«Йәшлек» гәзите » Сәйәсәт » Сүриә менән Иранды бер ҡаҙанда ҡайнатмаҡсылар



16.03.2012 Сүриә менән Иранды бер ҡаҙанда ҡайнатмаҡсылар

Бөгөн кешелек алдына йыш ҡына шундай һорау ҡуялар – Өсөнсө донъя һуғышын кем башлар? Һәр нефтле илдән тиерлек йөй эҙләүҙе ғәҙәт итеп алған Америкалыр, моғайын, тигән фекерҙәр ишетелә. Һәр хәлдә, Израиль, Иран, Сүриә, хатта ҡытайҙың ҡыҫылышын юрай байтаҡ кеше. Нисек кенә булмаһын, беҙгә һуғыш кәрәкмәй, ул – донъя йөҙөндә барыһын да (илдәрҙе әйтәм) теҙ сүктерергә маташҡан амбициялы ҡушма Штаттарға кәрәк, буғай. Хатта айырым сценарий ҙа яҙылған, имеш.

Голливуд фильм төшөрәме ни...

Властағыларҙы шәп актерҙар, режиссер­ҙар тип юҡҡа ғына һөйләмәйҙәр ул. Кәрәкһә, иларға ла әҙер тороусылар бар. Ана, Пентагонда көнө-төнө иртәгә беҙҙең нисек йәшәүебеҙҙе фаразлап, сценарийҙар яҙып ултыралар, буғай. Барак Обаманың абруйы төшә бара, ә ул ҡул аҫтындағыларҙы һаман «ижад итергә» саҡыра. Әле төп иғтибар – Иран менән Сүриәлә.
Беренсе сценарийҙа күҙалланыуынса, АҡШ-тың агрессияһы Сүриәгә йүнәлтелә. Америка менән йәнәш уның тоғро «һалдаты» НАТО бара һәм, ни ғәжәп, Төркиә менән Сәғүд Ғәрәбстаны ла һөжүм итеүселәр яғында була. Сүриәне яҡлап, Иран да ҡанлы бәрелештәргә ҡушыла, торараҡ, Ормуз боғаҙы баҫып алынғас, ҡытай ҙа (уға нефть тап ошонан килә) ситтә ҡалмай.
Икенсе сценарий буйынса һуғышты иһә Израиль сығара – Иранға һөжүм итә. Тегеһе лә уйлап тормай. Ике илдә лә ядро ҡоралы «һынала», Тәһранды яҡлап, Пакстан ҡыҫыла, Израилгә Һиндостан ярҙам итә, артабан Иранға ҡытай ҡушыла. Әлбиттә, һуғыштың был илдәр сигендә генә ҡалмауы ла бар.

АҡШ, Европа көрсөккә бата, ә Иран – нефткә

Барыһына ла Иран ғәйепле, тиҙәр АҡШ яғынан. Үҙенең нефте, ядро ҡоралы менән океан аръяғы державаһының йәнен үртәй икән Ислам республикаһы. Етмәһә, йәшерен эшләй. Иран шаһына 1967 йылда АҡШ биш МВт ҡеүәтле реактор бирә. Уны урынлаштырыуҙа Германия менән Франция ла ярҙам итә. Тора-бара Иран ҡоралды үҙ аллы эшләй башлай. Ғөмүмән, үҙ аллы, бойондороҡһоҙ, суверенлы тигән һүҙ күптәргә оҡшамай ул. Аңлағанға – ишара. Шул үҙаллылығы Иранға байтаҡ ҡына проблема тыуҙыра ла. Имеш тә, бында йәшерен ядро ҡоралы етештерелә. Шулай ҙа был ил әлегә бирешмәй. Ана, Президенттары Мәхмүт Әхмәдинежад нимә ти: «Иран халҡы АҡШ менән Израиль бомбаһынан ҡурҡмай. Һеҙҙең хәрби караптарығыҙ, самолеттарығыҙ бер ни тормай. Колониялар ваҡыты үтте ул!»
Шул уҡ ваҡытта Америка сенаторҙары АҡШ оборона министрына Рәсәйҙең «Рособоронэкспорт» йәмғиәте менән һәр төрлө хеҙмәттәшлекте туҡтатыуҙы һорап мөрәжәғәт иткән. Сәбәбе – беҙҙекеләрҙең Сүриәгә ҡорал һатыуын дауам итеүе. «Рособоронэкспорт» АҡШ-ҡа 20-нән ашыу вертолет һатыу тураһында килешеү төҙөгән булған. Пентагонға 375 млн долларға төшкән Ми – 17 Афғанстандағы ғәскәрҙәрҙе ҡоралландырыуға алына. Сенаторҙарға яуап итеп, БМО-лағы Рәсәй вәкиле Виталий Чуркин билдәләүенсә, беҙҙең вертолеттар Сүриәгә урам демонстрациялары өсөн һатылмай, шунлыҡтан килешеүҙе өҙөү ҙә мәғәнәһеҙлек.
Шулай, Америка һәр яҡлап үҙ туҡһанын туҡһан итергә маташа. Әле Ливия, әле Иран, әле Сүриә… Үҙенең бер нисә «ҡойроғон» эйәртә лә.

Йәһүдтәр янкиҙарҙы тыңламай

ҡойроҡ тигәндән, Израиль Премьер-министры Биньямин Нетаньяху, яҡын көндәр­ҙә Ирандың ядро объекттарына һөжүм итмәҫбеҙ, тип вәғәҙәләгән, имеш. Шулай ҙа киләсәктә ҡарап ҡарарбыҙ, тип тә өҫтәгән. Уның фекеренсә, Ирандың ядро программаһы тирәләй килеп тыуған хәлде дипломатик юлдар аша ла яйлап була, иҡтисади санкциялар ҙа быға булышлыҡ итәсәк. Биньямин Нетаньяху ошо уйын, Иранға һуғыш асыу тураһында теүәл генә ҡарарға килмәүҙәрен Барак Обамаға ла еткергән. Американдар, үҙ сиратында, «тыңлауһыҙ ил»гә ҡарата Израилдең һөжүмен үҙҙәренекенән көсһөҙөрәк булыр тип һығымта яһап ҡуйған. Ярай, уларҙың шулай үсегешеп алыуы тыныс көндәрҙе оҙайта ғына.
Әзербайжан да Иран менән һуғышыр өсөн плацдарм булыуҙан баш тарта. Республиканың оборона министры Сәфәр Әлиев шулай тигән. Улар ниндәй ҙә булһа көстәргә үҙенең биләмәһен бирмәйерәк тора. Иран ядро программаһы менән ярайһы ғына хәүеф тыуҙырыусы булһа ла (һәр хәлдә, Көнбайыш тап ошоно башҡаларға һеңдерергә тырыша), Баҡының ут күршеһе менән талашҡыһы килмәй.

Сүриәнең АҡШ-ҡа ниндәй насарлығы тейгән?

Бәшәр Асад режимын юҡҡа сығарыу Америкаға Иранды теҙ сүктереүҙең беренсе аҙымы булып тора, имеш. Бәғзе бер политологтар шундай фекерҙә. Ә ядро ҡоралы сәбәп кенә. Улайға китһә, Пакстандың да, Төньяҡ Кореяның да ядро ҡоралы бар. Шулай ҙа Иранда АҡШ-тыҡылар өсөн иң йән үртәгесе – уның нефте, ҡытайға нефть һатыуы, Ормуз боғаҙын күҙәтеүҙә тотоуы. АҡШ иһә ҡытайҙы ла ҡулға алмаҡсы. Нисек ҡулдарынан килһен, ти! ҡытайҙар миллиард кеше һәм хәтәр йылғыр. Үҙебеҙҙең Рәсәйҙә ниндәй эштәр башҡарғандарын ғына ҡарайыҡ. Етмәһә, Американың Яҡын Көнсығышта иң арҡа терәр дуҫы Израиль Асадты ҡолатыу менән ҡыҙыҡһынмай тиерлек. Сөнки улар Ливия миҫалында бер нәмәне яҡшы аңланы – Каддафи урынына килеүселәр уларға һис кенә лә әшнә түгел. Тель-Авив Сүриәгә инеп тормай, тура Иранға юлланыуҙы хуп күрә. Хәйер, кем-кемгә һөжүм итергә тейешлеге асыҡланып та бөтмәгән. Аңлап бөтмәҫлек башватҡыс.
Белгестәр фаразлауынса, беҙ, йәғни донъя, Өсөнсө бөтә донъя һуғышы майҙанына «инергә» торабыҙ. Әлеге лә баяғы Рәсәй генә туҡтата алырмы «яугирҙар»ҙы? Бының өсөн беҙгә ҡеүәтле ҡорал кәрәк. Сөнки көсһөҙҙәрҙе тыңлап та тормайҙар. Рәсәйҙә бар ул ҡорал. Дөрөҫ әйтә беҙҙең Премьер-министрыбыҙ – артабан да илде ҡоралландырырға бар көстө һаласаҡбыҙ. Шунда белер­ҙәр донъяла кемдең кендек икәнен.

Ә был ваҡытта…

Беҙ киләсәккә аныҡ пландар ҡорабыҙ, яңыртабыҙ, йыябыҙ, һүтәбеҙ, ябабыҙ, кәметәбеҙ.
Милләтебеҙҙең бөтөнлөгө тураһында ла ҡайғыртабыҙ. Ниндәй милләт, тиһегеҙме? Һуң үҙебеҙҙеке инде – Рәсәй милләте. Аһ-аһ, тип аптырамай, «совет кешеһе» милләтен иҫкә төшөрмәй тороғоҙ. Оҙаҡламай «Рәсәй милләтенең бөтөнлөгөн нығытыу һәм Рәсәй халыҡтарының этномәҙәни үҫеше» тигән федераль программа килеп ятасаҡ алдыбыҙға.
Был хаҡта, йәғни өп-өр яңы милләт уйлап сығарыу хаҡында, һүҙ элегерәк тә ҡуҙғатыл­ғайны. 2010 йылдың декабрендә Мәскәүҙең Манеж майҙанында милли юҫыҡта ҡысҡырыштар булғас, властағыларҙың теленән дә төшмәне тиерлек. Хатта «Рәсәй милләтен нығытыу» мәсьәләһе РФ Дәүләт Советы ултырышында ла ҡаралды.
Ахыры, беҙҙә бер генә тырма бар, шуның өҫтөнә килтерә лә баҫалар, килтерә лә баҫалар. Бынау тиклем дә яңырыш-модернизация, инвестиция заманында кем милләтен алмаштырып торһон? ҡайһы бер милли төбәктәргә лә көсләп экстремизм, милләтселек тағырға маташыуҙары ла юҡҡа түгел, күрәһең. Эйе, «тамаҡ туйғансы» суверенитет алып уйнаныҡ, хәҙер бүтәнерәк заман килде. Беҙҙе, ил халыҡтарын «Рәсәй милләте»нә, йәғни «россиян»ға әйләндереү хаҡы бюджетҡа әллә күпме миллиард һумға төшәсәк. ҡырҡ ямау менән ҡоршалып бар булған АҡШ-ҡа оҡшарға маташыумы был, милли төбәктәрҙе юҡҡа сығарыу ниәтенәнме?
Үрҙә Манеж майҙанын телгә алғайным, ул әле лә буш түгел…

Әйткәндәй

Пентагон митингыларҙы таратырға «ауырттырғыс нур» эшләп сығарған. Был юғары йышлыҡтағы электромагнит нурҙар бер саҡрым радиусҡа тиклем сәпкә тейә ала. Нур ҡағылыу менән кешегә бик эҫе булып китә. Шул уҡ ваҡытта был төр ҡоралды иң хәүеф­һеҙе тип һанайҙар. Нурҙы кеше күрә лә, ишетә лә, еҫкәй ҙә алмай, уның ҡарауы, янында икәне ап-асыҡ беленәсәк, имеш. Әйткәндәй, уны ҡулланыу яман шеш барлыҡҡа килтермәй, бала көткән ҡатындарға ла зыяны юҡ. Әлеге нур пушкалары бынан биш йыл элек үк күпләп сығарыуға яраҡлы тип табылһа ла, АҡШ уны һатырға йыйынмай. Дәлилләнмәгән сығанаҡтар буйынса, хәрбиҙәр был нурҙы самолет йә вертолетта ҡулланыу сараһын тикшерә, имеш.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға