31.08.2012 Ҡиммәттәр юғала, ҡиммәтлеләр арта торған быуат
Рәсәй буйынса сиркәүгә ҡаршы вандализм тулҡыны үтеп бара. Был “Pussy Riot” панк төркөмөнә хөкөм ҡарары сығарыуға бәйле.
Февралдә был төркөм ҡорамда «Путинды ҡыуыу» акцияһын үткәреп, шау-шыу ҡуптарғайны. Өс ҡатнашыусыны ҡулға алып, ошоғаса һаҡ аҫтында тоттолар ҙа, «ҡаты» тикшергәндән һуң, бер нисә көн элек хулиганлыҡта ғәйепләп, ике йылға иректән мәхрүм иттеләр.
Тәүҙә Киевта “FEMEN” төркөмөнөң табыныу тәреһен бысып киткәне билдәле булды. Улар бәлки ут күршеләрендә бындай күренеш бер нисә урында ҡабатланасағы тураһында уйлап та ҡарамағандыр. Ә беҙҙекеләр һуңғы ваҡытта кемделер, ниҙелер ҡабатларға ярата башланы. 25 авгусҡа ҡарай төндә билдәһеҙҙәр тарафынан бер юлы дүрт тәре ауҙарылған: берәүһе Архангельскиҙа, өсәүһе Силәбе өлкәһендә.
Ғөмүмән, ошо “Pussy Riot” ваҡиғаһынан, йәғни уларҙы ҡулға алғандан һуң сиркәү тирәләй әллә нимәләр булып ята. Йә ҡорамдың стеналарына граффити ысулы менән сағыу яҙыуҙар сыйғылап китәләр, йә ут төртәләр. Тәртипһеҙлектәр йышайған һайын был турала фекерҙәрен еткереүселәр ҙә, вандализмды ҡабатлаусылар ҙа арта, һөҙөмтәлә, бәхәстәр, конфликттар тыуа тора. Артабан былай барһа, беҙҙең йәмғиәттә нимәләр көтөлөрөн күҙалларға ғына ҡала. Тормошонан ҡәнәғәт булмағандар һаны артыу менән быуаттар буйы һаҡланып килгән ҡиммәттәр юғала, “астың асыуы яман” тигәндәй, кеше өсөн изге бер нәмә лә ҡалмай.
…Үҙебеҙ һаман алһыу күҙлектә йөрөйбөҙ тағы.
Ә Европаға фәҡирлек килә?!
Аҙыҡ-түлек продукцияһы етештереүсе англо-голланд компанияһының Европа бүлеге башлығы шулай тип саң ҡаға. “Unilever PLC”-тың топ-менеджеры фәҡирлектең килеүен түгел, ә ҡабат әйләнеп ҡайтыуын хәбәр итә. Европала һәр ваҡыт барыһы ла балда-майҙа йәшәмәгән шул. Етәксе әйтеүенсә, халыҡҡа хәҙер арзаныраҡ, бәләкәйерәк күләмдә ризыҡ һатырға тура килер, моғайын. Мәҫәлән, испан кешеһе магазинда уртаса 17 евро ғына тотона ала икән, уға ошо хаҡтың ҡап яртыһын тәшкил иткән кер йыйыу порошогы һатыу мөмкин булмаясаҡ. Әлеге компания вәкилдәре шуға ла яңы алым ҡуллана башларға ниәтләй. Индонезияла бик арзанға, мәҫәлән, 1 – 2 центҡа төшкән бәләкәй ҡаптарҙағы шампундәр һатып та килем алалар икән. Уның ҡарауы, ярлы халыҡ бындай тауарҙы һатып алыу мөмкинлегенә эйә. Кем әйтмешләй, бүре лә туҡ, һарыҡ та иҫән. Шулай булғас, көрсөк йонсотҡан Еврозона илдәре лә ошо ысулды тәҡдим итһен әйҙә. Әлбиттә, ул бәләкәй ҡаптар тиҙ бушаясаҡ бушауын, әммә халыҡ өсөн ыңғай яғы бар, тигән фекерҙә белгестәр. Грецияла ла “Unilever PLC” продукцияһының күләме бәләкәйләнгән – картуф иҙмәләре ҡабының үҙе лә, хаҡы ла “мини”ләштерелгән. Еңел генә ҡаптарҙа арзанлы 200 грамлыҡ шәкәр, 0,2 литрлыҡ һөт, 500 грамлыҡ он һатылһа ни, бер ҙә зыяны булмаҫ.
