«Йәшлек» гәзите » Сәйәсәт » Халыҡ иҫәбен алыу уңышлы үтәсәк



02.10.2010 Халыҡ иҫәбен алыу уңышлы үтәсәк

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға әҙ генә ваҡыт ҡалды. Ул 14 октябрҙән 25 октябргәсә дауам итәсәк. Был сарала Рәсәйҙең, Башҡортостандың бөтә граждандары ла ҡатнашырға тейеш. Ошо юлдарҙың авторына 1959 йылдың ғинуарында Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыуҙың уртаһында ҡайнарға тура килгәйне. Шуға күрә был мөһим эштә билдәле бер тәжрибә туплағанмын һәм алда торған халыҡ иҫәбен алыуға битараф ҡала алмайым.
Әлшәй районының статистика идаралығы етәкселәре, шул иҫәптән ошо эш буйынса уполномоченный Люциә Ғиләжева акцияны ойошҡанлыҡ менән үткәреүгә ҙур тырышлыҡ һала, ентекле әҙерләнә.
Сара теге йәки был районда, ҡалала һәм тотош Башҡортостанда нисә кеше йәшәгәнен, уның составын, йәшәү шарттарын, шулай уҡ һуңғы халыҡ иҫәбен алыуҙан һуң ниндәй үҙгәрештәр булғанын белергә ярҙам итәсәк. Бындай мәғлүмәттәр илебеҙҙең иҡтисади тормошонда дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итеү мөмкинлеген бирәсәк.
2002 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу үрҙә әйтелгәндәр буйынса күп кенә ыңғай эштәр башҡарырға булышлыҡ итте.
Халыҡ иҫәбен алыуҙа 2002 йылда ла әүҙем ҡатнашҡан уполномоченный Люциә Ғиләжева әйтеүенсә, районда 7 халыҡ иҫәбен алыу участкаһы, 27 инструкторҙар әҙерләү пункты һәм 108 иҫәп алыу бүлеге булдырылған. 4 октябрҙә инструкторҙарҙы уҡытыу ойоштороласаҡ, иҫәп алыусыларҙың һорауҙарына яуап биреләсәк.
Солтан ҒӘЛИЕВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға