсө донъя һуғышының бер осмото түгеллегенә гарантия бармы?
Ошо көндәрҙә әлеге дәүләттең күп ҡалаһында халыҡ-ара элемтә, кәрәҙле телефон бәйләнеше һәм интернет өҙөлгән.
Ә Рәсәй менән АҠШ тиҙ арала, бәлки, май аҙаҡтарында уҡ, Сүриә буйынса халыҡ-ара конференция үткәрергә ниәтләй. Сүриәгә күрше дәүләттәр халҡы, һуғыш беҙгә күсмәгәйе, тип, күптән хәүеф тойғоһо кисереп йәшәй.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға