05.10.2010 Халыҡ иҫәбен алыу – күргәҙмәлә
Башҡортостандың йәмәғәт ойошмаларының үҙәк дәүләт архивы «Халыҡ иҫәбен алыу тарихынан» тигән документтар күргәҙмәһе ойошторҙо.
Тиҙҙән буласаҡ акцияға арнап үткәрелә ул. Архив документтары йән башы һанау сараһында әүҙем ҡатнашҡан партия, профсоюз, комсомол органдары ҡарарҙарынан ғибәрәт. Төрлө йылдарҙағы йыйынтыҡтар, Өфө губернаһының 1866 йылдағы тораҡ пункттары исемлеге урын алған. Шулай уҡ «Башҡорт халҡының демографияһы», «2002 йылғы иҫәп алыу һөҙөмтәләре», БАССР-ҙағы территориаль-административ бүленеш буйынса материалдар ҡыҙыҡлы.
«Башинформ».