«Йәшлек» гәзите » Сәйәсәт » Венгрия өсөн Башҡортостан ҙур мөмкинлеккә эйә партнер



19.10.2012 Венгрия өсөн Башҡортостан ҙур мөмкинлеккә эйә партнер

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Республика йортонда Венгрияның Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Иштван Ийдярто менән осрашты. Унда иҡтисади өлкәлә хеҙмәттәшлек итеү мәсьәләләре, берлектәге гуманитар проекттарҙы бойомға ашырыу мөмкинлектәре тикшерелде.
Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, әлеге ваҡытта Башҡортостан менән Венгрия араһындағы мөнәсәбәттәр яҡшы үҫешә, әммә үҙ-ара килешеп эш итеү мөмкинлектәре тулы кимәлдә файҙанылмай. Республика Президенты юғары технологиялар, ауыл хужалығы, туризм, һаулыҡ һаҡлау, нефть эшкәртеү өлкәләрендә бәйләнештәрҙе әүҙемерәк үҫтерергә тәҡдим итте.
− Һеҙҙең нефть эшкәртеү заводтары, химия комбинаттары менән хеҙмәттәшлек итергә әҙербеҙ. Беҙ химия йүнәлешен әүҙем үҫтерергә теләйбеҙ, газ химияһы киләсәктә республиканың химия индустрияһын үҫтереүҙә өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе буласаҡ, – тине ҡунаҡҡа Башҡортостан Прези­денты.
Венгрия илсеһе һүҙҙәренсә, Венгрия менән Башҡортостандың үҙ-ара килешеп эш итеүе көрсөккә тиклемге осор­ҙағы кеүек үк әүҙем үҫтерелмәй. Башҡортостан Венгрия өсөн – ҙур мөмкинлектәре булған партнер. Беҙҙә уңышлы эшләгән предприятиелар күп. Иштван Ийдярто республикала венгр­ҙар­ҙы ҡыҙыҡһындырған төрлө продукция етештерелеүен дә һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Әйткәндәй, Венгрия − Башҡор­тостандың ситтәге ҙур сауҙа партнеры. Былтыр ете ай эсендә ике яҡтың үҙ-ара тауар әйләнеше 336,4 миллион доллар тәшкил иткән. Республика 334,8 миллион һумлыҡ тауар һатҡан.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға