«Йәшлек» гәзите » Сәйәсәт » ҮЛЕМ ЯЗАҺЫ КӘРӘКМЕ?



15.02.2013 ҮЛЕМ ЯЗАҺЫ КӘРӘКМЕ?

Һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙә балаларҙы үлтереү осраҡтары йышая. Йыл башланыу менән Татарстанда һәм Иркутск өлкәһендә мәктәптә уҡыусы ҡыҙҙарҙың вәхшиҙәрсә үлтерелеүе шаҡ ҡатырғайны. Ошо факттарҙы күҙ уңында тотоп, РФ эске эштәр министры Владимир Коло­кольцев Рәсәйҙә үлем язаһын ҡабаттан индереү кәрәклеге хаҡында хәбәр итте. Үлем язаһы беҙҙең илдә 1996 йылдан ҡулланылмай. Педофилдар, эре коррупционерҙар, әллә нисәмә кешенең ғүмерен өҙгән хәрби енәйәтселәргә ҡарата үлем язаһын ҡулланырға кәрәк, тигән фекерҙе бик күп рәсәйҙәр яҡлай.
Ошо сетерекле мәсьәлә буйынса фекерҙәрен белергә теләп, бер нисә гәзит уҡыусыбыҙға мөрәжәғәт иттек.

Айрат СӨНӘҒӘТУЛЛИН, хаҡлы ялда:
− Мин үлем язаһын ҡайтарыуға ҡаршымын. Ни өсөн икәнлеген аңлатҡым килә − судья­лар­ҙың да яңылышыуы бар бит. Бер ғәйепһеҙ кешенең төрмәлә ултырған саҡтары аҙмы ни? Етмәһә, беҙҙең хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренең юғары кимәлдә эшләүенә ышанып та бөтмәйем. Улар арҡаһында бер ғәйепһеҙ кешенең башы ашалыуы бар.
Ғүмерҙе рәшәткә артында үткәреү ҙә − оло яза. Быны һәр кем аңлап тора. Шуға ла ҡурҡыныс енәйәтселәргә ҡаршы көрәште үлем яза­һын индереп түгел, икенсерәк алып барыр­ға кәрәктер.

Линар ВАХИТОВ, “Мосолман хоҡуҡтары өсөн” төбәк-ара хоҡуҡ һаҡлау ойошмаһы етәксеһе:
− Үлем язаһын индереүҙең беҙҙең йәмғиәткә бер генә лә файҙаһы булмаҫ, тип уйлайым. Беренсенән, ҡайһы енәйәт өсөн үлем язаһы булырға тейешлеген һәр кем үҙенсә күҙ алдына килтерәсәк, һәр кем үҙе күргән ҡайғыларҙан сығып эш итәсәк. Икенсенән, енәйәт ҡылған ваҡытта кеше үлем язаһы тураһында уйламай. Уйлар ине, өсөнсө сәбәп бар − енәйәтселәрҙе ябай халыҡтың күҙе алдында язаламайҙар. Шуға ла был бер кемгә лә фәһем дә, ғибрәт тә булып тора алмай.
Хоҙай Тәғәлә кешеләрҙе барлыҡҡа килтереү менән улар өсөн йәшәү нормаһын да аныҡ билдәләгән һәм был ҡағиҙәләр бер ваҡытта ла үҙгәрмәй. Кеше ошо нормаларҙы бишектән белеп, һеңдереп үҫә. Ә беҙҙең йәмғиәттә закондар үҙгәреп кенә тора һәм кеше шаша башлай. Исламда ҡаты енәйәт ҡылыусыны башҡа мосолмандар алдында ғибрәт итеп язалайҙар, был кешенең аңына һеңеп ҡала. Бик яҡшы профилактика, шулай бит? Был ваҡытта кеше үҙ ғүмеренең ҡиммәтен айырыуса аңлай.

Гүзәл ХАРРАСОВА, адвокат:
− Рәсәйҙә үлем язаһын иртәрәк бөтөрҙөләр. Ығы-зығы, үҙгәрештәр заманында енәйәттәр өсөн язаны йомшартыу насар эҙемтәләргә килтерә. Шуға ла һуңғы йылдарҙа ғүмер­ҙә күрелмәгән хәлдәр – бәләкәс балаларҙы көсләү, үлтереү, урлау осраҡтары артыҡ йышайҙы. Әлбиттә, ҡасан да булһа был язаны яңынан алып ташларҙар һәм ул урынлы булыр. Әммә бөгөнгө йәмғиәткә үлем язаһын ҡабаттан тергеҙеү кәрәк. Бер ғәйепһеҙ кешеләрҙе үлтергән террорсылар, педофилдар, кешелеккә ҡаршы енәйәт ҡылыусылар, балаларҙы язалап үлтереүселәр өсөн шундай енәйәт язаһы талап ителәлер ул.

Айгөл САРБАЕВА, декрет ялында:
− Үлем язаһын ҡайтарыуға ҡаршы булыу­сыларҙы бер ҙә аңламайым. Үҙҙәренең балаһын көсләп, үлтереп китһәләр, нимә тип әйтер ине икән улар? Бер тапҡыр бәлиғ булмаған ҡыҙҙы көсләп төрмәлә ултырған һәм унан сығыу менән икенсе үҫмерҙе көсләп үлтергән ир тураһында телевизорҙан тапшырыу ҡарағайным. Ә бит был әҙәм аҡтығын үлем язаһына тарттырһалар, икенсе бала иҫән ҡалыр ине...
Үлем язаһын ҡайтарыу мотлаҡ кәрәк, нишләп кемдер берәүҙең ғүмерен өҙә, ә беҙ енәйәтсене йәлләп бер булабыҙ һуң ул?
Лилиә СИРАЕВА яҙып алды.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға