18.05.2012 Алда беҙҙе бәхет көтәме, әллә революциямы?
Рәсәйҙең халыҡ фекерен өйрәнеүсе үҙәге илдәге бәхет кимәлен иҫәпләп сығарған. Халыҡтан һорашыуҙар һөҙөмтәһе ыңғай уйҙар тыуҙыра – һуңғы ярты йылда бәхетле ватандаштарыбыҙ һаны артҡан. Күрһәткестәргә ентекләберәк туҡталғанда шул мәғлүм була: былтыр сентябрҙә генә үҙен бәхетле тип тойоусылар 66 процентты тәшкил итһә, апрелдә бындайҙар 82 процентҡа еткән. Был рекорд! Көрсөктән алда, 2008 йылдың мартында әлеге күрһәткес 77 процент булған. Бәхет өсөн күп кәрәкмәй, тигән әйтем бар беҙҙә. Үрҙә телгә алған үҙәк белгестәре Рәсәй кешеһе өсөн бәхеттең нимәнән ғибәрәт булыуын да һорашҡан. Яуаптарҙың күбеһе шулайыраҡ яңғыраған – һаулыҡ, эштән ҡәнәғәтлек алыу һәм сексуаль тормоштоң да яйлы барыуы. Үәт!
Беҙҙең министрҙар беҙҙең өсөн эшләйәсәк…
РФ Дәүләт Думаһының Дмитрий Медведевты Премьер-министр итеп раҫлауы хаҡында барыбыҙ ҙа ишеттек. 299 депутат уның кандидатураһы өсөн ыңғай тауыш бирһә, 144-е ҡаршы ҡул күтәргән. Тәүҙә үк Коммунистар партияһы менән “Ғәҙел Рәсәй”ҙекеләр элекке Президентты хупламаясаҡтарын белдергәйне. Нишләйһең, кемдер ҡаршы булып уйнарға тейеш шул.
Бер нисә көн элек Дмитрий Анатольевич Президентҡа хөкүмәт структураһы тураһындағы указ проектын тәҡдим итте. Яңы түрәләрҙең күп кенә булыуын түҙемһеҙләнеп көтәләр. Премьер-министр бер элекке министрға дүрт яңыһы тура киләсәген дә әйтеп ысҡындырғайны. 80 процент яңы кеше буласағын да фаразлайҙар. Хәйер, ил хөкүмәтенең артабанғы яҙмышы мартта, Президент һайлауҙары уҙғас та, хәл ителә башлағайны шикелле. Исемлек әҙер. Путин һәр береһе менән тәғәйен һөйләшеп, кәрәк талаптарын ҡуйып, тәүге фармандарын биргәндән һуң исем-аттарын да белербеҙ. ҡайһы бер битарафтар, әй, кем булһа ла ярамағанмы тағы, барыбер беҙгә улар менән күҙмә-күҙ осрашырға насип булмаҫ, тип һөйләнгән була.
Элекке Министрҙар Кабинетынан Сергей Шойгу (хәҙер − Мәскәү өлкәһе губернаторы), Виктор Басаргин (Пермь крайы губернаторы), Виктор Христенко (Евразияның иҡтисад комиссияһы рәйесе), Сергей Иванов, Вячеслав Володин (икеһе лә Президент хакимиәтенә күсте) сығып киткәйне инде. Әлегә ҡалғандары “вазифа башҡарыусы” тип йөрөтөлә. Китергә теләүселәр ҙә бар. Мәҙәниәт министры Александр Авдеев ғинуарҙа уҡ был хаҡта туранан-тура әйткән, ә мәғариф һәм фән министры Андрей Фурсенко хатта былтыр сентябрҙә урынын бушатырға әҙер булыуы хаҡында белдергән.
Кем әйтмешләй, һәр кем ҙур урынға үҙенең кешеләре менән килә, уңайһыҙ кешеләрҙән ваҡытында ҡотолоу фарыз. Ошо көндәрҙә, арыу ғына янсыҡтан ҡолаҡ ҡағам инде, тип хәүефләнеп йөрөүселәр байтаҡтыр. Яңыса йәшәй башлаясаҡбыҙ бит.
Яңы тигәндән, һәр яңылыҡты ҡолаҡ ҡарпайтып ҡабул иткән, йәнә “алһыу күҙлек” кейергә торған саҡта күңелде төшөрөүселәр табыла. Анау иҡтисадсыларҙы әйтәм дә.
Указдар үтәп булмаҫлыҡ?!
ҡайһы берҙә беҙҙе шаҡ ҡатырып ҡуялар. Йә көрсөктөң яңы тулҡыны килә, тиһендәрме, йә ҡот осҡос инфляция менән ҡурҡытһындармы. Хәйер, Рәсәй кешеһен ҡурҡытыуы, ай-һай… “Ҙур түңкәрелеш”тән – тотош ил емерелеүенән имен ҡалыусылар ҙа инде беҙ.
Әле килеп, Юғары иҡтисад мәктәбенең үҫеш үҙәге белгестәре, Президентыбыҙ Владимир Путиндың яңы указдарын үтәп булмай, тип белдерәсе. Эксперттар бигерәк тә 2018 йылға инвестицияларҙы эске тулайым продукттың 27 процентына тиклем арттырыуға шикләнеп ҡарай. Былтыр инвестиция күләме 19,7 процент ҡына булған. Уның алты йыл эсендә ҡапыл шул тиклем үҫеүе мөмкин түгел, имеш.
Йәнә бер күрһәткестең тормошҡа ашасағына ышанмай иҡтисадсылар – Путиндың бизнес алып барыу өсөн Рәсәйҙе шул уҡ 2018 йылға 120-се урындан (Бөтә донъя банкыһы рейтингы) 20-сегә күтәрергә ниәтләүенә. Былай өҫкә бер ниндәй ҙур илдең дә “һикергәне” юҡ. Булмаһа ни – был белгестәр кешегә әҙерәк кенә хыялланырға ла бирмәй.
Юғары иҡтисад мәктәбенең үҫеш үҙәге директоры Наталья Акиндинова ла бигерәк пессимист кеше икән. Уныңса, илебеҙҙә хеҙмәт етештереүсәнлеген дә 1,5 процентҡа арттырыу мөмкин түгел. Йәнәһе, тап шулай булһын өсөн етештереүсәнлек йылына ете процентҡа үҫергә тейеш. Әлбиттә, инвестиция һалынһа, бәлки, берәй нәмә килеп тә сығыр ине, тик Президент ниәтендә инвестсығанаҡтар күренмәй. “Рәсәй сәнәғәтенең 110 секторынан унауһы тирәһе генә өс ай рәттән үҫешә ала, әммә илдән шәхси капиталдың ситкә сығыуы ла дауам итә”, – тип яҙа был ханым.
Әйткәндәй, Путиндың иҡтисадҡа ҡағылышлы указдарын бойомға ашырыу − беренсе вице-премьер вазифаһын башҡарыусы Игорь Шувалов елкәһенә һалынған йөк.
Телмәрсе ни һөйләй?
Ошо көндәрҙә генә глобалләшеү һәм социаль хәрәкәттәр институты директоры Борис Кагарлицкий билдәле бер урында “СССР: совет проектынан һуң ни булырға тейеш ине?” тигән темаға лекция һөйләгән. Тик әлеге ҡуйылған һорауға яуап бирмәгән, имеш. Политолог бер генә нәмәне бик ышаныслы әйткән – ил революция алдында тора.
Кагарлицкий бихисап тарихи аналогты миҫалға килтергән. Алғараҡ китеп, уның иҫкәрмәһен дә иғтибарһыҙ ҡалдырырға ярамай – инҡилап ҡанһыҙ буласаҡ.
Телмәр тотоусы Октябрь революцияһынан һуң түбәнге ҡатламдың нисек үрләүен, урбанизация күренештәрен, бер һүҙ менән әйткәндә, “цивилизация һикереше” булыуын оҙаҡ итеп тәфсирләп һөйләгән. Кагарлицкий һүҙҙәренән шуныһы оҡшаны – ауылдан ҡалаға күпләп күсенгәндәр, хатта землянкаларҙа йәшәүселәр булған, төрлө уңайһыҙлыҡтарға түҙгәндәр, уның ҡарауы, был кешеләрҙән космонавтар, ғалимдар тыуған. Тимәк, күпселек бөйөктәрҙең ауылдан сығыуын инҡар итмәүселәр бар икән әле. Юҡһа көлөп маташыусылар етерлек бит. Сталин заманында ла түбәндән – юғарыға принцибы бер аҙ эшләгән. Тик 90-сы йылдарҙа түбәнге ҡатламдың һәләтлеләренә үрләүе ауырға төшә башлаған. Юлланған маҡсатына барып етә алмаған халыҡ. Алданған. Бөгөн Манеж майҙаны, Болотная, Таҙа быуалар һ.б. урындарға йыйылғандар бүтән алданмаҫҡа, ҡаршы торорға, тиһә лә, ысынында күптән инде барыһы ла хәл ителгән.
Ә политолог протест акцияларының яңы көс аласағына ышана. Артабан хәл быға тиклемге революцияларҙағыса буласаҡ – идарасы элита власҡа оппозицияны ҡушырға маташасаҡ, ҡушыла алмай ҡалғандары көрәште көсәйтәсәк. Шулай ризаһыҙлыҡ тулҡыны көсәйәсәк тә, бер нисә йылдан власҡа яңы сәйәси көс киләсәк. Әммә әлегә уның ниндәйерәк булыуын берәү ҙә әйтә алмай.
Бахыр илебеҙ. Уға ниндәй генә киләсәк юрамайҙар. Беҙҙең Рәсәйҙән дә үҙенсәлеклерәк ил юҡтыр. Ни тиклем үҙенсәлекле икәнен үҙегеҙ уйлағыҙ ҙа, үҙегеҙ белегеҙ инде. Кемдер ҡаса беҙҙән, кемдер ҡоласын аса, тигәндәй. Етмәһә, ҙур Рәсәйҙә тәртип урынлаштырыуы ла еңел түгел шул. ҡайын япрағындай ғына төбәктә лә тамырға тамшанып маташыусылар булғас.
Ә был ваҡытта…
Иран Президенты Мәхмүт Әхмәдинежад белдереүенсә, улар Израиль менән һуғышып тормай, ә башҡасараҡ еңергә уйлай. “Сионистар режимын тарҡатыу өсөн яу асыу кәрәк тә түгел, бары тик төбәк илдәренең Израиль менән бәйләнешен генә өҙөргә, йә сионистик белем биреүгә ҡырын ҡарарға ғына. Был режимдың юҡҡа сығыуына килтерәсәк”, − ти Мәхмүт әфәнде. Бер юлы ул АҡШ-тың Фарсы ҡултығындағы союздаштарын, бигерәк тә Сәғүд Ғәрәбстанын пыр туҙҙыра. Бынан ике йыл элек Ғәрәбстан ҡушма Штаттар менән 60 миллиард долларға ҡорал алыу тураһында килешеү төҙөгән булған. Иран башлығы, шул тиклем аҡса була тороп, ҡоралдан башҡа йүнле нәмәгә тотонмауҙарына аптырашта.
Рәсәй менән Тажикстан араһында ла арыу ғына ҙур килешеү төҙөлмәксе. Әлеге БДБ илендә Рәсәй хәрби объекттарын йәнә 49 йылға ҡалдырырға уйлай. Ә тажиктар беҙҙән энергетика ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереүҙә ташламалар һәм Президенттары Эмомали Рахмонды яҡлауҙарын һорай. Тажикстан етәксеһенең өҫтәлендә урында хәрби базалар ҡуйыуға рөхсәт һораусы илдәрҙең хаттары ята икән. Быларға хатта саҡ алтын тауҙары ғына вәғәҙә итмәйҙәр. Ә Тажикстан яғының беҙҙең менән хеҙмәттәшлек иткеһе килә.
ҡайһы берәүҙәр фекеренсә, Төньяҡ Кавказда “яңы Чечня” булдырырға теләүселәр бар, имеш. Бында, моғайын, һуңғы ваҡытта Дағстанда барған теракттар, боевиктар менән һуғыш тураһында хәбәрҙәрҙең ҡуйыртылыуы роль уйнайҙыр.
Кавказды буйһондороуы мөмкинме икән? Шуныһы ла бар: бөгөн төп көрәш Иранға ҡаршы йәйелдерелгән. Рәсәй АҡШ менән Израилдең арҡаҙашы булырға тейеш. Беҙ Көнбайыштың ниәтен ҡабул итмәйбеҙ икән, тимәк, Төньяҡ Кавказда проблемалар ҙа бөтмәйәсәк. Тап шулай тип өркөтөп маташыусылар табыла.