«Йәшлек» гәзите » Сәйәсәт » Америка менән Рәсәй араһында “һалҡын һуғыш” тоҡаныуы “Дима Яковлев законы”на бәйле булырмы?



01.03.2013 Америка менән Рәсәй араһында “һалҡын һуғыш” тоҡаныуы “Дима Яковлев законы”на бәйле булырмы?

Америка менән Рәсәй араһында “һалҡын һуғыш” тоҡаныуы “Дима Яковлев законы”на бәйле булырмы?
йәки Рәсәй етемдәренә ҡайҙа йәшәү уңайлыраҡ?
Белеүегеҙсә, үткән аҙнала РФ Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев океан аръяғы илдәренә, йәғни Бразилия, Куба яҡтарына сәфәр ҡылғайны. Был тарафтарҙа йөрөгәс, әлбиттә, унан Рәсәй һәм АҡШ мөнәсәбәттәре хаҡында ла һорамай ҡалманылар. Белергә теләгәндәре бөгөн ике дәүләт араһында яңынан тоҡанырға торған “һалҡын һуғыш” ихтималлығы тураһында булды. Дмитрий Ана­тольевич әйтеүенсә, бындай һуғышҡа бер ниндәй ҙә нигеҙ юҡ һәм ике яҡ та кәрәкле мәсьәләләрҙе берлектә хәл итергә һәләтле.
“Илдәр араһында хәл-торош ваҡыты-ваҡыты менән киҫкенләшеп алыусан. Был идара итеү командаларына, хакимиәткә, закондар сығарыусыларҙың позицияһына бәйле”, − тигән Премьер-министрыбыҙ.
Ә шулай ҙа “һалҡын һуғыш”тың ҡабаттан башланыуына нимә сәбәпсе булырға мөмкин һуң? Ошо иҫәпкә күптәр АҡШ сенаты 2012 йылдың 6 декабрендә ҡабул иткән “Магнитский законы”н, уға ҡаршы РФ Дәүләт Думаһы ҡабул иткән ”Дима Яковлев законы”н индерер. Тәүгеһе кеше хоҡуҡтарын боҙоуға ҡағылышлы документ булып, Рәсәйҙең ҡайһы бер вазифалы кешеләрен Америкаға индереүҙән тыйыу тураһында, икенсеһе АҡШ граждандарына Рәсәй етемдәрен уллыҡҡа алыуҙы тыйыуға бәйле.
Әйткәндәй, илебеҙҙә тыуып, Америкала атай-әсәйле булған етемдәрҙең яҙмышы көндән-көн нығыраҡ күҙәтелә бара, ахыры. Һәр хәлдә, ҡушма Штаттарҙа уллыҡҡа алынған баланың ниндәй шарттарҙа һәләк булғаны хаҡында мәғлүмәттәр күбәйә лә күбәйә.
Бер аҙ факттарға туҡталайыҡ.

Америкала 20 Рәсәй балаһы үлгән

2000 йыл. Виталий Тулимов. Ете йәшлек малайҙың үлемендә уны тәрбиәгә алған ата-әсәһе ғәйепле тип табылған.
2003 йыл. Алеша Гейко. Рәсәйҙән уллыҡҡа алынған алты йәшлек балаһын Ирма Павлис үлтергән. Суд ҡатынды 12 йылға хөкөм иткән.
2005 йыл. Виктория Баженова. Иркутскиҙа тыуып, американка Пеги Сью Хилт ханым тарафынан тәрбиәгә алынған ҡыҙ 2,5 йәшендә генә донъя менән хушлашҡан. Баланы “әсәһе” туҡмап үлтергән.
Шул уҡ йыл. Денис Урицкий. Дүрт бер туған баланы Мэримэн ғаиләһе уллыҡҡа алған. Бала һигеҙ йәшендә аслыҡтан вафат булған.
2006 йыл. 4 йәшлек инвалид бала. Альфред ҡалаһы прокуроры Рәсәйҙән тәрбиәгә бала алған Кокран ғаиләһенә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Ир менән ҡатын сәләмәт булмаған малайҙы даими туҡмаған.
2008 йыл. Николай Емельянцев. Малайҙы февралдә АҡШ граждандары Емельянцевтар уллыҡҡа ала, ә мартта Коля фажиғәле һәләк була.
Шул уҡ йыл. Дима Яковлев. Йәш ярымлыҡ малайҙы тәрбиәгә алған атаһы Майлс Харрисон 50 градус эҫелектә машинала ябып ҡалдыра. Бала туғыҙ сәғәт буйына шунда ултырып, ҡояшта бешеп үлә. Суд Харрисонды аҡлай.
2009 йыл. Иван Скоробогатов. Силәбелә тыуып үҫкән Ваняны Пенсильвания штатынан американ ғаиләһе 2003 йылда уллыҡҡа алған һәм Натаниэл Майкл Крейвер исеме биргән. Һәләк булғанда балаға ете йәш саҡ тулған булған. Тикшереүселәр белдереүенсә, яңы ата-әсә уны ас тотҡан, туҡмаған. Медицина хеҙмәткәрҙәре Ваняның тәнендә 80 йәрәхәт (шул иҫәптән башында – 20) тапҡан. Енәйәт эше оҙаҡ барған, тик бер йыл үткәс кенә ғаилә пары ҡулға алынған.
2012 йыл. Антон Фомин. Рәсәй Тәфтиш комитеты АҡШ граждандары тарафынан уллыҡҡа алынып, былтыр майҙа янғында ғүмере өҙөлгән 9 йәшлек Антон Фоминға бәйле енәйәт эше асҡан. Тикшереүселәр белдереүенсә, янғын кис сыҡҡан, ә малай, йорттоң подвалына бикләнгәнлектән, бер нәмә лә эшләй алмаған. Был үлем факты буйынса Рәсәйҙең бала хоҡуҡтары буйынса вәкиле Павел Астахов, фажиғәне тикшереүҙе һорап, сит ил эштәре министры Сергей Лавровҡа мөрәжәғәт иткән. Һуңғараҡ Аме­рика властары ла Рәсәйгә енәйәт эшендә кәрәгәсәк бөтә мәғлүмәтте бирергә риза­лаш­ҡан. Антондың Америкаға нисек эләгеүе хаҡында ла төрлө варианттар булған. Тәүҙә уны халыҡ-ара уллыҡҡа алыу агентлығы аша тәрбиәгә алғандар тиһәләр, аҙаҡ малайҙың бында үҙ ата-әсәһе менән килеүе асыҡлан­ған. Шулай ҙа бала ғүмере өҙөлгән ваҡытта уллыҡҡа алынған булған.
2013 йыл. Максим Кузьмин. Техас штатындағы ғаилә тарафынан тәрбиәгә алынған өс йәшлек малай 21 ғинуарҙа дауаханала һәләк булған. Бер ай самаһы ваҡыттан һуң, үткән аҙнала, был фажиғә буйынса енәйәт эше башлана. Яңы әсәһе балаға өлкәндәрҙә шизофренияны дауалай торған психотроп препарат биргән, тип фаразлана. Тикшереү барышында Максимдың тәне күгәргәнлеге лә иҫбат ителгән.
Максим былтыр сентябрҙә генә Псков өлкәһенең Печора балалар йортонан американ ғаиләһенә уллыҡҡа бирелә. Ул тома етем дә булмаған – үҙ әсәһе, эскән өсөн һәм бер ҡайҙа ла эшләмәгәнлектән, әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителгән. Максимдың Кирилл исемле бәләкәй туғаны ла бар. Ул да Шатто ғаиләһендә йәшәй. Әле малайҙарҙың биологик әсәһе Юлия Кузьмина Кирилды кире ҡайтарыу­ҙарын үтенә, документтар йүнәтә. Йәнәһе, “әсә” хәҙер тормоштоң мәғәнәһен аңлаған.
Әйткәндәй, 23 йәшлек Юлия балаларының сит илдә икәнен дә белмәгән. Опека органы вәкилдәре уны, малайҙарҙы пенсионерҙар ҡарай, тип ышандырған
Әлеге исемлек тулы түгел. АҡШ-тың Дәүләт департаменты мәғлүмәттәренә ярашлы, һуңғы йылдарҙа ғына ҡушма Штаттар граждандары Рәсәйҙән тәрбиәгә алған 20 бала сәйер сәбәптәр арҡаһында һәләк булған. Ни өсөн сәйер сәбәп, сөнки балалар, үрҙә күренеүенсә, йә аслыҡтан йә туҡмалып үлгән. Ике тиҫтә тигәс тә, әле был һандың тулы түгеллеген аңлай торғанһығыҙҙыр. Америка властары фажиғәләр хаҡында ҡысҡырмай бит. Мәҫәлән, Максим Кузьминдың үлемен беҙҙең дипломаттар гәзиттәге некрологтан белгән.

Ә был ваҡытта…

Юғары палата ултырышында АҡШ-тан бөтә Рәсәй балаларын ҡайтарыу кәрәклеге хаҡында телгә алынған.
Краснодар крайының элекке губернаторы, сенатор Николай Кондратенко, сит ил граждандары тарафынан беҙҙең ил балаларының уллыҡҡа алыныуы милләткә оят, тип белдергән. “Американдарҙы ғына әрләргә ярамай, беҙ үҙебеҙ хата эшләнек. Барлыҡ балаларҙы кире ҡайтарыу яйын табырға тейешбеҙ. Кәрәк икән, ҡайһы бер хужаларҙың яхталарын һатырбыҙ, әммә илебеҙ балаларын үҙебеҙ үҫтерергә тейешбеҙ”, − тигән Кондратенко әфәнде.
Үткән аҙнала РФ Дәүләт Думаһы депутаттары АҡШ Конгресына, Кирилл Кузьминды ҡайтарыуға булышлыҡ итеүен һорап, мөрәжәғәт ҡабул итте. Шулай уҡ беҙҙең парламент Америкалағы Рәсәй балаларының хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙе талап итә.
Ә Хөкүмәттән Думаға етем балаларҙы урынлаштырыу мәсьәләләренә арналған закон проекты ебәрелде. Документта Рәсәй эсендә балаларҙы уллыҡҡа алыу институтын үҫтереүгә ҡағылышлы саралар хаҡында бәйән ителә.

Бер аҙ статистика

Ғөмүмән, Рәсәй етем балалары ме­нән генә түгел, урамда йөрөгән ҡарауһыҙ балалары менән дә “дан тота”. Беҙҙең ил­дә, русса әйткәндә, “беспризорниктар” артыуы өс осорға бүлеп йөрөтөлә. Тәүгеһе – 1913 – 1920 йылдар арауығы. Бе­ренсе донъя һуғышы, Октябрь революцияһы, граждандар һуғышы, аслыҡ, сирҙәр йылдары. Икенсе осорҙо ла аңларға була – Бөйөк Ватан һуғышы йылдары. Һәм һуңғыһы, 1991 йылдан алып бөгөнгәсә. Бына ошоноһо бер аҙ башҡаларынан айырыла. Һуғыш та юҡ, магазиндар­ҙа аҙыҡ та тулы, эшләйем тиһәң, эш тә бар. Түрәләр, заманса яңы Рәсәйҙә йәшәйбеҙ, тип яр һалғанда.
Былтыр Рәсәйҙә ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған 650 мең самаһы бала иҫәпләнгән. Шуныһы ҡыҙғаныс: уларҙың 70 проценттан ашыуы – “социаль етемдәр”, йәғни ата-әсәһе тере булып та, тәрбиәләргә теләмәүҙәре йә ҡарарға мөмкинлектәре булмауы арҡаһында етемлеккә дусар ителгәндәр.
2011 йылда Рәсәйҙә 3400 етем бала сит ил граждандарына тәрбиәгә бирелгән. Шуларҙың иң күбе – 956-һы – АҡШ-ҡа тура килә. Икенсе урында Италия килә − 798 бала. Артабан Испания – 685, Франция – 283, Германия – 215, Ирландия – 129, Израиль – 87, Канада – 68 һ.б.
Ни өсөн Америка алдынғы? Үҙҙәрендәге уллыҡҡа алыу процесының ныҡ ҡатмарлы булыуы сәбәпселер, моғайын. Етмәһә, Америка закондарына ярашлы, биологик ата-әсә суд аша баланы кире үҙенә алыуы ла мөмкин.

Әйткәндәй

Дима Яковлевтың бөгөн дә иҫән-һау йәшәп ятыуы бик мөмкин ине. Олатаһы һәм өләсәһе менән. Йәки Рәсәйҙәге бүтән ғаиләлә. Әммә Псков өлкә суды уны тап американдарға бирергә ҡарар сығара. Илдең бала хоҡуҡтары буйынса вәкиле Павел Астахов, Диманы уллыҡҡа алғанда хоҡуҡ боҙоуҙар булған, тигән фекерҙә. Уны графолог-эксперттар ҙа раҫлаған – өләсәһенең малайҙы уллыҡҡа алыуҙан баш тартыуы тураһындағы ҡултамғаһы ялған булып сыҡҡан.
Тимәк, кемгәлер баланы тап АҡШ кешеләренә биреү уңайлыраҡ булған.
2012 йылдың 28 декабрендә Президент Владимир Путин ҡул ҡуйған һәм 2013 йылдың 1 ғинуарынан ғәмәлдә булған “Дима Яковлев законы”на ҡаршылар ҙа бик күп булғайны. Әммә Америкалағы бер-бер артлы өшөткөс факттар асыҡлана барыуы был закондың дөрөҫлөгөн раҫламаймы икән?
Һорауҙар күп…







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға