«Йәшлек» гәзите » Сәйәсәт » Һүҙ – турғай… осоп китһә?!



26.10.2012 Һүҙ – турғай… осоп китһә?!

йәки Ошо көндәрҙә беҙҙең ҡолаҡҡа ишетелгәндәрҙән бер кәлимә
Бөгөн бер нәмәгә лә аптырарға ярамай. Ана, Калифорнияла аҡ кит кеше тауыштары сығарған, ти. Уны берәү ҙә өйрәтмәгән, берәү ҙә ирек­һеҙләмәгән – үҙе тотҡан да “һөйләшкән”. Ярай әле, дәлил булһын, тип тауышты яҙып алырға өлгөргәндәр. Был кит, әлбиттә, океандан йөҙөп килеп, кеше тауышын ҡабатларға өйрәнмәгән, ә махсус бассейнда аҫралған. Шундағы бер хеҙмәткәргә, “бар бынан сыҡ” тигән кеүегерәк һүҙ әйткән тиме шул. Һәр хәлдә, баяғы кеше, коллегаларым бассейндан сығырға ҡуша, тип уйлаған. Аҙаҡ янында киттан башҡа бер кем дә булмауын аңлап, саҡ артына ултырмаған.
Бына шулай, йәмәғәт, кеше генә ғәләмәт аҡыллы, тип уйлап булмай.

“Аҡылынан яҙып барамы әллә?”

Шулай тип аптырай РФ Дәүләт Думаһы депутаттары, “Роспотребнадзор” башлығы Геннадий Онищенкоға ҡарап. Ни өсөн тигәндә, баш санитар табип, әгәр ҙә тәмәкегә ҡаршы закон Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тәҡдим иткән йөкмәткелә ҡабул ителмәһә, парламентты таратырға кәрәк, тигән фекерен әйткән икән.
Иҫегеҙҙәлер, бер нисә көн элек кенә Рәсәй Хөкүмәте “Тәмәке төтөнөнән һәм тәмәке тартыу эҙемтәләренән халыҡ сәләмәтлеген һаҡлау тураһында”ғы закон проектын хупланы. Унда яҙылғанса, тиҙҙән власть органдары биналарында, балалар­ҙың уйын майҙансыҡтарында, мәктәп-университеттарҙа тәмәке тартыу тыйыласаҡ, 2015 йылда тыйыу бөтөн йәмәғәт урындарына ла ҡағыласаҡ.
Онищенко әфәнде әйтеүенсә, ошо законды ҡабул итеү Рәсәйҙе әҙерәк булһа ла цивилизациялы илгә әйләндерәсәк. “Беҙ шул тиклем күп тартабыҙ, тиҙҙән балаларыбыҙ ҙа даими рәүештә тәмәке һурасаҡ”, − ти ул.
Ә инде, Думаны таратырға кәрәк, тигән ниәтен депутаттар, әлбиттә, шундуҡ ишетеп ҡалған да, баш санитар табиптың үҙен йә отставкаға, йә психиатрик дауаханаға тикшерелергә ебәреү тураһында һүҙ йөрөтәләр, ти. Теүәлерәк әйткәндә, “Берҙәм Рәсәй” депутаты Андрей Макаров шулай тәҡдим иткән. Дәүләт Думаһы спикеры Сергей Нарышкин хәҙер Геннадий Онищенко менән етди генә һөйләшеп алыр­ға иҫәп тота.
Нишләйһең, уйлағанын әйткән дә ҡуйған инде. Онищенконы әйтәм, уға эш ныҡ күп тә баһа! Ул йә япондың сей ризыҡтарын ашап ағыуланған кешеләребеҙ өсөн борсола, йә самаһыҙ эскелеккә бирелгәндәр­ҙе нисек һауыҡтырырға белмәй.

Йәнә дошманлыҡ хаҡында

Әйтеү тигәндән, хәтерегеҙҙәме икән, яҙ көнө АҡШ президентына кандидат Митт Ромни Рәсәйҙе “беренсе геосәйәси дошман” тип атағайны. Унан һуң да был һүҙҙәрҙе бер нисә тапҡыр ҡабатлағаны беҙгә килеп ишетелде. Әле килеп, Рәсәй тураһында әйткәнемде киң мәғлүмәт саралары менән Барак Обама арттырып ебәрә, тигән.
Әлеге АҡШ Президенты менән дебат ваҡытында Обама әфәнде унан һорап ҡуйған бит, ни өсөн Рәсәй дошман һуң ул, тип. Мәҫәлән, ниңә Иран, йә террорсылар түгел?
“Минең һүҙҙәрҙе дөрөҫ аңламайһығыҙ. Мин Рәсәй тураһында бары тик, геосәйәси дошман, тип кенә әйттем, ә АҡШ-тың милли хәүефһеҙлеге яғынан ҡарағанда, Иран менән “Әл-ҡаиҙә” дошман тиһәң дә дошман”, − тип яуаплаған Ромни.
Дошманлыҡты тикшергәндә, шул да ҡолаҡ осона килеп инде: ”Мәскәү ошо көндәрҙә ислам һәм мосолмандар өсөн беренсе дошман булып китте”, − тигән сөнни ғалимдарҙың иң аҡыллыларынан һаналған шәйех Йософ Әл-Кардауи. Уның был әйтеүенә Сүриәләге хәлдәр килеп “ҡыҫылған”. НАТО менән Америка унда ер ҡуптарып барып инер ине лә, Рәсәй ҡамасаулай. Шуға ла бөтөнөһө лә беҙҙең илде ниҙәлер ғәйепләп маташа.
Әлеге шәйех – “Мосолман туғандар” ойошмаһының рухи лидеры. Уның теге йәки был илде дошман тип әйтеүе була, эйәрсендәре шундуҡ “элеп тә ала”. Әйткәндәй, ғалим 120-нән ашыу китап авторы, халыҡ-ара наградалар лауреаты, 2008 йылда донъяның иң аҡыллы кешеләренең береһе тип танылған, улай ғына ла түгел, Британияның “Проспект Магазин” (Prospect Magazine), Американың ”Форейн полиси" (Foreign Policy) журналдары буйынса “донъяның иң интеллектуаль 100 кешеһе” исемлегендә өсөнсө урынды алған.
Әл-Кардауиҙың беҙҙең ил хаҡында улай тип әйтеүе файҙаға түгел инде. Ни генә тимә, әллә ҡайҙа ятҡан Сүриәнең ҡанлы еле ниндәйҙер кимәлдә беҙгә килеп етте, ахыры. Етмәһә, Төркиә етәкселеге лә Рәсәйҙе, Сүриә лидеры Бәшәр Асадты хуплайһығыҙ, тип ғәйепләй.
Төркиә Премьер-министры Рәжәп Тайып Эрдоган Президент Владимир Путинға шуны белдереү өсөн шылтыратҡан. Төркиәнең “Айдинлик” (Aydinlik) гәзите һөйләшеүҙең стенограммаһын баҫып сығарған, имеш. Унда Путиндың, әгәр Сүриә сиген бер генә төрөк һалдаты үтһә лә, Рәсәй быға ҡаты йоғонто яһаясағын әйткәне теркәлгән.
Төркиә менән Рәсәй араһы 10 октябрҙә, Анкара Мәскәүҙән Дамаскыға осоусы самолетты төшөргә мәжбүр иткәндән һуң киҫкенләшә биреп ҡуйғайны. 35 пассажир (улар араһында балалар ҙа бар) булған самолетты оҙаҡ тентегәндәр. Төркиә Премьер-министры әйтеүенсә, унда Рәсәй боеприпастары, хәрби ҡорамалдар булған, йөк Сүриә Оборона министрлығына тәғәйенләнгән. Хәҙер беҙҙекеләр шул хәлгә аңлатма көтә. Самолет бортындағы электротехник ҡорамалдарға документтар тәртиптә булған, бындай йөктө ҡайҙалыр оҙатыу бер ниндәй ҙә халыҡ-ара талаптарға ҡаршы килмәй.
Йәнә берәүҙең һуңғы көндәрҙә әйтеп ысҡындырған һүҙе көлдөрә лә, уйландыра ла. Әлеге лә баяғы Грузия президенты Михаил Саакашвили, Рәсәйҙе Грузиялағы парламент һайлауҙары һөҙөмтәләренә ҡыуаныс белдереүҙә ғәйепләп, “иртә шатланмаһын” тип янай.
“Беҙҙең төньяҡ күрше (Рәсәй), 20 процент еребеҙҙе оккупациялаусы, һайлау һөҙөмтәләрен маҡтап маташа. Алдан шатлана. Уның (В. Путиндың) сигенә яҡын дәүләттең хөкүмәте ғәҙел демократик һайлау юлы менән үҙгәрҙе, был хәл үҙ илендә авторитар идараны һаҡларға теләүсе өсөн бер ҙә яҡшы яңылыҡ түгел”, − тигән Саакашвили әфәнде.

“ҡар, һыуыҡ, айыуҙар, араҡы һәм мөйөш һайын Калашников автоматы…”

Немецтарҙың ҡайһы берәүҙәре Рәсәй хаҡында ошондай фекерҙә, имеш. Бәлки, бер ни тиклеме дөрөҫтөр ҙә. Һуңғы ике әйберҙе әйтәм дә. Магазинда ул ялтыр “аҡбаш”тың ниндәйе генә юҡ. “Мине ал, мине ал” тигәндәй, теҙелешеп ултыралар. Ә “Калашников”ҡа килгәндә инде, күп булыр шул − юғарыла ултырыусылар үҙҙәре рөхсәт итергә йөрөй ҙә инде. Бөгөн урамда түгел, үҙеңдең соланыңда ла ҡурҡыныс, шунлыҡтан автоматың булыуы бер ҙә ғәжәп түгел.
Әйткәндәй, ул немецтың һүҙен ике йыл ярым Германияла йәшәгән элекке ватандашыбыҙ, ҡағиҙә булараҡ, немецҡа кейәүгә сыҡҡан сираттағы Рәсәй ҡатыны һөйләгән. Хәҙер фрау Цеске булып киткән был ханым бөгөнгө немецтарҙың Рәсәй тураһында әҙ белеүен, хатта илебеҙ менән ҡыҙыҡһын­мау­ҙарын да билдәләй. Ул дуҫтарын Мәскәүгә саҡырған икән, тегеләр, күҙҙәрен түңәрәкләндереп: ”Ә унда ҡарарлыҡ нимә бар?” – тип һорағандар ҙа: ”Юҡ, һеҙҙә инглиз телен белмәйҙәр, кредит карталарын ҡулланып та булмай, тағы ла демократия юҡ һәм бик ҡурҡыныс”, − тип йөҙҙәрен сирылтҡандар.
“Рәсәйҙән киткәндә кирегә күперҙәрҙе бөтөнләй үк яндырып китмәгеҙ, ҡайтыр мөйөшөгөҙ ҡалһын, яҡындарығыҙ менән бәйләнеште өҙмәгеҙ”, − тигән сит илгә ашҡынып тороусыларға элекке яҡташыбыҙ.
Әйткәндәй, бөгөн сит ил ирҙәренә кейәүгә сығыусы ҡыҙҙарыбыҙ һаны йөҙәр меңдәр менән иҫәпләнә. Бынан биш-алты йыл элек кенә Төркиәнең бер телеканалында һуңғы ун йылда төрөк егеттәренә кәләш булған 200 мең Рәсәй ҡыҙы тураһында һөйләгәндәр.

Ә был ваҡытта…

Ун йыл тигәндән, Рәсәйҙә “Норд-Ост” мюзиклы ваҡытындағы фажиғәгә ун йыл тулыуҙы билдәләнеләр. Мәскәүҙә ул саҡта тамаша барышында 900-ҙән ашыу кешене террорсылар аманатҡа алғайны.
Ваҡиғаларҙы бер аҙ иҫләп әйткәндә, бандиттар менән һөйләшеү өс көнгә һуҙыл­ған, улар Чечнянан ғәскәрҙәрҙе сығарыу талабын ҡуйған. Илдең абруйлы шәхестәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре алып барған һөйләшеүҙән һуң бер нисә генә кеше иреккә сығарылған. Махсус хеҙмәттәр тап ошо көндө, 26 октябрҙә әсирҙәрҙе ҡотҡарыу буйынса операция башларға мәжбүр булғандар ҙа, бинаның вентиляция системаһынан “йоҡлата торған газ” ебәрелгән. Террорсылар ҡулынан биш кеше һәләк булған, ә ҡалғандары, 125-е, газға ағыуланып, кемеһе − урында, кемеһе дауаханала үлгән, шул иҫәптән бандиттар ҙа дөмөккән.
һәләк булған берәүҙең әсәһе Татьяна Карпова әйтеүенсә, тәүҙә, террорсылар ғына үлтерелгән, тигәндәр. Аҙаҡ ҡорбандар һаны артҡан – 10 кеше... 20... 90... 100...







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға