«Йәшлек» гәзите » Сәйәсәт » Рәсәй һәм Төньяҡ Кавказ



02.11.2012 Рәсәй һәм Төньяҡ Кавказ

Рәсәй һәм Төньяҡ Кавказ
Рәсәй һәм Кавказ араһындағы ҡан ҡойош ике йөҙ йылға яҡын бара. Әммә улар һәр саҡ һуғышып йәшәмәгән. Илебеҙгә фашизм ябырыл­ған саҡта ата-бабаларыбыҙ арҡаға-арҡа терәшеп, дошманға ҡаршы көрәшкән. Әммә бөгөн ундағы граждандар һуғышы һаман тынмай. Шул тарафтан ҡурҡыныс яңылыҡтар туҡтауһыҙ ағылғас: “Ни эшләп даулаған иректәрен биреп кенә ҡуй­май­ҙар?” – тип ил етәкселәрен битәрләйбеҙ.
Рәсәйгә Төньяҡ Кавказ кәрәкме? “Эйе, кәрәк!” – ти сәйәсәт өлкәһендәге эксперттар. Ә ни өсөн Рәсәй һәм Кавказ бергә булырға тейеш? Түбәндә быға ун дәлил.

1. Рәсәй бер нисә быуат инде үҙенең ресурстарын Кавказға йүнәлтә, уның төрлө өлкәләрен үҫтерә. Бынан тыш, илебеҙгә биләмәләрен таратыуҙан туҡтарға ваҡыттыр! Юғиһә, Аляска – АҡШ-ҡа, ҡырым – Украинаға, Порт-Артур – ҡытайға, Финляндия, Польша ла байтаҡ еребеҙҙе үҙләштерҙе. Ата-бабаларыбыҙ ҡан түгеп һаҡлаған ерҙәрҙе хөрмәт итергә кәрәк бит!
2. Беҙҙе үткәндәр берләштерә, Кавказ халҡы Рәсәй мәнфәғәте өсөн бик күп яҡшы эш ҡылған. СССР-ҙың халыҡ артисы, опера һәм эстрада йырсыһы Рашид Бейбутов, Рәсәй шағиры һәм яҙыусыһы, Дағстандың халыҡ шағиры Рәсүл Ғамзатов, Рейхстагҡа иң беренсе булып Еңеү байрағын ҡаҙаусы Абдулхаким Исмаилов кеүек шәхестәр – ике яҡ ғорурлығы.
3. Төньяҡ Кавказ Рәсәй өсөн стратегик яҡтан бик уңайлы төбәк, шуға күрә беҙгә уны юғалтырға ярамай. Ул – Көнбайыш һәм Көнсығыш араһындағы яҡшы форпост. Юҡҡа ғына АҡШ та Кавказда үҙ позицияһын нығытырға тырышмай.
4. Рәсәйгә Кавказды юғалтыу иҡтисади яҡтан отошһоҙ. Кемдең юғары сифатлы Чечня нефтен йәки Дағстандағы ҡеүәтле ГЭС-ты юғалт­ҡыһы килһен? Бынан тыш, ошо төбәктәге республикалар Рәсәйҙең күп төбәген емеш-еләк һәм йәшелсә менән тәьмин итә. Юғары сифатлы шарап һәм коньяҡ та беҙгә ошо яҡтан килә.
5. Рәсәй һәм Кавказдың мәҙәниәте тығыҙ үрелгән. Мөслим Магомаев, Полад Бюль-бюль оғлы, Махмуд Эсамбаев, Рашид Бейбутов, Булат Окуджава, Валерий Гергиев… Сәнғәт әһелдәрен бөгөн дә яраталар, һоҡланалар. Улар Советтар Союзы һәм Рәсәйҙең дөйөм мәҙәниәтен сағылдыра.
6. Кавказ илдән айырылған осраҡта башҡа төбәктәрҙең дә шуға ынтыла башлауы ихтимал. Миҫал итеп, үткән быуаттың 90-сы йылдарын хәтергә төшөрөгөҙ.
7. Эйе, кавказдарҙың менталитеты ҡырҡа айырыла, әммә был айырылыуға сәбәп була алмай. Рәсәйҙең көсө – уның күп милләтле халҡында һәм мәҙәниәтенең төрлөлөгөндә.
8. Был ике төбәктең айырылыу идеяһы Рәсәйҙең үҙәк төбәктәрендә милләтселек кәйефен уятыуы ихтимал. Олатай-өләсәйҙәре Бөйөк Ватан һуғышында фашизмды еңгән ҡайһы бер йәштәрҙең нацизм символикаһына табынып йөрөүе аңға һыймай (бындай хәл, шөкөр, беҙҙең республикала күҙгә ташланмай. Ә бына хатта күрше төбәктәрҙә ундай күренеш ғәҙәтигә әүерелеп бара). Әйткәндәй, Кавказда неофашистар ҙа, нацистар ҙа, скинхедтар ҙа юҡ.
9. Күптәр, Кавказ Рәсәй иҫәбенә йәшәй, әрәмтамаҡтарҙан ҡотолор­ға кәрәк, ти. Был фекер дөрөҫ түгел, быға бер ниндәй ҙә нигеҙ юҡ.
10. Элек-электән Кавказ биләмәһе өсөн Рәсәй, Фарсы, Төркиә, Осман империяһы һәм башҡалар һуғышҡан. Бөгөн дә был “геосәйәси уйын” дауам итә. Илебеҙ унан китһә, донъяла көстәрҙең тәртибе икенсе юҫыҡҡа күсәсәк. Ә уға әлегә бөтөнләй әҙер түгелбеҙ. Илебеҙ имен, күгебеҙ тыныс булһын тиһәк, Рәсәй һәм Кавказ берҙәм булырға тейеш.


Гүзәл ЯХИНА әҙерләне.

(“Кавказ халыҡтарының бейеүе” блогы мәғлүмәте файҙаланылды).

Әйткәндәй

Төньяҡ Кавказ федераль округында йәшәүселәрҙең 40 процентҡа яҡыны – дәүләт елкәһендә йәшәүсе (иждивенец). Быға туғандарҙың ярҙамы, алименттар ҙа инә. 25 проценты тик пособиеларға, шул иҫәптән эшһеҙлек буйынса пособиеға көн күрә.
Рәсәй дәүләт статистикаһы башлығы Александр Суринов белдереүенсә, был, һәр алтынсы кеше тиерлек төрлө пособиеларға йәшәй, тигән һүҙ. Бындағы халыҡ бик үрсемле − һәр ғаиләлә тиерлек 5 – 6 бала иҫәпләнә. Тимәк, балалар пособиеһына көн күреүсе ғаиләләр ҙә күп.
2010 йылда үткәрелгән Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа был төбәктәр халҡы йәшәү сығанағы итеп тап шуны күрһәткән. 34 проценты ғына хеҙмәт эшмәкәрлеген атаған.
Дөйөм Рәсәйҙәге күрһәткес менән сағыштырһаҡ, ил буйынса пособиеларға йәшәүселәр ни бары туғыҙ процент.
Шундай мәғлүмәт тә билдәле: былтыр төньяҡ Кавказ федераль округында 2,5 миллиард һум бюджет аҡсаһының урланыуы асыҡланған. Уның ни бары 2,8 процентын ғына кире ҡайтара алғандар. Төбәктәге Генераль прокурор вәкиле әйтеүенсә, чиновниктар аша бюджет аҡсаһына криминаль ойошмалар ҡул һуҙып маташа.
А. АҡБУЛАТОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға