08.02.2013 Ил етәкселеге эшенә яуапһыҙ ҡараған түрәләрҙән ҡотолормо?
АҡШ-тың вице-президенты Джо Байден Рәсәй сит ил эштәре министры Сергей Лавров менән осрашыуында беҙҙең илгә ике аралағы мөнәсәбәттәрҙе, ҡараш-фекерҙәребеҙ тап килгән өлкәлә хеҙмәттәшлек итеүҙе яйға һалырға тәҡдим итте. Әйтерһең дә, араны беҙ боҙабыҙ. Америка үҙе Рәсәйҙең алға китеүенән ҡото осоп тора ла баһа! Ә беҙ алға барабыҙмы һуң? Дөйөм алғанда, АҡШ менән Рәсәй күпләп ҡырыусы ҡоралды (оружие массового поражения) таратыуға ҡаршы көрәш буйынса бер фекерҙә. Беҙҙекеләр хатта Америка аҡсаһына иҫкергән стратегик ракеталарҙы, ядро боеприпастары ҡалдыҡтарын юҡ итте. Хәҙер күп нәмәне үҙ аллы эшләй алабыҙ.
АҡШ тигәндән, был “дуҫ” дәүләт 1945 йылда “ижад” ителгән Аллен Даллес доктринаһынан (ул СССР-ҙы тарҡатыу буйынса ине. Рәсәй СССР-ҙың “балаһы” булғанлыҡтан, бөгөнгөбөҙгә лә янауы көн кеүек асыҡ) кире тайпылғанмылыр, юҡмылыр – уныһы беҙгә ҡараңғы, әммә ундағы ниәттәрҙең бойомға ашырыла барыуын инҡар итеү мәғәнәһеҙлек.
Доктринала шундай юлдар бар: ”… дәүләт менән идара итеүҙә хаос, тәртипһеҙлек булдырасаҡбыҙ. Беҙ һиҙҙермәй генә, әммә әүҙем һәм даими рәүештә чиновниктарҙың, ришүәтселәрҙең баш-баштаҡлығына, принципиалһеҙлеккә булышлыҡ итәсәкбеҙ…” Уйланһаң, бөгөнгө ҡайһы бер түрәләрҙең эш-шөғөлө ошоға тура килә лә ҡуя. Ил етәкселеге бөгөн ришүәтселеккә ҡаршы ҡаты ғына көрәш башлап тора-тороуын, аҙағы нисегерәк булыр − әлегә аңлашылмай. Президентыбыҙ Владимир Путин ошо көндәрҙә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тирәләй реформалаштырыу алып барған чиновниктарҙы арыу ғына әрләп алды.
“Мығырлайбыҙ-
мығырлайбыҙ, ә үҙгәреш…”
Владимир Путин Сочиҙағы резиденцияһында торлаҡ-коммуналь хужалыҡ проблемаларына ҡағылышлы кәңәшмә уҙғарғайны. Шунда әлеге тармаҡтағы реформа өсөн яуаплы түрәләргә байтаҡ ҡына дәғүә белдерелде.
“Беҙ йыл һайын хеҙмәт күрһәтеү сифатын күтәреү тураһында мығырлайбыҙ-мығырлайбыҙ, ә үҙгәреш әҙ, − тине Президент. – Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һөҙөмтәле тармаҡ булырға тейеш, ә монополист һәм шиклеләрҙе ашатыусы түгел” (ысынлап шулай тине, үҙәк федераль каналдарҙан ишеткән-күргәнһегеҙҙер: “Мы бубним-бубним из года в год о повышении качества услуг, а мало что меняется. ЖКХ должно стать эффективной отраслью, а не кормушкой для монополистов и сомнительных лавочек”). Итәк ҡырҡып, ең ямауҙың фәтүәһе юҡлығын да аңлай ил башлығы.
Әлбиттә, был теманың күтәрелеүе төрлө дәрәжәләге түрәләр өсөн кәрәк тә түгел, халыҡ өсөн иһә үтә мөһим. Статистикаға күҙ һалһаҡ, былтыр халыҡтың 47 проценты тап ошо өлкә проблемаларын, иң мөһиме, тип атаған. Әле был күрһәткес 54 процентҡа етә. Тимәк, Владимир Путин фекеренсә, проблема, ысынлап та, бар.
Рәсәй кешеләренең 40 проценты эҫе һыу менән тәьмин итеүҙә өҙөклөктәр булыуын билдәләһә, 30 проценттан ашыуы һыуыҡ һыу менән дә шундай уҡ хәл булыуын еткерә. Йәнә лә халыҡтың 25 проценты электр энергияһы менән тәьмин итеүҙең проблемалы яҡтарын атай.
Моғайын, тиҙҙән торлаҡ-коммуналь хужалыҡтар эшен йәмәғәт ойошмалары күҙәтә башлар. Сөнки Президент шундайыраҡ фекерен әйтте. Былтыр тарифтар үҫешен үтә күренмәле, йәғни ап-асыҡ итергә ҡарар сығарылғайны. Йәнәһе, түләүҙәр айырым фатирға ғына түгел, ә тотош йорт өсөн дә билдәле һәм, әлбиттә, аңлайышлы булырға тейеш. Шулай итеп, шәхси милексегә фатиры өсөн айырым түләү, дөйөм йорт тотонған өсөн айырым нормалар булдырылды. Һөҙөмтәлә нимә? ”Һөҙөмтәлә, − ти Владимир Путин, − тарифтар иҫ киткес тиҙ үҫте, хатта урыны менән ике-өс тапҡырға. Граждандар бөтә сығымдарҙы түләргә мәжбүр ителде”. Ғәйепле табыламы ул, юҡмы? Быға, ахыры, ил башлығы үҙе лә яуап бирә алмаҫ. Үҙе, бында граждандарҙың бер ғәйебе лә юҡ, нәҡ идара итеүсе компания йә власть органдары бөтә проблеманы хәл итергә тейеш, тип һанай ҙа ул.
Билдәле булыуынса, күп фатирлы йорттар менән идара итеү реформаһы тиҫтә йыл самаһы элек иғлан ителгәйне. Проблемалар һаман шул ташбаҡа тиҙлегендә хәл ителә, уның ҡарауы, реформа бара, тип ауыҙ тултырып һөйләргә күнегелгән. Һөҙөмтә бит юҡ кимәлендә. Идара итеүсе компанияларҙың күбеһе, хеҙмәт күрһәтеүҙән бигерәк, халыҡтан аҡса йыйыуҙы төп эше итеп күрә.
Бынан ары ил башлығы теге йәки был төбәктә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ системаһындағы хәл-торошҡа ҡарап урындағы властың эшмәкәрлегенә баһа бирәсәк. Тимәк, йә йылы һыу бирелеп етмәһә, йә һалҡыны булмаһа һ.б. шундай проблемаларҙың бөтәһен дә теркәп, кәрәк ергә әйтә-күрһәтә барырға кәрәк.
Һаман аҡыл ултырмаған?!
Бая үрҙә телгә алған доктриналағы юлдарҙы тағы ла ҡабатлап, бер “эш” тураһында ла әйтмәй китмәй булмай: ”… дәүләт менән идара итеүҙә хаос, тәртипһеҙлек булдырасаҡбыҙ. Беҙ һиҙҙермәй генә, әммә әүҙем һәм даими рәүештә чиновниктарҙың, ришүәтселәрҙең баш-баштаҡлығына, принципиалһеҙлеккә булышлыҡ итәсәкбеҙ…”
Әле һуңғы айҙарҙа ғына РФ Оборона министрлығы тирәләй ришүәтселеккә бәйле асыштар яһалып, халыҡ, аһ, итеүен дә туҡтатып өлгөрмәне. Көндән-көн миллиондарса һумға иҫәпләнгән мутлыҡ-урлашыуҙар буйынса һаман төп ғәйеплене белеп еткереп булмай. Шул уҡ ваҡытта Оборона министрлығының күп кенә активын урлаусы “Славянка” холдингы тирәләй тағы тауыш ҡупмаҡсы. Был компанияның яңы етәкселеге люкс тибына ингән сит ил машиналары һатып алып ята, имеш. Бер түгел, һигеҙ максималь ҡеүәтле Toyota Highlander (япон автомобиле) джибы 16,8 миллион һумға төшәсәк, йәғни һәр береһе ике миллион һумдан ашыу тора.
Әйткәндәй, был машина тәүҙә АҡШ баҙары өсөн сығарыла башлаған, беҙгә рәсми рәүештә бер нисә йыл ғына индерелә. “Славянка” етәкселеге биргән заявкала автомобилдең тик ҡара төҫтә, ҡеүәте 273 ат көсө, двигателе 3,5 литр күләмендә булырға тейешлеге күрһәтелә. Салонда иһә ултырғысының ҡара күндән тегелеүе шарт. Ә өҫтәмә ҡорамалдары исемлегендә − 54 пункт. Мәҫәлән, унда водитель һәм пассажир өсөн айырым температура тураһында ла һүҙ бара. Кем өсөн, ни өсөн алынасағы билдәһеҙ. Аңлашыла инде, ул машинала иҙән йыуыусы йөрөмәйәсәк. “Беҙ һәр һатып алынған әйбер өсөн отчет бирергә тейеш түгел, машиналар эш өсөн кәрәк”, − тигән компания хеҙмәткәрҙәренән берәү, “Известия” гәзите хәбәрсеһенең ныҡышып һорауына яуап итеп.
