01.06.2012 “Милләт атаһы”, тәмәке һәм уның “ағаһы” араҡы хаҡында
Ошо көндәрҙә хоккей буйынса Рәсәй йыйылма командаһының еңеүе шатлығынан “айнып“ та етмәнек, йәнә “ауырырға” сәбәп килеп сыҡты – бөтә ил менән “Евровидение” халыҡ-ара конкурсының финалынаса иҫән-һау барып еткән ут күршеләребеҙ – Удмуртияның “Буран әбейҙәре” сығышы өсөн яндыҡ. Шөкөр, улар беҙҙе ҡыуандырҙы – икенсе урынды яуланылар. Һикерәңдәп йөрөгән ҡайһы бер йырсыларҙың танауына сиртте удмурт инәйҙәре. Мартта уҙған милли һайлап алыу турында "Евровидение"ла еңгән берҙән-бер Рәсәй башҡарыусыһы Дима Билан, башҡа “йондоҙҙар” – Юлия Волкова, Аида, Тимоти кеүектәрҙе аша атлап үттеләр бит.
Әйткәндәй, был фольклор коллективының иң йәш ағзаһына – 43, иң олоһона 77 йәш. Улар 2008 йылда танылыу ала, удмурт, рус, инглиз телдәрендә төрлө хиттарҙы, Борис Гребенщиков, Виктор Цой репертуарынан йырҙар башҡара.
Ил Президенты Владимир Путин да инәйҙәрҙең икенсе урын алыуына ҡәнәғәт, төркөмдөң һәләтенә һоҡланған. Ул хатта Буран ауылына ла барырға ниәтләп тора икән. Путин фекеренсә, конкурста йырҙы удмурт телендә лә башҡарыуҙары илебеҙҙең күп яҡлы мәҙәниәтенең асыҡ бер сағылышы булды.
Ярай әле, әҙме-күпме еңеүҙәр килтергән ижадсылар, спортсыларыбыҙ бар, юҡһа ниндәй өлкәлә алда барыр инек, тип тә уйлап ҡуялыр әле яман уйлылар. Бөгөн, “юғарыла” ярайһы ғына ҙур үҙгәрештәр барғанда, үткән эшкә йомғаҡтар яһалып, яңылары ниәтләнеп торғанда, ундай кире фекерҙәр беҙгә кәрәкмәй.
Матбуғат секретары булыу еңел түгел…
Йомғаҡ тигәндән, Дмитрий Медведевтың ил башлығы сағындағы матбуғат секретары үҙ эшенең үҙенсәлектәре хаҡында һөйләп биргән, имеш. Наталья Тимакова билдәләүенсә, Президент киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренең һәр береһе менән аралашырға тейеш. Милләтселекте алға һөргән журналист ҡына был иҫәпкә инмәй.
Тимакова ханым элекке ил башлығының ҡайһы бер килешмәгән яҡтарын да атап үтә. Мәҫәлән, Медведевтың бадминтондың файҙаһы хаҡында әйткән фекерен матбуғат секретары үҙенең эшендәге иң ҙур хата тип һанай.
Әлбиттә, әңгәмәләшеүсе журналист Тимакованан протест акциялары тураһында ла һорамай ҡалмаған. Яуап түбәндәгесә: ”Болотнаяла йәки Сахаров проспектындағы хәл-ваҡиғаларҙы күрмәмеш-ишетмәмеш булыу дөрөҫ түгел ине. Бында халыҡ үҙенә ихтирам талап итте, гражданлыҡ хоҡуғын бойомға ашырҙы, власҡа фекерен еткерергә, яҡшы яҡтан баҫым яһау мөмкинлеген күрһәтергә тырышты”. Ә әлегесә, “халыҡтың күңел асыуы” кеүек үткәрелгән протестың яңы этабын ул хупламай. “400-ләгән кеше ул – күңел асыу түгел, ә рөхсәт ителмәгән митинг”, – ти Наталья Тимакова. Бөгөн дә ул яуаплы эштә – Премьер-министрҙың матбуғат секретары, Хөкүмәт аппараты етәксеһе урынбаҫары.
Ғөмүмән, элекке министрҙар, үрҙә ултырған башҡа элекке шәхестәрҙең күбеһе власть арбаһынан бөтөнләй төшөп тә ҡалманы. Тиҙҙән дәртләнеп эшләй башлауҙарын күрербеҙ әле. Кем әйтмешләй, әрләргә бер ҡасан да һуң түгел.
Йәнә тәмәке…
Яңы министрҙарҙың үҙ эшен етди башҡара башлауы бөгөндән тойола.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығын етәкләүсе Вероника Скворцова өҫтәленә ошо көндәрҙә тәмәкегә ҡаршы закон проекты кире килеп ятты. Был документты министрлыҡ әле исеме үҙгәртелмәҫ, башлығы алмашынмаҫ элек – 20 майҙа ғына – хөкүмәткә ебәргәйне. Баҡһаң, закон проектының документтар йыйылмаһы дөрөҫ булмаған икән. Ә эксперттар, киреһенсә, йөкмәткеһе ашыҡ-бошоҡ эшләнгәнен сәбәп итә.
Проектта ҡаралғанса, тәмәке тартыу күп кенә йәмәғәт урынында тыйыласаҡ. Быға торлаҡ йорттоң дөйөм урындары, вокзалдарға ингән ер, баҙарҙар, ашхана-кафелар, хатта алыҫ араға йөрөүсе поездарҙың дөйөм урындары инә. Бынан тыш, киоскыларҙа, бәләкәй кибеттәрҙә тәмәке һатыу рөхсәт ителмәйәсәк. Аныҡлабыраҡ әйткәндә, был сауҙа майҙаны 50 (ауылда – 30) квадрат метрҙан ҙур бинала ғына сигарет һатып алырға мөмкин буласаҡ тигән һүҙ. Тағы бер нәмә – магазинда тәмәкеләрҙе айырым теҙеп һалмаясаҡтар. Алырға теләүсе хаҡын һатыусынан ғына һорашып белешергә тейеш булып сыға икән. Витринаға һалмау Канаданан башҡа бер генә илдә лә теркәлмәгән. Шуға ла бындай яңылыҡтың эҙемтәһе лә билдәле түгел, тип хәүефләнеп маташа эксперттар.
Тәмәке тирәләй бәхәстәр артабан да ҡубыр әле ул. Яңы министр ҙа бит, бәләкәй һәм урта тәмәке бизнесы илдә бөтөргә тейеш, тигән. Дөрөҫөн әйткәндә, беҙҙә тәмәкенең бәләкәй-урта бизнесы юҡ кимәлендә. Етештереүселәр – эре компаниялар. Шул һатыусылар ғына “бәләкәй” булмаһа инде.
Ғөмүмән алғанда, хөкүмәттә тәмәкегә ҡаршы концепцияны яҡлаусылар етерлек. Һәр хәлдә, закон проектын, хаталарын төҙәтеп, кәрәк нәмәләрен өҫтәп йә алып ташлап, яҡын арала хөкүмәткә кире ебәрергә кәрәк, сөнки уны мотлаҡ 1 ноябргә тиклем ҡарарға тейештәр. Шуныһы ла бар: тәмәке етештереүсе компаниялар донъя буйынса икенсе урынды һаҡлап ҡалыу өсөн үҙ файҙаһына төҙәтмә индертергә тырышасаҡ. Уларға закон проектын бирһәк, тәмәкене балалар баҡсаһында ғына тартырға ярамай, тигән тыйыу ғына ҡалыуы ла бик мөмкин.
Уйлайбыҙ һәм тағы ла уйлайбыҙ, йәмәғәт.
Президент “милләт атаһы” булырға тейеш
Йәмәғәт тигәндән, йәмәғәтселек фекерен өйрәнеүсе үҙәк, сираттағы һорашыуҙар үткәреп, Рәсәйгә “милләт атаһы” кәрәклеген белгән.
Ил халҡынан Президенттың ниндәй булырға тейешлеген һорашҡандар. Йәнәһе, идеаль президентты нисек күҙ алдына килтерәбеҙ? Күптәр башлыҡты заманса һөҙөмтәле идара итеүсегә ҡарағанда аҡыллы сәйәсмән – “милләт атаһы” итеп күрергә теләй. Ошондай яуап биреүселәр 59 процент булған. Бигерәк тә әҙ тәьмин ителеүселәргә кәрәк ул “атай”. Коммунистар партияһы яҡлылар, бәләкәй ҡала һәм ауылдарҙа йәшәүселәр ҙә әлегә үҙен “атай”һыҙ тоя, ахыры – Президентта тап “милләт атаһы”н күргеләре килә. Ә бына ҙур ҡалаларҙа көн итеүселәр, йәштәр, илде яҡшы менеджер етәкләһен, ти.
Йәмәғәтселек фекерен өйрәнеүсе үҙәк 2007 йылда халыҡҡа шундай һорау биргән була. Ул саҡта “милләт атаһы” кәрәк тип улай уҡ йонсомайҙар әле – һорашыуҙа ҡатнашыусыларҙың 48 проценты ғына “атай” таптырған, 42 проценты, идарасы кәрәк, тигән.
Нишләйһең, заман үҙгәрә. Кешеләр ҙә. “Милләт атаһы” һорайҙар икән, быға аптырарға түгел, тимәк, бер аҙ ғына “арҡалы” булғылары киләлер.
Ә был ваҡытта…
Мысырҙа шау-гөр килеп ил башлығы һайлайҙар. Унда “атай” кәрәкмелер, бабай йә башҡаһымы – уныһы ҡараңғы. Икенсе турҙа президент вазифаһына ислам яҡлы берәү һәм элекке “команда”, йәғни Хөсни Мөбәрәк заманында аппаратта ултырған кеше дәғүә итә.
Беҙгә кем еңһә лә барыбер – Мысыр бер ҡасан да Рәсәй менән мөнәсәбәтен боҙмаясаҡ. Ни өсөн, тиһегеҙме? Һуң, беҙҙең ил туристарының Мысырға күпме аҡса килтергәнен самалап ҡарағыҙ. Йыл әйләнәһенә шунда ҡыҙынып ятабыҙ ҙа баһа! Исламсыларҙың радикал төркөмдәре, ил тотош шәриғәткә күсһә, Сәғүд Ғәрәбстаны ашатыр, ти ҙә ул, шулай ҙа уларға туризмһыҙ йәшәү юҡ. Ә иң шәп туристар ул – беҙ!
Турист тигәндән, беҙҙекеләрҙең күбеһе йөрөгән ерендә бәләгә тарый. Бер нисә көн элек байкерҙарыбыҙҙы Ираҡта төрмәгә ябып ҡуйғайнылар. 30 – 50 һаҡ аша бер ауырлыҡһыҙ үткәс кенә мотоциклистарҙың визаһыҙ икәнен аңлаған хәрбиҙәр. Дипломаттар байкерҙарыбыҙҙы төрмәнән саҡ сығарып алған. Мотосәйәхәтселәр турфирманы ғәйепләй, тап улар ялған документ эшләгән. Туристар һөйләүенсә, Ираҡта ысын һуғыш бара икән. Илселәр, консулдар кеүек кешеләрҙең барыһы ла бронялы жилетта, бронялы машиналарҙа йөрөй.
Егеттәрҙе шпионлыҡта ғәйепләгәндәр. Был илдә мотоциклдар полицияла ғына булырға тейеш, ҡалғандарға бөтөнләй тыйылған. Етмәһә, беҙҙекеләрҙә булған цифрлы техника, спутник телефондар шик тыуҙырған. Ярай әле ҡотолғандар, юғиһә, бында бөтөнләйгә ҡалыуығыҙ бар, тип ҡурҡытыусылар ҙа табылған.
Яңы бунт?!
Туристар мине дөрөҫ аңлаһын, ошо темаға күскәс, ниңәлер уның дауамы түбәндәге яңылыҡ менән ауаздаш булыр кеүек күренде. Беҙҙең хөкүмәт июль башынан бер шешә араҡыға хаҡты күтәрә – бынан ары минималь хаҡ 125 һум буласаҡ. Ә инде 2015 йылға “аҡбаш”тың 250 һумға етеүе ихтимал. Әлеге лә баяғы эксперттар фекеренсә, был “ҡара баҙар”ҙың һәм көмөшкәселектең сәскә атыуына ла килтереүе бар. Яңы ҡағиҙә үҙ көсөнә инһә, күмәртәләп һатыуҙың иң түбән хаҡы – 109, етештереүсенеке 99 һумға етеүе көтөлә. Рәсәйҙә алкоголгә акциз да күтәрелә. Әле йыйым литрына 300 һум тәшкил итһә, киләһе йылға – 400, 2014 йылда – 500, 2015-тә 600 һум буласаҡ.
Аналитиктар өмөтләнеүенсә, араҡыға акциздарҙы күтәреү ҡулланыу күләмен 10 процентҡа төшөрәсәк. Ниндәй “һуҡыр” өмөт? Беҙ бер тапҡыр “ҡоро закон” буйынса йәшәнек, буғай. Берәй яҡшы һөҙөмтә бирҙеме һуң ул? Һаҫы-ы-ыҡ көмөшкә һәм һыра эсеүсе быуын өлгөрөп етте лә баһа!
ҡайһы бер социологик тикшеренеүҙәр шуны күрһәтә – ил халҡының 63,2 проценты һыра эсә. Шул уҡ ваҡытта һорашыуҙарҙа ҡатнашҡан ҡатын-ҡыҙҙарҙың (алкоголь эсеүсе) 49 проценты һыра эсмәй.
Магазинға барығыҙ һәм алкоголь һатылған бүлектә әҙ генә тыңлап тороғоҙ. Түбән градуслы эсемлек алырға ниәтләгән берәүҙе икенсеһе: ”Кит әле, һыу ғына була ла баһа ул”, – тип әрләгәнен мотлаҡ ишетерһегеҙ. ҡабатланмаҫ холоҡло халыҡ ул – рәсәйҙәр.
Шулай ҙа бигүк төшөнкөлөккә лә бирелмәйек әле. Бөгөн иҫерткес эсемлек эсмәү модаһы бар ул барыбер. Статистика ла шуны күрһәтә – Рәсәйҙә йылына йән башына эселгән алкоголь күләме 18 литрҙан 15-кә тиклем төшкән. Былтыр илдең баш наркологы Евгений Брюн шулай тигән. “Бәлки, кешене нисек эсергә өйрәтергәлер? Мәҫәлән, кер йыуыу машинаһы һатып алғанда ҡулланыу буйынса инструкция бирелә бит. Илдә лә алкоголь һатыу өсөн махсус үҙәкләштерелгән магазин булдырыу, унда ҡулланыу буйынса брошюралар ҙа биреү әмәлен табыу кәрәк”, – тигән Брюн әфәнде.
Күҙ алдығыҙға килтерегеҙ әле. Яҙыу шулай башланырмы икән: ”…араҡыны самалап эсергә, иҫерә башлағанығыҙҙы тойғас та туҡтарға…” Әҙәм көлкөһөнә ҡалырбыҙ инде тағы.