07.09.2012 Беҙ яңырыштар алдында, Кавказ үҙ урынында
Иҡтисадты үҫтереп кенә кешеләрҙең хәллелек кимәлен күтәрергә мөмкин. Рәсәй Президенты Владимир Путин АТЭС (Азиатско-Тихоокеанское экономическое сотрудничество) саммитында ошондай фекерен әйткән һәм беҙҙең ил алдында ярайһы ғына амбициоз бурыс – алдағы бер нисә йылда 25 миллион яңы эш урыны булдырыу тороуын белдергән. Бына, исмаһам, бурыс тек бурыс!
АТЭС дәүләттәре лидерҙарының 24-се осрашыуы үткән йәкшәмбелә Владивосток эргәһендәге Рус утрауында асылды. Ошонда уҡ Халыҡ-ара йәштәр форумы ла уҙа. Оло йыйын Азия-Тымыҡ океан төбәге илдәренең социаль-иҡтисади һәм сәйәси проблемаларын хәл итеү юлдарын ҡарау маҡсатында ойошторолдо.
Ныҡ әҙерләнде Рәсәй уға. Сөнки был саммит тәүгә беҙҙә үтә. Сараға ун меңләп кеше йыйыла. Ошо тиклем халыҡ алдында йөҙ ҡыҙартып тороп булмай. Саммитҡа әҙерлеккә килгәндә, Владивостокта утрау менән материкты тоташтырған өр-яңы ике күперле биҫтә ҡалҡып сыҡҡан, төҙөлөш күләме арыу ғына булған. Был юҫыҡтағы эштәргә совет заманында киң таралған “удар төҙөлөш” тигән һүҙбәйләнеште файҙаланыу таман булыр ине. Дөйөм алғанда, әҙерлеккә 700 миллиард һум аҡса тотонолған, шуның 200 миллиардтан ашыуы – федераль бюджеттан.
Әйткәндәй, АТЭС – 2012 беҙҙең илдә киләсәктә үтәсәк ҙур халыҡ-ара форумдарҙың башы ғына. Алда – Сочи – 2014, йәғни ҡышҡы олимпиада, 2018 йылда – футбол буйынса донъя чемпионаты.
Исемлектә кем?
Донъя тураһында һүҙ сыҡҡас, шундай һорау тыуҙы: Ер йөҙөндәге бөтөн илдәр ҙә бер-береһе менән тулы гармонияла, килешеп-аралашып йәшәрме икән бер ваҡыт? Булмаҫтыр ҙа. Беҙ, йәғни Рәсәй, бүтәндәрҙең эске эштәренә ҡыҫылып-ҡыҫылып алһаҡ та, Аллаға шөкөр, байтаҡтан бирле ҡоралға-ҡорал һуғышҡан юҡ. Былай кәрәк ерҙә ҡаты итеп кенә үҙ һүҙебеҙҙе әйтеп торабыҙ. АҡШ Рәсәйгә алыҫтан булһа ла йыш ҡына “һөҙөп ҡарап” ала-алыуын, ә түрәләребеҙ юғалып ҡала торғандарҙан түгел.
Әле "Магнитский исемлеге" тирәләй һүҙһеҙ генә алыш бара. Сергей Магнитский, Hermitage Capital фонды юрисы булараҡ, һалым махинацияларын тикшереп, бик күптәрен асыҡлағандан һуң, үҙен төрмәгә япҡайнылар. Ул бер йыл самаһы СИЗО-ла ултырғандан һуң серле шарттарҙа үлгәйне. Әле был фажиғәнең осона сығып та етә алмайҙар, ахыры. Ана шуға бәйле ғәйеплеләр-шиклеләр исемлеге төҙөлә башланы.
Тәүҙә Америка яғынан илебеҙҙең көс структуралары, судья, чиновниктары – барлығы 60 кешенең исем-шәрифтәре яҙылған исемлек пәйҙә булды. Яуапһыҙ ҡалып тороп булмай ҙа инде – Рәсәй Гуантанамо төрмәһендә булған хәлдәр өсөн яуаплы 11 американдың исем-шәрифен теҙеп яҙып, АҡШ-ҡа телеграмма итеп ебәрҙе.
Хәҙер Лондон ҡыҫылды. Бөйөк Британияның, әлбиттә, үҙ исемлеге бар һәм унда ингән Рәсәй кешеләренә был илгә барыу тыйыласаҡ. Ошо хәбәр килеп етеү менән беҙҙекеләр “яуап исемлеге”н һыҙғылай башлаған.
Хәйер, исемлектәр менән генә бер-береңә йоҙроҡ һелтәү ул тиклем үк ҡурҡыныс түгел әле.
Ике диңгеҙ араһы
тынысланыр көндәр
булырмы?
Ана, Әрмәнстан Әзербайжанға ҡаршы һуғышырға әҙерлеген белдергән. Әрмәнстан Президенты Серж Саргисян күршеһенә туранан-тура ҡорал тоҫҡарға самалай. Сәбәбе лә юҡ түгел шул. Ике дәүләт араһында килеп тыуған ғауғаға 2004 йылда әрмән офицерын үлтергән Рәмил Сәфәров ғәйепле. Сәфәров әрмән коллегаһы менән НАТО программаһы сигендә уҙған инглиз теле курсында бергә була. Нимәнән башланғандыр, ул саҡта әзербайжан егете йоҡлап ятҡан әрмәндең башына балта менән 16 тапҡыр саба. Үлтереүсене Венгрияла ултыртып ҡуялар. Әле килеп, Будапешт уны ҡайтарып ебәрә, Сәфәров ғүмерлеккә тип билдәләнгән срокты тыуған илендә үткәрергә тейеш була. Ә Әзербайжан Президенты Илһам Әлиев ни эшләгән, тип уйлайһығыҙ? “Мәңгелек тотҡон”до ярлыҡаған һәм погондар өҫтәгән. Үәт! Әрмәнстан был ваҡиғанан һуң Будапешт менән дипломатик мөнәсәбәтен шундуҡ өҙгән, унан аҙаҡ Венгрия Баҡынан үҙ илсеһен ҡайтарып алған. “Украин милли яңылыҡтары агентлығы” хәбәр итеүенсә, ике дәүләт бына-бына етди генә сәкәләшер төҫлө.
Ә ошо көндәрҙә Грузия менән Рәсәй сигендә үлтерелгән боевиктар буйынса тикшереүҙәр бара. Бандиттар (уларҙың ысынлап та бандит булыуын да асыҡлайһы бар әле) төркөмөндә берәү элекке чечен сепаратистары эмиссары Әхмәт Закаевтың тән һаҡсыһы булып сыҡҡан. Грузия күпме генә йәшерергә тырышһа ла, икәүһе милләте буйынса грузин. Боевиктар сиккә Дағстан яғынан килгән, биш кешене аманатҡа алып, уларҙы Грузияның сик буйы полицияһы офицерына алмаштыра, унан тағы бер офицерға алмаша. Артабан атыш китә, һөҙөмтәлә 11 боевик, өс “спецназ” һәләк була. Икенсе бер вариант буйынса, бандиттар Доку Умаров үткәргән кәңәшмәлә ҡатнашырға китеп барған була ла, полиция уларҙы күреп ҡала. Өсөнсөләр ҡораллыларҙың Сүриәгә юлланыуын фаразлай. Грузия был ваҡиға менән Рәсәйгә йәнә лә арыу ғына ваҡыт йоҙроҡ һелтәп маташасаҡ әле.
Ә был ваҡытта…
Кавказда йышая барған фажиғәләр менән генә тормош бөтмәй тигәндәй, беҙҙең Дәүләт Думаһында эш ғәҙәттәгесә бара. Депутаттар “Рәсәй Федерацияһының ҡайһы бер закон акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында (”ростовщиклыҡ”ты тыйыуға ҡағылышлы)” проектын ҡарай. Банкыларҙан йә финанс ойошмаларынан аҡса алып торған граждандар өсөн кредиттың максималь процентын билдәләп, ”ростовщиклыҡ” (ростовщи́чество – юғары процентҡа аҡса биреп тороу) критерийҙарын аныҡ күрһәтеү мөһимлеге тикшерелә.
РФ Граждандар кодексының 809-сы статьяһына ярашлы, ”ошо осраҡта (кредит алғанда – авт.) алынған проценттар ғәҙәтиҙән юғары булып, бурыслы өсөн үтә ауыр тип табылғанда ”ростовщиклыҡ” тип иҫәпләнә”. Парламентарийҙар әлеге формулировка менән риза түгел, судлашҡан саҡта ла ул аңлашылмаусанлыҡтар тыуҙырасаҡ. Бында ”юғары” тигән төшөнсәнең күпме булыуы аныҡ күрһәтелмәгән.
Беҙгә әлеге лә баяғы сит ил тәжрибәһе кәрәк. Мәҫәлән, Францияла кредиттың тулы хаҡынан ике тапҡыр юғары булған процент ”ростовщиклыҡ”ҡа инә.
Үҙәк банкының квартал һайын кредит хаҡын билдәләп тороуы зарур. Ипотеканың йыллыҡ проценты 12,9 була икән, иң юғары ставка 25,8 проценттан да артырға тейеш түгел. ҡулланыу, авто, эшҡыуарлыҡ өсөн кредиттарға ла сик билдәләнәсәк.
Ә банк белгестәре иһә, процент ставкалары өсөн аныҡ сик ҡуйыу маҡсатлы түгел һәм илдең банк системаһына хәүефле, тигән фекерен әйтә.
Нисек кенә булмаһын, ямғырҙан һуң ерҙә леберләшеп ятыусы селәүсендәр кеүек үрсегән банкылар бер ваҡытта ла халыҡтан алданмаясаҡ. Беҙҙең Өфөлә генә һуңғы йылдарҙа нисәмә банк баш ҡалҡытты. Исемдәрен әйтә алмай тел көрмәлә хатта. Уларҙың артыуы кешенең етеш йәшәүенә бәйле түгел, ә киреһенсәлер. РФ Дәүләт Думаһы депутаттары проценттар тирәләй проектты ҡарап дөрөҫ эшләй. Тик закон ҡабул ителгән хәлдә, уның үтәлеүе шарт бит әле.
Әйткәндәй
Парламент депутаттары алдына тағы бер шәп закон проекты килеп ятты – уны Владимир Путин үҙе үк тәҡдим итә. “Дәүләт граждан хеҙмәте тураһында”ғы федераль законға үҙгәреш индереү хаҡында ул. Бында юғары вазифалағы түрәләргә 70 йәшкә тиклем эшләргә рөхсәт бирелә.
Ниңә? Бик дөрөҫ буласаҡ. Түрә булып оҙаҡ ултырһа, аҡсаһыҙлыҡтан, физик һәм аҡыл эшенән артыҡ таушалмаһа, шифаханаларға даими юллама алһа, машинала ғына йөрөһә, балаларын, ейән-бүләләрен урынлаштырып бөтһә, ғөмүмән, бер ҡайғыһы ла булмаһа, нишләп эшләмәҫкә?! Алла насип итһә, үҙебеҙҙең әлеге түрәләр бөгөн яңы атларға өйрәнгән сабый үҫеп етеп ҡартайғансы урынында ултырасаҡ.
Бынан ике йыл элек ул саҡтағы Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев, Дәүләт Думаһына дәүләт хеҙмәтендәгеләрҙе “йәшәртеү” маҡсатында, юғары вазифалыларға 60 йәшкә тиклем эшләргә рөхсәт, тип үрҙә яҙылған законға үҙгәрештәр индереү тураһындағы проектты тәҡдим иткәйне. Кадр, бик ҡиммәтле булған осраҡта, контрактты оҙайта ала, тик биш йылдан да артыҡҡа түгел, тиелгәйне унда. Аҙағы нисек тамамланғандыр, ҡыҙыҡһынманым, әммә быныһы, Путиндыҡы, аңлауыбыҙса, түрәләр армияһын “ҡартайтыу” яҡлы ла баһа…