Нишләйһең, тормош шундай. Беҙҙә “булғанда – бүреләй, булмағанда – сүреләй” тигән дә әйтем бар ул.
Ана бит, рәсәйҙәр аҡсаларын бөтөнләй экономияламай, тип яҙа бер финанс гәзите. Йәғни беҙ аҡсабыҙҙы бөткәнсә тотонабыҙ ҙа ҡуябыҙ, имеш. Һуң, ул сит ил гәзите хеҙмәткәрҙәре аҡса беҙҙең көшөлөктәргә килеп инеү менән сығып китер юлы әҙер тороуын белмәйме икән ни? Һумын түгел, тинен ҡайҙа тотоноробоҙҙо теүәл бер ай алдан әйтә алабыҙ ҙа баһа! Магазинға инһәң, коммуналь хеҙмәттәргә түләһәң, ғаилә ағзаһының берәйһенә кейем алһаң һәм, әлбиттә, кредитыңды ла түләһәң (кредитһыҙ Рәсәй кешеһен күрһәтегеҙ, пенсионерҙар, балаларҙан тыш), ниндәй экономия тураһында һүҙ барһын?!
Хеҙмәт хаҡының үҫеше гөбөргәйел аҙымдары менән барһа ла, Рәсәй халҡы сығымдарын ҡыҫҡартырға йыйынмай, имеш.
Беҙҙең йәшәйешкә шундай күҙәтеү яһаған “The Financial Times” тигән гәзит ул. “Был ил өсөн позитив яңылыҡ. Рәсәй ҡулланыусылары киләсәгенә ышанмай, ә бөгөнгөһө менән йәшәй, − тип үҙебеҙҙең илдән фекерен белдерәләр гәзиткә. – Беҙ аҡса тотонорға яратабыҙ. Мөмкинлектәребеҙ бармы-юҡмы, “Мерседес”тар һатып алабыҙ”. Быны бер банк етәксеһе әйтә. Кем-кем, банк тотоусылар аптырап ҡалғандарҙан түгел инде. Ә бөгөн юлдарҙа автомобилдәр һаны ҡырҡа артыуын иҫәпкә алғанда, барыһы ла банк кеүек урындарҙа эшләгәндәй. Беҙҙең Өфөлә генә һуңғы йылдарҙа еңел машиналар ҡалай күбәйҙе. Ныҡлап һорашһаң, ул машиналы кешеләрҙең күбеһенең торлағы ла юҡ, кредиты ла «муйындан».
Көнкүреш техникаһын да күбеһенсә банк аша алабыҙ шул. Магазин менән хеҙмәттәшлек иткән банк аҡса биреп тора ла, тауарҙың хаҡына арыу ғына ҡушымта менән беҙҙән һыҙырып ала.
Нимә ул БДСО(ВТО)?
Сауҙа, һатып алыу тураһында һүҙ сыҡҡас, шуны ла яҙмай мөмкин түгел − үткән сәйәси күҙәтеүҙә Рәсәйҙең Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына рәсми инеүе хаҡында әйткәйнек. Был турала алдан да күп кенә хәбәр булды. Бына ошо ойошманы, аббревиатура менән әйткәндә, БДСО(ВТО)-ны илдә белмәүселәр ҙә етерлек. Бәғзеләргә ул булды ни ҙә булманы ни. Бөтә Рәсәй йәмәғәт фекерен өйрәнеүсе үҙәк белгестәре шундай һығымтаға килгән. Һорашыуҙарҙа ҡатнашыусыларҙың 60 проценты БДСО(ВТО)-ның нимә икәнен әйтә алмаған. ҡайһылары, теүәлерәге, һәр йөҙөнсө кеше, уны Бөтә Рәсәй сауҙа ойошмаһы (ВТО − Всероссийская торговая организация, анһат бит) тип уйлай. Ярай әле бик күптәр илдең шул яңы ойошмаға инеүен белә. Ә белеүселәр рәтендә кемдәр? 35 – 44 йәшлектәр (77 процент), Мәскәү һәм Санкт-Петербургта йәшәүселәр (78 процент), хәллеләр (76 процент).
БДСО-ға инеүҙе аяҡ терәп ҡабул итмәүселәр ҙә күп. “Росагромаш” ассоциацияһы президенты, “Ростсельмаш” хужаларының береһе Константин Бабкин хатта ҡаршыларҙы бергә туплап, партия төҙөмәксе. РФ Дәүләт Думаһындағы оппозиционерҙар уға теләктәшлек белдерәсәге хаҡында әйтеп тә ҡуйған. Коммунистар партияһы, “Ғәҙел Рәсәй”, ЛДПР менән берлектә эшләү ҡарала, “Бүтән Рәсәй” (“Другая Россия”) лидеры Эдуард Лимонов та был тәҡдимде хуплаған. “Беҙ Ватан етештереүселәре өсөн мөмкинлектәр булдырыу яҡлы. Халыҡҡа БДСО-ның тупикка илтәсәге, билдәһеҙлеккә алып барасағы хаҡында еткерәсәкбеҙ”, − ти Бабкин әфәнде. Көҙөн улар ризаһыҙлыҡ акцияларын яңы көс менән башлап ебәрергә ниәтләй.
Бер һүҙ менән әйткәндә, яңы миҙгелдә урам акциялары, митинг һәм тағы шундайыраҡ нәмәләр байтаҡ булыуы ихтимал.
Ә был ваҡытта…
Быйылғы йәй ҙә үҙенең холҡо менән аптыратты. ҡайҙа ҡарама − ҡоролоҡ, һыуһыҙлыҡ йә, киреһенсә, ташҡын, ямғыр. Ғәҙәти генә көндәр көтөп алынған ҡунаҡҡа әйләнде.
Планетаның һыу ресурстары буйынса алдынғы белгестәре беҙҙе хәүефкә һалмаҡсы. Улар белдереүенсә, тиҙҙән, аҙыҡ-түлек запасы етмәү сәбәпле, беҙ вегетариандар булып китәсәкбеҙ, имеш. Әлбиттә, ғалимдарҙың был күҙаллауына бәғзеләр ауыҙ йырып маташа. Ә барыһы ла һыу етешмәүенә бәйле буласаҡ.
Ер шарында халыҡ һаны туғыҙ миллиард кешегә етһә, ә кешеләр ашау тәртибен үҙгәртмәһә, эсәр һыу бөтөн донъя халҡын ит продукттары менән тәьмин итер өсөн етмәйәсәк. Беҙ тейешле протеиндарҙың 20 процентын мал итенән алабыҙ. Белгестәр аңлатыуынса, йәнә лә ике миллиард кеше өҫтәлгәс, әлеге процент бишкә тиклем төшәсәк. Донъяла һөрөнтө ерҙәрҙең өстән бер өлөшө мал аҙығы үҫтереүгә тотонола. Һыу игенселеккә ҡарағанда малсылыҡта 5 – 10 тапҡыр артығыраҡ «эселә». Өҫтәүенә ҡоролоҡ аяҡ сала.
Хәтерегеҙҙә булһа, аҙыҡ-түлек запасы етмәү 2008 йылда 28 илдә шау-шыу, ғауға ҡубыуға килтергән. Ризыҡ көрсөгөнөң яңы тулҡыны яҡын биш йылда уҡ буласағын күҙаллайҙар. Тимәк, теләйбеҙме-юҡмы, туҡланыуҙы үҙгәртергә тейешбеҙ икән дә. Ит ашамаҫҡа ла ҡуйырға. Кәбеҫтә, картуф, һуған, кишер, алабута, көпшә… Етмәһә, ҡайһы берәүҙәр, ҡиммәткә төшкән “зәңгәр яғыулыҡ”тан баш тартып, кире утын яғып йәшәүҙе отошлораҡ, ти. Шулай булғас, беҙгә ни, үткәнгә ҡайтыуы еп-еңел. Европа, АҡШ кеүек цивилизацияла йәшәп тә өйрәнмәгән халыҡҡа.
Әйткәндәй
Шау-шыу тигәндән, Мысыр иҫкә төштө. Бында былтыр революция булып, президенттары Хөсни Мөбәрәкте тәхетенән төшөргә мәжбүр иткәйнеләр. Демократик һайлауҙар булды ла, власҡа яңы башлыҡ килде. Ә мысырҙар тағы риза түгел. ҡаһирәлә һайланған Президент Мөхәммәт Мурзи менән дә килешмәүселәр табылған. Әле килеп уға ҡаршылар менән уның яҡлылар һуғышып ята.
Ғөмүмән, көн дауамында беҙгә ишетелгән яңылыҡтарҙан ысынында ла шатлыҡлыһы бик һирәк. Халыҡты бер аҙ йылмайтырға була хет Галкин кәмиттәрен яҙ…