«Йәшлек» гәзите » Сәйәсәт » Һуғыштың да төрлөһө була



23.11.2012 Һуғыштың да төрлөһө була

Рәсәйҙең “Ер һылыуҡайы” (“Мисс Зем­ля”) конкурсындағы вәкиле На­талья Переверзева илебеҙҙең бөгөнгө хәле тураһында асыҡтан-асыҡ һөйләп биреүе менән шау-шыу ҡуптарҙы.
“Минең илем – ҡомһоҙ, намыҫһыҙ, иманһыҙ кешеләр тарафынан талан­ған, ҙур, ярлы, зарлы ил. Рәсәйем – бер нисә һайланма кеше бөтөн байлығын “һурыусы” ҙур артерия ул. Рәсәйебеҙ – фәҡир”, − тигән дә ҡуйған һылыуҡай. Етмәһә, Төньяҡ Кавказ проблемаһы, күршеләр менән насар мөнәсәбәттәр, интеллектуаль миграция тураһында ла әйткән. Ярай әле, илдең ауырлыҡтарҙы еңеп сығырына өмөт бар, тип тә өҫтәгән: ”Күҙ йәштәренә, ҡайғы-һуғыштарға, Рәсәй менән кем идара итеүенә ҡарамайынса, мин донъяға күп нәмә биргән үҙ илем менән ғорурланам”.
Нишләйһең, матурҡай, уны-быны уйлап тормай, күңелендәге зарҙарын әйткән дә биргән инде. Бер яҡтан ҡараһаң, һүҙҙәрендә дөрөҫлөк тә бар. Ришүәтселек аша бюджет таланыуы тураһында көн һайын ишетәбеҙме? Ишетәбеҙ. Кавказда проблема бармы? Бар. “Аҡыллы баштар”ыбыҙ ситкә китәме? Китә. Һанаһаң, илебеҙҙәге проблемаларҙы яҙырға гәзит биттәре етмәҫ. Ә шул уҡ ваҡытта беҙҙәге хәл-торош донъялағы хәл-ваҡиғалар йөҙөндә тоноҡ ҡына булған һымаҡ. Һәүетемсә йәшәйбеҙ ҙә йәшәйбеҙ. Ныҡ халыҡ инде үҙебеҙ.

Күршеләрҙә − талаш,
ары – һуғыш

Талаш тигәнем, Грузиялағы ике власлылыҡ. Беҙҙең “изгелекле” дуҫыбыҙ Саакашвили хаким арбаһынан төшөрөп ҡалдырыла, унда хәҙер олигарх, Рәсәй менән сауҙа бәйләнештәрен тергеҙергә ниәтләүсе Иванишвили әфәнде ултырасаҡ. Ә бына тәүгеһе һаман йәбешеп маташа, бер ҙә йомшаҡ урындан төшөргә теләмәй, ти. Хатта ул торған резиденцияны бушатыуын һорап-һорап та, тыңлата алмағас, аптырап, электр утын һүндергәндәр, имеш. Бында ҡулға алыуҙар, төрмәгә ябыуҙар һәм кемдәрҙелер реабилитациялау башланды.
Ә арыраҡ – Израилдә, Газа секторында һуғыш башланыуын ишеткәнһегеҙҙер. Бер нисә көн эсендә генә йәһүдтәрҙән дә, фәләстандарҙан да йөҙҙәрсә кеше һәләк булған.
Әйткәндәй, Фәләстан меңәр йылдар инде Яҡын Көнсығыш менән Төньяҡ Африка илдәре араһында бер утлы күмер булып ята. Уны тегеләй ҙә тарталар, былай ҙа. Бында йәшәүсе нисәмә быуын йәһүд менән ғәрәптең даими шөғөлөнә әйләнде һуғыш. Фәләстан тарихынан белеүебеҙсә, мосолмандар ҙа хакимлыҡ итә, христиандар ҙа. Йәһүдтәр, тарихи йәнтөйәктәрен тергеҙергә була, күпләп төйәкләнә. 1947 йылда Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы (БМО) Фәләстанды икегә бүлеү планын яҙа – бында ике дәүләт төҙөү күҙаллана, йәһүд һәм ғәрәп дәүләттәре. Тәүгеләре хуплай, икенселәре ҡырҡа ҡаршы тора. Һөҙөмтәлә БМО аша күп ер йәһүдтәргә бирелә, Израиль барлыҡҡа килә. Ошо сәбәпле конфликттар бөгөнгәсә дауам итә. Газа секторы иң болғанышлы биләмәлер, моғайын. Бер-бер артлы тоҡанып торған яуҙар Мысырҙың әле беҙҙең туристар яратҡан Синай ярымутрауында, Шарм Әл-Шәйехендә лә, Суэц каналында ла үтте. Фәләстанды азат итеү ойошмаһы (ООП), унан аҙаҡ ФАТХ кеүек төркөмдәр төҙөлөп тә һуғыштар алып барылды. Бала саҡта радионан, ИТАР-ТАСС хәбәр итеүенсә, Газа секторында атыштар бара, тигән яңылыҡты йыш ишетергә тура килә торғайны.
Һәм, белеүегеҙсә, был яҡтарҙа һаман да тыныс түгел. Ғөмүмән, ә ҡасан атыш тауыштары ошо территорияларҙа бөтөнләйгә туҡтап ҡалыр, тигән һорау урынһыҙ ҙа яңғыраған һымаҡ, сөнки һуңғы ваҡыттағы Мысыр, Ливия, әлеге Сүриә миҫалында бөтөнөһө лә асыҡ кеүек.
Бөгөн Газа секторындағы конфликт үҙенең иң юғары нөктәһенә етте, буғай – имен халыҡ араһында ғына ҡорбандар һаны йөҙҙәрсә.
Израилдең арҡадаштары – АҡШ менән Европа уларға тотошлай ирек ҡуйҙы ла, бөтөн ҡан ҡойошта ХАМАС-ты ғына ғәйепләргә теләй. Йәһүдтәр үҙҙәре лә Газаны утта тотоуҙа энтузиазмын юғалта бара, сөнки фәләстандар күберәк һәләк булған һайын Израилгә ҡарата йәмәғәт фекере лә кирегә табан китәсәген яҡшы аңлай башланы хәрбиҙәр.
Хәҙер һауа атыштарын туҡтатыу хаҡында нисек тә килешә алмаһалар, Израиль әрмеһе сик буйында һуғыш башларға әҙер. Әммә яҡтар кем беренсе булып туҡтаясағын көтә, ахыры. Мысырҙың баш ҡалаһы ҡаһирәлә ошо һуғыш буйынса һөйләшеүҙәр бара, Хиллари Клинтон килеп етә һалды, БМО-ның Генераль секретары Пан Ги Мун сығыш яһай, беҙҙекеләр ҙә тыныс түгел.
Израиль Президенты Шимон Перес Газаға ҡорал һатыуҙа Иранды ғәйепләй. Шулай итеп, ниһайәт, ысын ғәйепле асыҡланып бара шикелле. Тель-Авив күптән Ирандың ядро объекттарына һөжүм итә алмай йонсой, Вашингтон, кем әйтмешләй, “добро” бирмәй ҙә ҡуя. АҡШ иҡтисады тағы бер һуғышты күтәрә алмаҫ, моғайын.
Иран яғынан һуғышҡа бына-бына ҡыҫылып китергә әҙер тороусы илдәрҙе лә атай­ҙар – Төркиәнән Һиндостанға һәм Судан­дан Ливияғаса барыһы ла. Шул исемлеккә Рәсәй ҙә эләгә, сөнки СССР-ҙың “балаһы” Рәсәйҙең теләһә ҡайһы ваҡытта Иранға ғәскәр индерә алыуын күҙаллаған килешеүҙе әле берәү ҙә юҡҡа сығармаған. Унан Ирандың Израиль менән миллиардлаған һумға торош иткән берлектәге хәрби проекттары булған Әзербайжанға ут асыуы ихтимал, артабан Әзербайжандан Рәсәйгә миллиондарса ҡасаҡ сығасағы көн кеүек асыҡ.
Әйткәндәй, Газа секторындағы әлеге һуғыш донъя баҙарында нефткә хаҡ күтәрелеүенә сәбәпсе булды.
Шулай, бер урындағы ҡан ҡойош бөтә донъяға барыбер үҙенең шаңдауын ишеттерә. Аңлай торған­һы­ғыҙҙыр – Мысыр, Ливия һуғыштарынан һуң Сүриә әле булһа тына алмай. Әммә унда байтаҡ бер балыҡ башы сәйнәлгәс, яңы урында яңы конфликт кәрәк булды. Һәм, рәхим итегеҙ. Сиратта ҡайһы илдәр?

Ә был ваҡытта…

Рәсәйҙә ҡорал тотмайҙар, беҙҙә тыныс, тип уйлағандар яңылыша. Мәҡәләнең башында телгә алған һылыуҡай донъя гүзәллек бәйгеһендә әллә юҡтан ғына моңайып илдең мөшкөллөгө тураһында һөйләп торған, тиһегеҙме?
Телевизорҙы асығыҙ әле, иң беренсе яңылыҡтарҙан, Мәскәүҙә туйҙа кавказдар тағы атты, тигән кеүегерәген күрерһегеҙ. Быға тиклем, әйтерһең дә, атмағандар. Ниңә бөгөн ҡуйырталар? Сөнки Кавказ кешеһенең ҡулында һәр саҡ ҡорал, тигәнде беҙгә һеңдерергә маташалар. Туйҙа мылтыҡтан атып “йола үтәү” хаҡында бер тапҡыр күрһәтеп-һөйләп алғайнылар, хәҙер аҙна һайын тиерлек шуны ҡабатлай­ҙар, сөнки атышҡа реклама яһалды. Әле генә чечендар ата, әле ингуштар, әле дағстандар, әле әзербайжандар.
Йәнә бер миҫал. Бер нисә ай элек ҡаҙанда диндарҙарға һөжүм иткәйнеләр. Унан күп тә тормай, йәнә бер террорсыны тоттолар. Әле килеп Татарстандың баш ҡалаһында тағы бомба шартлаған. Шартлатҡысты бер ир үҙе яһаған. Бығаса ла шундай “һөнәре” буйынса хөкөм ителгән булған.
Ә “Динамо” менән ”Зенит” араһындағы футбол матчында петарда ырғытыу һуң? Ысын футбол көйәрмәндәре эшеме ни инде? Әгәр дөрөҫ аңлаһам, был ҡыҙҙар эше булып сыҡҡан. Өфө көйәрмәне бөтөнләй килештерҙе – уйын һөҙөмтәләре менән килешмәйенсә, “Толпар” хоккей командаһы һөжүмсеһенә травматик пистолеттан атҡан.
РФ Дәүләт Думаһы депутаттарына ла эш артты − хәҙер “Көйәрмәндәр тураһында” закон ҡабул итергә кәрәк.
Бер көн эш урынында хеҙмәттәштәрен атҡан Виноградов атлы әҙәм тураһында һөйләгәндә, ниндәй ҡорал ҡулланған, уны офисҡа нисек алып ингән, нисек атҡан – һәммәһен тәфсирләп күрһәттеләр, бер һүҙ менән әйткәндә, инструкция биргән кеүек булды. Рәсәйҙәге ике проблема – юлдар һәм иҫәрҙәр рәтенә ҡорал йөрөтөүселәр ҙә инде.
Бындай “баш командующий булмаған һуғыштар”ҙан беҙҙең бер кемебеҙ ҙә азат һәм яҡлаулы түгел. Илде, ерҙе һаҡлап һуғышыу урынына замандың әллә ниндәй аңлашылмаған сиргә юлығыусы одиоз әҙәмдәре ҡоралға тотона. Күңел төшөнкөлөгө, ышаныс юғалыу, киләсәкте яҡты итеп күрмәү – ошоларҙа ла барҙыр ғәйеп. Етмәһә, бөтмәҫ үҙгәртеп ҡороуҙар, реформалар, ҡулайлаштырыуҙар, халыҡты ҡотортҡандай, көн һайын арта.

Әйткәндәй

Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев Хөкүмәт эшен тәнҡитләгән.
Баҡһаң, РФ норматив-хоҡуҡи базаһында хөкүмәттән талап ителгән законға бәйле 200-ләп акт етешмәй, имеш. Аңлайышлыраҡ итеп әйткәндә, ил хөкүмәте уны эшләп еткермәгән. Һуңғы ун йыл эсендә хөкүмәт тарафынан Конституция судының 58 ҡарары үтәлмәгән.
“Кешеләрҙән тәртип талап иткәнсе, үҙеңде ҡарарға кәрәк. Әлеге тейешле документтарҙы эшләү мотлаҡ. Уларҙың һәр береһе кеше проблемаларын хәл итә”, − тигән Медведев. Бында инде, йәмәғәт, ниндәй ҙә булһа һүҙ артыҡ. Балыҡ башынан серей, тигән әйтем тура килә лә ҡуя.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға