18.01.2013 Их, кейем, өшөтәһеңме, кеҫәгә һуғаһыңмы, әллә иҡтисадҡа өлөш индерәһеңме?
Рәсәй Президенты Хакимиәтендә ҡыҙыҡ ҡына һорашыу үткәргән әле “Известия” гәзите. Министрҙарҙың эшенең һөҙөмтәлелеге тураһында белешкән.
Мәғариф һәм фән министры Дмитрий Ливанов, төбәк үҫеше министры Игорь Слюняев, Алыҫ Көнсығыш эштәре буйынса министр Виктор Ишаев, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Максим Топилиндың “әҙ һөҙөмтәле” етәкселәр булыуы асыҡланған. Һорашыуҙа Президент кәңәшселәре, ярҙамсылары, хакимиәт департаменттары һәм идаралыҡтарының ҡайһы бер етәкселәре ҡатнашҡан. Баһа, әлбиттә, рәсми түгел. Дөйөм алғанда, ете министр шәп эшләй, туғыҙы – тотороҡло һәм дә баяғы бишәү.
“Шәптәр” исемлегенә көс структуралары ведомстволарын етәкләүселәр индерелгән – эске эштәр министры Владимир Колокольцев, оборонаныҡы Сергей Шойгу һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр министры Владимир Пучков. Шулай уҡ сит ил эштәре (Сергей Лавров), юстиция (Александр Коновалов), сәнәғәт һәм сауҙа (Денис Мантуров), финанс (Антон Силуанов) министрҙары һәйбәт баһа алған.
Ярарлыҡ эшләүсе туғыҙ иҫәбендәгеләргә ҡарата: “Уларҙың эшендә уйлап еткерелмәгән мәлдәр бар, әммә улар төҙәлә. Быға тиклем эшләүселәрҙең көсһөҙөрәк булыуы һиҙелә”, – тигәндәр.
Владимир Путиндың матбуғат секретары Дмитрий Песков әйтеүенсә, әлегә министрҙарға системалы баһа биреү мөмкин түгел, һөҙөмтәле эшләү күрһәткестәрен индереү буйынса эш алып барыла.
Ә Премьер-министр Дмитрий Медведев үҙенең матбуғат секретары Наталья Тимакова аша, Хөкүмәттең һәм министрҙарҙың эше һөҙөмтәлелеген тик Президент ҡына баһалай ала, тип уйлауын белдергән. “Президент Хакимиәтендәге берәүҙең дә фамилияһы күрһәтелмәгән. Бәлки, журналистар уйлап сығарғандыр?” – тигән кеүегерәк тә һүҙҙәрҙе еткергән Тимакова ханым.
Түбәндә “шәп” эшләүсе етәкселәрҙең дә, улай уҡ шәп эшләмәгәндәренең дә яңынан-яңы ниәт-теләктәренә, аҙымдарына күҙ йүгертеп сығырбыҙ. Йыл башы бит – вәғәҙәләр, бурыстар, пландар, кем әйтмешләй, вазифалар, погондар, йондоҙҙар.
Иң мөһиме – хәрбиҙәр өшөмәһен
Йыл аҙағында ғына РФ Оборона министрлығы теҙгенен үҙенә алыусы Сергей Шойгу әрмелә яңылыҡтар индерергә ниәтләй. Тиҙҙән хәрбиҙәр “портянка”, йәғни ”силғау” тигән һүҙҙе бөтөнләй онотасаҡ. Был хаҡта ведомство башлығы 14 ғинуарҙа видеоконференция рәүешендә уҙғарылған селектор кәңәшмәһендә белдерҙе. Әлбиттә, тотош һүҙҙе һәм кейемде алмаштырған әйберҙе нисек тиҙ генә онотаһың – “онотоу” 2013 йылдың аҙағына тура килергә тейеш. Беҙҙең Хәрби Көстәрҙә был эште атҡарыу өсөн өҫтәмә аҡса бүленеү ҙә мотлаҡ бит әле ул. Оҙайлы һаҡлау келәттәрендәге силғауҙарҙы нимә эшләтергә? Билдәле бер сығанаҡтан ишетелеүенсә, уларҙа һигеҙ миллион погон метр туҡыма ята, имеш. Унан 16 миллион самаһы силғау тегергә мөмкин.
Шойгу әфәнде билдәләүенсә, 2013 йыл өсөн ведомство бюджетында иң мөһиме – хәрбиҙәрҙе ҡышҡы кейем менән тәьмин итеү.
Яңы хәрби кейемгә тулыһынса 2014 йылда күсеп бөтәсәктәр, ә быйыл ғәскәрҙәр 700 мең яңы комплект аласаҡ. Поляр түңәрәге аръяғындағы, Себерҙәге, Үҙәк Рәсәйҙәге частар кейем алған да инде. Әлегә һалдаттарҙың күбеһе Валентин Юдашкин “тыуҙырған” йоҡа кейемдә туңырға мәжбүр. Шуныһы ла бар: модельер үҙе, был кейемдәрҙе мин раҫламаным, улар ныҡ үҙгәртелгән, йоҡартылған, тип бара. Уларҙа ла силғауҙы ойоҡбаш алмаштырған. Беләбеҙ инде, моғайын да, ҡытайҙарҙың бер нәмәгә эшкинмәгән еп ойоҡбаштарылыр, сүллектә, ҡом төшмәһен өсөн кейә торған.
Әйткәндәй, бер комплект кейем 19 әйберҙән тороп, хаҡы 35 мең һум самаһына етә. Үәт, исмаһам, кейем тек кейем!
Яңы форма күп ҡатлылыҡ принцибы менән тегелгән: теләһәң, бер ҡатын сисеп ташлайһың, теләһәң – кәбеҫтәләй ҡатланып, йылы кейенәһең. Әйткәндәренә ышанһаң, кейемдең 65 проценты – мамыҡтан, 35-е полимер материалдарҙан тора. Күн ҡайыш синтетикаға алмаштырылған. Бынан ары һалдаттарға яға аҫтын тегеү ҙә кәрәкмәйәсәк.
Ниҙелер американдарҙан күсермәһә, беҙҙекеләр тыныс йоҡлай алмаҫ ине – хәрби форманың да тап уларҙыҡы кеүегерәк булыуы бик ихтимал.
Йәнә лә кейем тураһында
Һөйләгәс һөйләйем инде – үрҙәге һорашыуҙар эшен “шәп һөҙөмтәле” тип күрһәткән тағы бер министр – Денис Мантуров мәктәп формаһын тергеҙеү яҡлы. Был хаҡта сәнәғәт һәм сауҙа ведомствоһы башлығы Президент Владимир Путин менән осрашҡан саҡта белдергән. Мәктәп формаһы беҙҙең еңел сәнәғәткә ярҙам итәсәк. Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына ингән мәлдә ватан етештереүселәренә еңел түгел. Шуға ла Мантуров әфәнде илдә ватан тауарҙары менән генә һатыу итеүсе үҙәктәр, заман теле менән әйткәндә, аутлеттар (бында “бренд”-тауарҙар ташламалы хаҡҡа һатыла) булдырырға тәҡдим итә. Тәү сиратта Рәсәй еңел сәнәғәтселәре етештергән продукцияға булышлыҡ ителәсәк. Үҙебеҙҙең дизайнерҙар ҙа, билдәлеләре генә түгел, ә эш башлаусылары ла ҡыуана ала.
Бер “әтнәкәһе” бар-барлыҡҡа – яҡшы тауар яҡшы материалдан эшләнә, ә кейем өсөн, мәҫәлән, мамыҡ беҙҙә бармы? Әлегә ул тик ситтән генә килтерелә, әммә былтыр Әстерхан өлкәһендә беренсе эксперименталь уңыш алынған. Владимир Путинға шул мамыҡтан эшләнгән туҡыманы килтереп күрһәткәндәр былай. Илдең еңел сәнәғәтен сифатлы йөн туҡыма менән тәьмин итеү маҡсатында быйыл Төньяҡ Кавказ федераль округындағы предприятиеларҙы йәлеп итеп, өр-яңы проекттың бойомға ашырыла башлауы көтөлә.
Шулай итеп, мамыҡ, һарыҡ һәм мәктәп формаһы Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына ингәндә юғалып ҡалмаһын өсөн үҙебеҙҙең еңел сәнәғәткә һиҙелерлек ярҙам итәсәгенә ышанабыҙ инде.
Кейем тигәс, тағы бер көлкөлөмө, әллә сәйерме ваҡиға күҙ осона эләгеп ҡалды. Баҡһаң, бына 12 йыл рәттән “Ыштанһыҙ бер көн” тип аталған халыҡ-ара флешмоб (бер үк ваҡытта бер үк нәмәне эшләү тигәнде аңлата) үткәрелә икән. Донъяның сәйерлеге бөтмәҫ! ҡайҙа уйлап сығарылғанын әйтмәһәм дә, тойомлай торғанһығыҙҙыр – Америкала инде. Быйыл да шул сарала 25 илдең 60 ҡалаһы ҡатнашҡан. Метроға төшөп, вагонға инәләр ҙә, салбарҙарын сисеп (ярай әле шыр яланғас түгел), бер ни булмағандай йөрөйҙәр, имеш. Был шаян акцияны ойоштороусыларҙың маҡсаты бер генә – һалҡын ғинуарҙа кешеләргә йылмайыу бүләк итеү. Күрәһең, башҡа аҡыллыраҡ саралар менән бөгөнгө кешене йылмайтыуы мөмкин түгелдер.
Әйткәндәй, Башҡортостанда ла кейемгә бәйле яңылыҡ бар. Өфө ҡалаһы мэры Ирек Ялалов ҡул аҫтындағыларын, теүәлерәге, ҡала хакимиәтендәге бүлек етәкселәрен кәңәшмәләргә свитер, джинсы кейеп йөрөүҙә тәнҡитләне.
Ә был ваҡытта…
Беҙҙең “яҡын дуҫыбыҙ” – Америка ҡушма Штаттарында февралдә үк дефолт көтөлә. Конгресс яҡын көндәрҙә дәүләт бурысы тураһында аныҡ бер сикте билдәләп өлгөрмәһә, әлбиттә.
Дефолттың нимә икәнен аңлайһығыҙҙыр инде. Ул инглиз теленән тәржемә иткәндә бурысты түләмәү тигән һүҙ.
Әле АҡШ-та дәүләт бурысының “түшәме” 16,394 триллион доллар тәшкил итә. Ябай кеше был һандар араһында бер ҡыйынлыҡһыҙ аҙашасаҡ. Барак Обама ла ошо көндәрҙә башын тотоп ултыралыр әле. АҡШ дефолт хәүефе алдына тәүгә килеп баҫмай. 2011 йылдың йәйендә лә был бәләнән саҡ ҡотолғайнылар.
Ә Иран Ормуз боғаҙында яңы ҡоралын һынаған. Был тиккә түгел, ахыры, берәй аҙым яһарға йөрөмәйме икән, тигән һораулы ҡараштарын төбәгән Көнбайыш шул тарафҡа. Иран айырыуса Хәрби-диңгеҙ көстәренең әҙерлеген ныҡ тикшерә, ти. Юҡ инде тыныслыҡ ул яҡтарҙа.
Хәйер, тыныслыҡ Греция тирәһенән дә “ҡасырға” иҫәп тота, буғай. Был илдең баш ҡалаһында билдәһеҙ кешеләр төнгө сәғәт өстә “Яңы демократия” партияһы офисына һөжүм итеп, Премьер-министр Антонис Самарастың кабинетына атҡан. Атҡан тигәс тә, ҡоралы беҙҙең Калашников автоматы булып сыҡҡан әле ул. ҡоралыбыҙҙың популярлығына иҫең китер.
Афина ҡалаһында башҡа сәйәси төркөмдәр урынлашҡан биналар ҙа йә яндырыла, йә әүеш-тәүеш итеп эшләнгән бомба шартлатыла. Банкоматтар, журналистар ҙа һөжүмгә дусар була. Греция, ысынлап та, оҙайлы көрсөккә башы-тояғы менән сумған кеүек.
Әйткәндәй
ҡорал тигәндән, дүшәмбелә беҙҙең республиканың Салауат ҡалаһында бер әҙәмдең йортонан тороп балалар баҡсаһына төбәп атыуы хаҡында бөтә ил белде. Полиция хеҙмәткәрҙәре килеп етеп, йорттоң башҡа фатирҙарынан халыҡты күсереп торҙо, “мәргән”де тотоу һәм ҡоралһыҙландырыу операцияһы әллә ни оҙаҡҡа һуҙылманы.
Оперативниктар менән һөйләшергә лә, ҡоралын тапшырырға ла теләмәгән, етмәһә, полицейскийҙарға ата башлаған “сәйер зат”ты (сабыйҙар булған бинаға атҡан кешене нимә тиһең тағы) штурм менән ҡулға алырға булалар. Әммә ир үҙен-үҙе үлтереп өлгөрә. Тәүҙә, спецназ тарафынан атылған, тигән һүҙ таралғайны, ә һуңынан асыҡланыуынса, махсус хеҙмәттәр килеп еткәнсе, енәйәтсе муйынына бысаҡ ҡаҙаған. Хәҙер Моратшиндың балалар баҡсаһына атҡан ваҡытында айыҡ йә иҫерек булыуы, психоневрология бүлегендә иҫәптә тороу-тормауы тикшерелә.
… Мәҡәләгә нөктә ҡуйылды тигәндә АҡШ-тың Кентукки штатындағы бер колледжда билдәһеҙ әҙәмдең атыш ойошторғаны тураһында хәбәр таралды. Унан алда ғына Миссури штатында бер студент кешеләргә атып, үҙе лә атылып үлмәксе булған.
Ә Барак Обама ошо көндәрҙә атыу ҡоралын ҡулланыу буйынса сараларҙы киҫкенләштереү ҡағиҙәләрен ҡабул итергә тейеш ине. Кешегә ҡорал йөрөтөү хоҡуғы барыбер ҡалдырыласаҡ икән. Бәғзе бәндәләрҙең шашыуы, “туйып кикереүе” яҡшыға килтермәҫе көн кеүек асыҡ…