09.10.2010 Килем – йәшәү сығанағы
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу көнө яҡынлаша. Иҫәп алыусы ҡыҙыҡһынасаҡ мәғлүмәттәр араһында иҡтисадҡа ҡағылған «Йәшәү сығанаҡтары» тигән төркөм һорауҙары 10-сы булып биреләсәк. «Эшләйһегеҙме?», «Шәхси ярҙамсы хужалығығыҙ бармы?», «Стипендия йәки пенсия алаһығыҙмы?» кеүек аныҡлаусы һорауҙар менән бергә «эшһеҙлек буйынса пособие», «дәүләттең башҡа тәьминәте», «һаҡлыҡ аҡса, дивидендтар», «күсмәҫ милекте ҡуртымға биреү», «патент килеме» һ.б. кеүектәре лә байтаҡ. Әгәр ҙә килемегеҙ бер нисә икән, ҡайһыһын иң мөһиме тип иҫәпләйһегеҙ, тип тә ҡыҙыҡһынасаҡтар.
Эшкә һәм эшһеҙлеккә ҡағылышлы 11-се төркөм һорауҙары тағы ла күберәк. Төп эшегеҙҙә кем булып, йәғни ялланып эшләүсе йәки яллап эшләтеүсеме, эш урынығыҙ ҡайҙа – Рәсәй Федерацияһындамы, икенсе эш эҙләп ҡаранығыҙмы, кеүек һорауҙарға яуап та иҫәпсе өсөн мөһим. Иҡтисади яҡтан һәләтле граждандарҙың ҡайҙан килем алыуы – статистика органдарын иң ныҡ ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙың береһе, сөнки был хөкүмәткә һалым сәйәсәтен эшләү өсөн кәрәк. Төп һүҙгә күсер алдынан 2002 йылғы иҫәп алыу йомғаҡтарына ҡараш ташлау, ғөмүмән, сағыштырып ҡарау урынлы.
Һигеҙ йыл элек республика халҡының 1,7 миллионы – эш хаҡына, 928 меңдән ашыуы – шәхси ярҙамсы хужалығы, 102,4 меңе – стипендия, 873,8 меңе пенсия иҫәбенә көн иткән. Ғәриплек өсөн, башҡа төрлө пособиелар алғандар ҙа күп кенә. 23,7 мең, шул иҫәптән 18,6 мең ҡала кешеһенең эшһеҙлек өсөн пособие алыуы хеҙмәт баҙарындағы хәлдең ҡырҡыулығы хаҡында һөйләй. Шәхси ярҙамсы хужалыҡ иҫәбенә көн күреүселәр ауыл ерендә күпселек (682,9 мең) кеше теркәлһә, ҡалала ла ундайҙар байтаҡ: 245 меңдән ашыу. 9,3 мең кешенең һаҡлыҡ аҡсаһына, ә 3,1 меңенең торлағын ҡуртымға биреү иҫәбенә йәшәүе, 1,3 миллион кешенең – ике, 90 меңенең – хатта өс һәм 3 меңләп кешенең дүрт һәм унан да күберәк сығанаҡтан килем алыуы, әлбиттә, баҙар капитализмы күренеше. 1,3 миллиондан ашыу кеше, моғайын, балаларҙыр, кемдең дә булһа ҡарауында булған.
Түбәндәге мәғлүмәттәр ҙә ҡыҙыҡһыныу уятырлыҡ. 1,6 миллион эшкә һәләтле кеше ялланып аҡса тапһа, 26,1 меңе үҙе кеше яллап эшләткән. Иҡтисади эшмәкәрлек менән шөғөлләнеүселәрҙең күбеһе эшкәртеү сәнәғәтендә – 334,7 мең, ауыл хужалығында – 220,4 мең, сауҙала – 191 меңдән ашыу, мәғарифта – 181,7 мең, төҙөлөштә – 135 мең, транспортта һәм келәт хужалығында – 122,3 мең, һаулыҡ һаҡлауҙа 115,8 мең кеше көс түккән. Бынан тыш, баҙар иҡтисады менән бәйле финанс аралашсыһы, күсемһеҙ милек өлкәһендә операцияларҙа 16 мең – 49 меңгә яҡын кеше үҙенә эш тапҡан.
Эшкә яраҡлы кешеләрҙең ни рәүешле көн итеүе 1897 йылғы Рәсәй империяһы халҡының дөйөм иҫәбен алыуҙа ла теркәлгән. Мәҫәлән, Өфө губернаһында идара итеү, мәхкәмә (суд) һәм полицияла – 2 меңдән ашыу, ижтимағи һәм ҡатлам (сословие) хеҙмәтендә 1,3 мең кеше иҫәпләнгән. Әлбиттә, батша Рәсәйенең төп халҡы крәҫтиән булғанлыҡтан, 326,8 мең кешенең игенселек менән шөғөлләнеүе тәбиғи. 15 меңдән ашыу кеше хеҙмәтсе, көнлөксө булып тамаҡ туйҙырған. Ә бына 13 мең кеше ҡаҙнанан, йәмәғәт учреждениеларынан, хосуси милекселәрҙән эш хаҡы алған. Капитал, күсмәҫ милек менән эш итеүселәр ҙә бар – 2260 кеше. Малсылыҡ менән кәсеп итеүселәр ни бары – 1074. Православный руханиҙар, башҡа дин әһелдәре айырым теркәлгән – 874 һәм 31. Малсылыҡ продукттары, ағас, металл, минералдар эшкәртеүселәр ҙә байтаҡ күренә. Кейем тегеүселәр – 5154 кеше. Тимер юлда 2,7 мең кеше эшләһә, ике меңләбе извозчик булып тамаҡ туйҙырған. Сауҙа батша Рәсәйендә ваҡ һәм күп төрлө булып, сауҙагәрҙәрҙең һәр төркөмө айырым иҫәпкә ингән. Мал, ашлыҡ, төҙөлөш материалдары, өй кәрәк-ярағы, металл әйберҙәр, ҡорал, тауар һәм кейем-һалым, тире-яры, ҡиммәтле әйберҙәр менән һатыу итеүселәр 150-нән 1000-гә тиклем кеше булған. Уҡытыу-тәрбиә, фән, дауалау һәм санитария менән шөғөлләнеүселәр, хөкөм ителеүселәр, балыҡсы һәм һунарсы, шарап ҡайнатыусы, полиграфистар, ювелирҙар, арба-сана яһаусылар аҙ күренә.
1926 йылғы иҫәп советтарға хас методология – «халыҡ хужалығы тармағындағы хәле» буйынса алынған. 2,6 миллион кешенең 691,9 меңе – эшсе, шул иҫәптән 28,3 меңе – ауыл хужалығында, 13,4 меңе – завод-фабрикала, 2,3 мең кустар, 6,1 мең тимер юлсы иҫәпкә ингән. Эшселәр араһында 21 меңләп ҡатын-ҡыҙ ҙа булып, завод-фабрикаларҙа һәр етенсе эшсе – ҡатын-ҡыҙ затынан. Хеҙмәткәрҙәр – 38,1 мең кеше – тәү тапҡыр теркәлгән. Араларында ирҙәр күберәк – 22,9 мең, ҡатын-ҡыҙ – 15,2 мең. Ғаиләләре менән яңғыҙ хужалыҡ итеүселәр – 1,4 миллиондан ашыу. Енес күҙлегенән ҡарағанда, ирҙәр ҡатын-ҡыҙҙарҙан 30 меңгә ҡалыша. Яңғыҙаҡтарҙың абсолют күпселеге – 90 процент самаһы – ауыл хужалығында. Кустар сәнәғәтселәр ҙә байтаҡ – 22,5 мең. Был граждандар һуғышынан һуңғы ауыр осор, әле НЭП-тың эҙемтәләре көслө булыуына бәйле. Төҙөлөш, транспорт һәм сауҙала эшләүселәрҙең – 2,2 мең – 4,3 мең – аҙлығы, моғайын, халыҡтың әле фәҡирлектән сығып етмәүен аңлата.
1939 йылғы иҫәп алыуҙа кешеләр йәшәү сығанаҡтарына ҡарап теркәлгән. 3,1 миллиондан ашыу кешенең 1,3 миллионы, шул иҫәптән ирҙәрҙең – 55, ҡатын-ҡыҙҙың 45 процентының килем сығанағы бар. 196,1 мең кеше шәхси хужалыҡ алып бара, 52,7 меңе стипендия йәки пенсия ала, дәүләт йәки колхоздар ҡарауында. 1,5 миллион кеше – башҡалар тәрбиәһендә, күрәһең, уҡыусы балалар һәм йәштәр. Иң күп кеше эшләгән тармаҡтар араһында ауыл хужалығы беренсе – 912 мең кеше. Сәнәғәттә эшләүселәр 119 мең самаһы. Матди етештереү менән бәйле булмаған тармаҡтарҙа 99 меңләп кеше теркәлгән. Мәғариф, фән, сәнғәт һәм матбуғатта – 46,5 мең, дәүләт һәм партия органдарында – 30,4 мең, һаулыҡ һаҡлауҙа 15,4 мең кеше күренә. Совет власының был тармаҡтарға әһәмиәт биреүе күҙгә салына.
Һәр мең кешегә иҫәпләгәндә, иң күбе – 893 кеше – матди етештереү тармағында, шул иҫәптән 684 кеше – ауыл хужалығында. Сәнәғәттә, урман хужалығында, төҙөлөштә, транспорт һәм элемтәлә, сауҙа һәм йәмәғәт туҡланыуында эшләгәндәр (27 – 89) аҙыраҡ. Һәр мең кешенең 74-е етештереү менән бәйле булмаған, мәҫәлән, торлаҡ-коммуналь хужалыҡта (биш), дәүләт һәм партия учреждениеларында (23), һаулыҡ һаҡлауҙа (12), мәғариф, фән, сәнғәт һәм матбуғатта көс түккән.
1959 йылғы иҫәп алыу республика халҡын йәшәү сығанаҡтары, ижтимағи төркөмдәргә бүлә. 3,3 миллиондан күберәк кешенең 1,5 миллион самаһы эшләгән. Эшселәр – 633 мең, хеҙмәткәрҙәр – 250 мең, колхозсылар 590 меңләп күренә. Кооперацияға берләшкән кустарҙар, яңғыҙ хужалыҡ итеүсе крәҫтиәндәр (719), кооперацияға инмәгән кустарҙар, аҙ-маҙ ирекле һөнәр кешеләре, дин әһелдәре лә күренә. Шәхси ярҙамсы хужалыҡ алып барыусылар 177 мең кешенән ашыу. 1,5 миллион самаһы мәктәпкәсә йәштәге һәм уҡыусы балалар теркәлгән. Пенсионерҙар – 136,8 мең, стипендияға йәшәүселәр – 19,1 мең.
Матди етештереү тармағында эшләүселәр артҡан – 1,4 миллион, ә ауыл хужалығында эшләүселәр иһә кәмегән – 694,5 мең кеше. Сәнәғәттә эшләгәндәр 300 меңгә яҡынлай, төҙөлөштә лә байтаҡ кеше ризыҡ таба – 138 мең. Матди етештереү менән бәйләнмәгән тармаҡтар ҙа үҫеш кисергән – 193,5 меңләп кеше. ҡалала ундайҙар күберәк – 111,2 мең, ауылда 82,3 меңдән ашыу. Һәр мең эшсенең 16-һы – торлаҡ-коммуналь хужалыҡта, 24-е – һаулыҡ һаҡлау, социаль тәьминәттә, 58-е – фән, мәғариф һәм сәнғәттә, 18-е идара итеүҙә эш тапҡан.
1970 – 1979 йылдарҙағы иҫәптәрҙә әллә ни үҙгәрештәр һиҙелмәй. ҡалалар иҫәбе артыу менән эшселәр, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, транспорт һәм элемтә, төҙөлөш кеүек тармаҡтарҙа эшләүселәр күбәйә. 1979 йылда, мәҫәлән, колхозсылар 322 мең кешегә ҡалғанда, предприятиелар һәм учреждениеларҙа эшләүселәр 1,6 миллион кешенән арта. Пенсионерҙар һаны – 542 мең, стипендия алыусыларҙыҡы 92,7 мең, башҡа дәүләт ярҙамы алыусыларҙыҡы 56 мең кешегә етә. 1979 йылда матди етештереү тармаҡтарында 1,5 миллион, шул иҫәптән 967,7 мең эшсе, 310,7 мең колхозсы, 242,2 мең хеҙмәткәр эшләһә, матди етештереүгә ҡағылышлы булмаған тармаҡтарҙа эшләгәндәр иҫәбе 407,4 мең кешегә яҡынлашҡан. Уларҙың яртыһынан күберәге хеҙмәткәрҙәр – 250 мең кеше самаһы. Эшселәр иһә – 156 мең, колхозсылар – 1,1 мең кешенән күберәк. Һәр 1000 кешегә иҫәпләгәндә, 464 кеше – сәнәғәттә, 251 кеше ауыл хужалығында эшләгән.
1989 йылғы халыҡ иҫәбен алыу тиҙ үҙгәрә барыусы шарттарҙа ойошторолоуы менән билдәле. Мәҫәлән, 984 кеше кооперативта эш тапҡан, шәхси эшмәкәрлек менән 786 кеше шөғөлләнгән, 93-ө ялланып эшләгән. Ике миллион самаһы кешенең 1,5 миллионы матди етештереү тармаҡтарында көс түкһә, шуларҙың 229 меңе – колхозсы, 291 меңе – хеҙмәткәр, ҡалғандары – эшселәр. Сәнәғәттә, транспорт һәм элемтәлә, төҙөлөштә – 970 мең, ауыл һәм урман хужалыҡтарында – 388,7 мең, сауҙа, йәмәғәт туҡланыуы, социаль тәьминәттә 134,2 мең кеше эш хаҡы алған. Матди етештереү менән бәйле булмаған тармаҡтарҙа эшләүселәр ике тапҡырға артҡан – 445,7 мең кеше. Шуларҙың 313 меңе һаулыҡ һаҡлау, физкультура, мәғариф, сәнғәт һәм фән менән мәшғүл булған.
ҡалала матди етештереү тармағында эшләүселәр 1 миллион кеше булып, шуларҙың 761 меңләбе – эшсе, 241 меңе – хеҙмәткәр. Эшселәр араһында ирҙәр күберәк, ә хеҙмәткәрҙәр араһында, киреһенсә, ҡатын-ҡыҙ – 142,7 мең кеше. Сәнәғәттә эшләүселәр кәмегән – 866 мең, матди етештереү менән бәйле булмаған тармаҡтарҙа – 317 мең кеше, шул иҫәптән 207 мең ҡатын-ҡыҙ эшләгән. Ауылда ла был тармаҡ эшселәре артҡан – 128,5 мең кеше.
Быйылғы иҫәп алыуҙың төп үҙенсәлеге уның 2008 йылда башланған финанс-иҡтисади көрсөк эҙемтәләре юйылып бөтмәгән шарттарҙа үтеүендә. Республика халҡы ниндәй сығанаҡтарҙан килем ала, эшһеҙлек проблемаһы хәл ителәме, баҙар капитализмы был өлкәлә үҙенең өҫтөнлөктәрен йәки етешһеҙлектәрен нисек күрһәтә? Ошо һәм башҡа һорауҙарға ентекле яуап табыу өсөн, ысынлап та, һәр кемдең иҫәп алыуҙа ҡатнашыуы мөһим.
Мәхмүт ХУЖИН.