Ә холдингының элекке директоры Александр Елькинды 53 миллион һум аҡса урлауҙа ғәйепләйҙәр.
ҡиммәтле автомобилдәр алырға ниәтләүҙе эксперттар төрлөсә баһалай. Күптәре, “Славянка” ҡыйбатлы машиналарға аҡса сығарырлыҡ хәлдә түгел, был эште туҡтатырға кәрәк, тип белдерә.
Үкенескә күрә, Рәсәйҙә шундай тенденция барлыҡҡа килгән – яңы түрә килә лә бөтә нәмәне үҙгәртергә тотона, кабинетты йә машинаны алмаштырыуға дәүләт аҡсаһын сарыф итә.
Әйткәндәй, Оборона министрлығы 2014 йылдан хәрбиҙәр өсөн торлаҡ төҙөүҙе туҡтата һәм фатир урынына аҡса бирергә ниәтләй. Баҡһаң, фатир бүлгәндә төрлө ҡатмарлыҡтар килеп тыуа икән, кемгәлер балкон йә машина ҡуйыу урыны булмауы, фатир урынлашҡан ҡат, балалар баҡсаһына йә туҡталыштарға алыҫлыҡ оҡшамай. Аҡса бирһәләр, һәр хәрби үҙе теләгән райондан фатир ала аласаҡ.
”… Чиновниктарҙың, ришүәтселәрҙең
баш-баштаҡлығына…”
Киров өлкәһе губернаторы Никита Белых тураһында ишетеп беләһегеҙҙер. Унан әлеге ваҡытта Рәсәй Тәфтиш комитеты 2007 йылда РФ Дәүләт Думаһына депутаттар һайлау кампанияһында “Уң эштәр союзы”нан (2008 йылда ойошма тарҡалғансы Белых унда лидер була) 100 миллион һум аҡса урлау буйынса асылған енәйәт эшендә һорау ала. Бер нисә көн элек “Уржум спирт-араҡы заводы” йәмғиәтенең 25 процент акцияһын законһыҙ тотоноу, йәғни урлау буйынса шаһит булараҡ комитетҡа саҡырылғайны. Әле шулай уҡ “Кировлес” предприятиеһы милкен таратыуҙа ғәйепләнгән Киров губернаторының элекке кәңәшсеһе, хәҙер оппозиционер Алексей Навальныйҙан һорау алына.
Тиҙҙән Киров өлкәһе парламенты губернаторға ышаныс күрһәтеү-күрһәтмәү мәсьәләһен хәл итәсәк. Депутаттар махсус рәүештә сираттан тыш ултырышҡа йыйылып, төбәк башлығының отставкаһын ҡараясаҡ. 54 депутаттан 36-һы, губернаторҙы вазифаһынан бушатырға кәрәк, тип тауыш бирһә, отставка хәл ителде тигән һүҙ. Әле 20 депутат асыҡтан-асыҡ үҙенең Никита Белыхҡа ҡаршылығын белдерә. Үәт, батырҙар!
Ә был ваҡытта…
Түрәләр, чиновниктар, байҙар Рәсәйҙә генә баш-баштаҡлана, тип уйлаһағыҙ, яңылышаһығыҙ. Хаттин ашыусылар, телен тыя белмәүселәр донъя тулы. Эйе, ришүәтселек, дәүләт милкенә ҡул һуҙыу буйынса беҙҙә енәйәттәр әле генә ныҡлап асыла башланы. Рәсәй халҡын аңралатабыҙ, тип доктриналар яҙып ятыусы АҡШ-тың етәкселегендә лә артыҡ аҡыллылар ултырмай. Бына Джон Маккейн атлы сенаторҙы расизмда ғәйепләйҙәр. Был әфәнде Иран Президенты Мәхмүт Әхмәдинежадты маймыл менән сағыштырған. Эш былай булған: Ислам Республикаһы башлығы илендә тәүгеләрҙән булып йыһанға осорға (осош 2020 йылға күҙаллана) теләк белдергән. Шул иғландан алда ғына Иран журналистары космосҡа маймыл ебәрелеүе хаҡында әйткән.
“Әхмәдинежад йыһанға беренсе булып осорға теләй, ә үткән аҙнала ул османымы ни?” – тип яҙған социаль селтәрҙә Маккейн әфәнде, баяғы маймыллы капсуланы осороу хаҡындағы яңылыҡҡа һылтанма яһап. Аҙаҡтан, американдар үҙен күпләп тәнҡитләй башлағас, бының шаяртыу булыуын белдергән.