26.04.2013 Донъялағы иң ҡурҡыныс юлдан кем йөрөй?
Донъя аҡылдан яҙған. Ошо һөйләм һуңғы арала йыш ишетелә түгелме ул? Әлбиттә, ул ҡайһылыр мәлдә битарафыраҡ интонация менән яңғырай, бәғзеләр нисектер ҡыуанған кеүек әйтә. Әммә һөйләмдең мәғәнәһе шул уҡ ҡала. Бәлки, аҡылдан шашыуҙа тотош донъяны ғәйепләү дөрөҫ тә түгелдер. Бәлки, айырым кешеләрҙе атарғалыр. Мәҫәлән, көпә-көндөҙ ил бюджетын талаған ҡайһы бер чиновниктарҙы исемләп һанарғалыр. Хәйер, бөгөн улар әҙме-күпме әйтелә лә башланы инде. Анауы Бостон марафонында теракт яһаған ағалы-ҡустылы Царнаевтарҙы аҡылында тип кем әйтһен. Шулай ҙа уларҙың кем ҡулындалыр бәйле ҡурсаҡ булыуы ла бар бит әле. Бығаса сағыштырмаса тыныс ҡына йәшәп ятҡан Белгород ҡалаһы үҙәгендә атыш ойошторған Сергей Помазунды нисек атарға бынан ары?
Урамда һытыҡ йөҙҙәрҙең күп булыуы ла хәлдең мөшкөл булыуын белдергәндәй. Был пессимистарға мотлаҡ шулай. Урамдан инеп, телевизор төбөнә ултырһаң, үҙәк каналдарҙағы шоуҙар, бөтмәҫ-төкәнмәҫ детективтар, яңылыҡтарҙа донъяның төрлө мөйөшөнән бер-береһен тиҙ-тиҙ генә алмаштырған репортаждар – бөтөнөһөнөң артынан “эйәреп” тә өлгөрөп булмай. Тимәк, мейең мәғлүмәттәрҙән “ҡайнай” башлай. Шунан, әлбиттә, аҡылға хилафлыҡ килеүе мөмкин. Күршең инеп, тағы хаҡтар артыуы тураһында дәлилдәрен килтереп һөйләһә, үҙеңде бөтөнләй ер сигенә китерҙәй итеп тоя башлайһың. Тап мәғлүмәттәрҙең күплеге беҙгә теге йәки был ваҡиғала оҙаҡ туҡталырға ирек бирмәй.
Ә шулай ҙа йәнә лә бер байҡау яһайыҡ әле донъя хәлдәренә.
Төп идеологың кем?
Бостонда шартлауҙар ойоштороуҙа ғәйепләнеүсе Джохар Царнаев теракт ҡылырға 26 йәшлек ағаһы Тамерландың өндәүе хаҡында белдергән. Джохар, уға ни бары 19 йәш, ҡулға алынған ваҡытта яраланыу сәбәпле, дауаханаға эләккән, ә ағаһы һәләк булған. Был әҙәмдәр бер ниндәй ҙә халыҡ-ара террор ойошмаһы менән бәйле түгел, ә икәүҙән-икәү генә шундай аҙым яһарға булғандар, имеш. Америка махсус хеҙмәттәре, Царнаевтар Доку Умаров менән бәйләнештә тора, тип шикләнә.
Бостон марафоны ваҡытындағы фажиғә тураһында яҙғайныҡ инде. Америка бындай терактты 2001 йылдың 11 сентябренән (иҫләйһегеҙҙер – АҠШ, Нью-Йорк, Манхеттен, Бөтә донъя сауҙа үҙәгенең “игеҙәк” башнялары, 3000 самаһы ҡорбан, “Әл-Ҡаиҙә”) күргәне булмаған.
Джохар, ярай, ағаһының артынан эйәреүен әйтә, ә Белгород “һунарсыһы” һуң? Ул ниндәй идеология артынан барған? Был аҙнаның ике көнөндә, 23 һәм 24 апрелдә, Белгородта матәм иғлан ителде. Асыҡлауҙарынса, Сергей Помазун тигән берәү тиктомалдан “Һунар” магазинында, урамда кешеләрҙе атҡан да, автомобиленә ултырып ҡасҡан. Уның аҡылы бар тип әйтеп буламы? Алты кешенең ғүмерен өҙгән. Уны оҙаҡ эҙәрлекләп, ниндәй ҙә булһа мәғлүмәт биргән кешегә бүләк вәғәҙә итеп, саҡ-саҡ тоттолар. 32 йәшлек ир бығаса дүрт статья буйынса хөкөм ителгән булған. Полиция фекеренсә, енәйәтселә бер нисә төр ҡорал булыуы ихтимал.
РФ Президенты ҡарамағындағы бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Павел Астахов, әлеге ике фажиғәне бәйләгәндәй, Твиттер селтәре аша фекерен белдергән. Ул, моғайын, Америкала һуңғы ваҡытта кешене урамда, өйҙә йә мәктәптә атыуҙың йышайыуын әйтергә теләгәндер. Америка сценарийы беҙҙә лә ҡабатлана, тигән ул. Ҡушма Штаттар йәмәғәтселеге әле ҡорал йөрөтөү тураһындағы законды ҡайтанан ҡарау тураһында һүҙ ҡуйырта.
Ә беҙҙә?
1993 йылғы Рәсәй Конституцияһында ҡорал тураһында ике генә урында телгә алына. 31-се статьяла митингылар, йыйындар, демонстрацияларҙың ҡоралһыҙ үтергә тейешлеге әйтелһә, 71-се статьяла, һүҙмә-һүҙ алғанда: ”…определение порядка оборота оружия отнесено к ведению федеральных органов государственной власти”, – тиелә. Шул уҡ йылды “Ҡорал тураһында” закон сығып, уға ярашлы, газ, электр һәм башҡа хәрби булмаған ҡорал йөрөтөүгә рөхсәт бирелә. Был саҡта дөйөм халыҡтың өс проценты закон нигеҙендә ҡорал йөрөтөү хоҡуғын ала. Артабан 1996 йылда яңы закон ҡабул ителеп, ҡорал “мөмкинлектәре” киңәйә. 2001, 2003, 2004 – 2005 йылдарҙа ҡорал тотоуға тағы рөхсәт бирелә.
Бөгөн Дәүләт Думаһының ҡайһы бер депутаттары ҡоралды бөтөнләй легалләштереү яҡлы. Кеше үҙен яҡлай алырға тейеш. Мәҫәлән, шул Белгородта баяғы енәйәтсе кешегә ата башлағас, уға урамдан үтеп барған башҡа ҡораллы кешеләр атып, бәлки, уны туҡтата алыр ине, тигән фекер яңғыраны. Әйҙәгеҙ, улайһа, берәйһе менән һүҙгә килешәйек, йә былай ғына тотайыҡ та атышырға сығайыҡ! Ҡорал йөрөтөүҙе ябай граждандар араһында бөтөнләй тыйыу дөрөҫөрәк булмаҫ инеме икән?!
Донъяның аҡылдан яҙыуы ғәйеплеме бында? Оло кеше ошо тәңгәлдә “Алға, коммунизмға!” тигән саҡырыуҙы иҫләр ине, моғайын. Бөгөн күптәр киләсәктең яҡты булыуына шик тота. Идеология юҡ, тип ҡырт киҫә бәғзеләр.
Боливияның Юнгас провинцияһында донъяла иң ҡурҡыныс юл бар икән. “Үлем юлы” тип йөрөтөлә ул. Юлдың төп өлөшөнөң киңлеге 3,5 метр ғына. Ғәжәп түгел, тиерһегеҙ. Эш шунда – юлдың бер яғы текә тау, икенсеһе 1200 – 1800 метр тәрәнлектәге упҡын. Кешелекте кемдер бөгөн шул юлдан алып барған кеүек.
Ә был ваҡытта…
Рәсәй халҡы оҙаҡ ҡына ваҡыт совет кешеһе исеме аҫтында үҙенең бөйөк юлбашсыһы артынан эйәрҙе. Уның образына табынды, һәйкәлдәр ҡойҙо, урамдарҙы уның исеме менән атаны, идеологияһын хупланы, уға арнап әҫәрҙәр ижад итте, йырҙар яҙҙы. Беҙҙең телдә лә “Ленин бабай” тигән яҡын һүҙ булды.
22 апрелдә 143 йыл элек Владимир Ильич Ульянов-Лениндың донъяға килгәнен, белмәһә, бөгөнгө заман йәш быуыны белмәйҙер. Үҙ дәүерендә үҙ маҡсаттары менән дөрләп янған Ленин совет осоронда ла күптәр өсөн тере ҡалды, уның мәйете ятҡан мавзолейға йыл әйләнәһенә халыҡ ағылды. Уның һүҙҙәрен, әйткәндәрен, саҡырыуҙарын онотмаған быуын йәшәй әле арабыҙҙа.
Үрҙә яҙылған ҡораллы енәйәтселәргә ни ҡыҫылышы бар Лениндың, тигән һорау тыуыр күптәрҙә. Аңлағанға – ишара был, йәмәғәт. 19 йәшлек террорсы Царнаевтың “ағайымдың идеяһы” тигәненә ҡарата үҙенә күрә бер яуап.
“Вечерняя Москва” гәзите Лениндың билдәле фразаларын иҫкә төшөргән.
“Беҙҙең өсөн бөтә сәнғәт араһында иң мөһиме – кино” (“Из всех искусств для нас важнейшим является кино”). Бөгөнгө фильмдар беҙгә нимә бирә? Экрандарға инә яҙып ҡараған мәғәнәһеҙ Америка фильмдары? Уларға үҙебеҙҙең режиссерҙар ҙа эйәрә. Ғаилә менән кинәнеп ултырып ҡарарлыҡ кинотаҫмалар күпме? Яуапты үҙегеҙгә шым ғына үҙегеҙ әйтегеҙ.
“Уҡырға, уҡырға һәм уҡырға” (“Учиться, учиться и ещё раз учиться”). Бөгөн был һүҙҙәр мәғариф реформаһын ғына иҫкә төшөрөп, беҙҙе ҡалтырата кеүек, шулаймы? Әле Рәсәйҙең мәғариф һәм фән министры Ливанов әфәндене отставкаға ебәреүҙе Дәүләт Думаһының өс партияһы талап итә.
“Шундай партия бар!” (“Есть такая партия!”). СССР тарҡалғанға тиклем халыҡ бер партия йоғонтоһонда йәшәне. Һәм, ололар иҫләүенсә, уларға ул йоғонтола әллә ни насар ҙа булмаған. Бөгөн партиялар күп, төрлөһө төрлө яҡҡа тарта, бәғзеһенең бер ҙә генә лә абруйы юҡ, халыҡ, күп осраҡта, фирҡәләрҙең идеяһын, уй-ниәтен дә аңламай. Аңлатыусы юҡ. Халыҡҡа килеп етмәй.
“Мираҫты һаҡлау ошо мираҫ менән генә риза булыу тигәнде аңлатмай” (“Хранить наследство – вовсе не значит ещё ограничиваться наследством”). Иң тәү сиратта нимә иҫегеҙгә төштө? Моғайын да, атайығыҙҙан ҡалған мираҫ түгелдер? Ил халҡына өлөш булған мираҫ тураһында уйлап ҡуйғандыр күбегеҙ. Ер байлығы, тәбиғәт биргән муллыҡ хаҡында әйтәм. Лениндың бер быуаттан да элегерәк һөйләгәне бөгөн тап шул мираҫты хәтергә төшөрә. Нефть, газ, алтын-көмөш, урман, йылға-күлдәр…
Ирекһеҙҙән, аласыҡ һалырға ла ағас ҡырҡыу хоҡуғынан яҙып барған замандаштарҙы күҙ алдына килтерҙем. Йәнә, олигарх ҡулына төшкән йылға тирәһенә яҡын бара алмаған урындағы кешеләр иҫкә төштө. Мираҫмы?
“Кешеләр, теләһә ҡайһы әхлаҡи, дини, сәйәси, социаль фразалар, мөрәжәғәттәр, вәғәҙәләр артында теге йәки был кластың мәнфәғәттәрен эҙләп табырға өйрәнмәйенсә, һәр ваҡыт сәйәсәттә алдаҡтың йүләр ҡорбаны булды һәм булып ҡала” (“Люди всегда были и всегда будут глупенькими жертвами обмана и самообмана в политике, пока они не научатся за любыми нравственными, религиозными, политическими, социальными фразами, заявлениями, обещаниями разыскивать интересы тех или иных классов”). Быға бөгөнгө заманда йыш яңғыраған “Халыҡ – һарыҡ” тигән әйтемде тура килтерһәк, бигерәк тупаҫ булырмы икән? Һәр хәлдә, Ленин, юлбашсы булараҡ, халыҡты кемдәр, ниндәй урынға ҡуйғанын дөрөҫ тоҫмаллап әйткән бит.
“Йәмғиәттә йәшәп, унан азат булыу мөмкин түгел” (“Жить в обществе и быть свободным от общества нельзя”). Был темаға бәхәстәр интернет киңлектәрендә бихисап. Бер форумда яҙыуҙарынса, бары тик кеше йәшәмәгән утрауҙа ғына йәмғиәттән азат булырға мөмкин.
Беҙ йәмғиәттә тыуабыҙ, үҫәбеҙ, йәшәйбеҙ һәм яҡты донъя менән хушлашабыҙ. Йәмғиәткә беҙ төкөрөп ҡарайбыҙмы, йә ул беҙгәме – уныһы мөһим түгел. Мөһим шуныһы – беҙ йәмғиәттән башҡа йәшәй алмайбыҙ. Арабыҙҙа төрлө кеше бар. Ҡыҙғаныс, әгәр уйламағанда шул йәмғиәттәшебеҙ ҡулынан ғүмеребеҙ өҙөлһә. Царнаевтарҙы, Помазундарҙы туҡтатырлыҡ көс кенә лә булһа…