28.02.2012 Рәсәй һәм үҙгәрә барған донъя
Ил хөкүмәте башлығы Владимир Путиндың был мәҡәләһе халыҡ-ара мөнәсәбәттәргә бағышланған
Һүҙ башында Премьер-министр АҡШ һәм НАТО-ның ҡайһы бер эшмәкәрлегенә, БМО-ның Именлек советы ҡабул иткән ҡарарҙарға ҡарата фекерен белдерә.
«НАТО-ның үҙенә хас булмаған «обороналаусы альянс» булырға маташыуын беләбеҙ. Беҙ уларҙың гуманитар операциялары ҡорбандары хаҡында ла онотмайбыҙ. Был альянс менән Америка ҡушма Штаттарының хәүефһеҙлек тураһындағы фекерҙәре беҙҙекенән бөтөнләй айырыла», – тиелә мәҡәләлә.
Артабан бер йыл элекке ваҡиғалар өсөн «Ғәрәп яҙы» тигән исем бирелгән ғәрәп илдәрендәге үҙгәрештәр, болалар, революция телгә алына. Әлбиттә, тәүҙә демократик реформаларға ынтылыусылар хуплау тапты, тик бер аҙҙан әлеге болаларҙың тәртипһеҙ сценарий төҫөн алыуы барыһын да һағайтты. Байтаҡ илдә демократия урынына хакимлыҡ итеүсе бер көс икенсеһе, тағы ла агрессивырағы менән алмаштырылды.
Премьер-министр билдәләүенсә, эске конфликттарға тыштан ҡыҫылыу донъялағы хәл-торошто тағы ла ҡатмарландырҙы. Ливия миҫалында быны асыҡ күрәбеҙ. Уның Сүриәгә ҡарата ла ҡабатланыуына юл ҡуйырға ярамай. Халыҡ-ара берлек иң тәү сиратта әлеге илдә тыныслыҡ, үҙ-ара килешеү булдырыуға йүнәлтелергә тейеш. Иң мөһиме – оло граждандар һуғышы сығыуға ҡамасауларға. Бөгөн Рәсәй менән ҡытай БМО резолюцияһына ҡаршы төшөп, тап ошо хаҡта уйлап эш итә. Ә башҡаларҙың, Сүриәлә Ливия сценарийын ҡабатларға маташыусыларҙың, беҙҙең был аҙымды күреп, йәндәре көйҙө.
«Дөйөм алғанда, ғәрәп илдәрендәге түңкәрелештәрҙән фәһем алырға була. Ваҡиғалар демократияны көс ысулдары менән урынлаштырырға маташыуҙың кире эҙемтәһен күрһәтә. Әллә ҡайҙан экстремистик көстәр барлыҡҡа килеп, илдәрҙең тотош үҫешен үҙгәртмәксе. Рәсәй урталыҡта торған ислам вәкилдәре менән һәр ваҡыт яҡшы бәйләнештә булды. Бөгөн дә сәйәси, сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлекте нығытыуға әҙербеҙ. Әле төп иғтибарҙа – Иран. Беҙҙең илде уға ҡаршы һуғыш башлау ихтималлығы хәүефләндерә. Әгәр, ысынлап та, һуғыш була ҡалһа, эҙемтәләре ҡот осҡос буласаҡ. Бының ысынбарлыҡтағы масштабын күҙ алдына ла килтереп булмай», – тип дауам итә һүҙен Владимир Путин.
Мәҡәләлә Төньяҡ Кореяның ядро проблемаһы буйынса ла етди хәл-торош булыуы телгә алына. Күршеләрҙе һайлап алмайҙар, тигән кеүек, Рәсәй был ил менән бәйләнеште тыныс шарттарҙа нығытыу яҡлы.
Беҙҙең яҡын күршеләребеҙҙән һаналған Афғанстандың киләсәге хаҡында уйланыу ҙа ситтә тороп ҡалмаған. Был тәңгәлдә НАТО ҡуйылған бурыстарҙы үтәй алманы. Афғанстандан террор һәм наркохәүеф килеүе туҡталмай әле. Илдә комплекслы рәүештә наркотиктарға ҡаршы система булдырыу мотлаҡ, Рәсәй был йәһәттән булышлыҡ итергә риза. Әйткәндәй, ике йылдан был илдән сығырға ҡарар иткән АҡШ һаман унда һәм күрше дәүләттәрҙә хәрби базаларын нығыта.
Премьер-министрҙың мәҡәләһендә эре һәм көслөләр иҫәбендә торған ҡытайҙың үҫеше тураһындағы фекерҙәре лә ярайһы ғына урын биләй. Был юҫыҡта мөнәсәбәттәр тыныс ҡына булһа ла, үҙ-ара инвестицияларҙың кимәле түбән, тауар әйләнеше структураһы тирәләй эшләйһе эштәр бар, шулай уҡ беҙгә ҡытайҙан миграция ағымын да күҙәтеп барырға кәрәк. Беҙҙең ил менән байтаҡтан дуҫлыҡта йәшәгән Һиндостандың йылдам үҫешенән дә файҙа алырға була.
Әлбиттә, Рәсәй Азия илдәре менән генә түгел, ә Европа менән дә яҡшы бәйләнештәр урынлаштырыу яҡлы. Ватандаштарҙың күбеһе үҙен Европа кешеһе тип тә һанай, сөнки илдең бер өлөшө Европаға инә. Тап шуның өсөн дә Рәсәй Атлантиканан Тымыҡ океанғаса «Европа союзы» тип аталған берҙәм иҡтисади һәм кешелек берлеген төҙөргә тәҡдим итә.
Рәсәй менән Америка мөнәсәбәте тураһында ла яҙыла мәҡәләлә. Һуңғы йылдарҙа был тәңгәлдә күп нәмә эшләнгән. Әммә хәл ителәһе мәсьәләләр етерлек. АҡШ-тың Европалағы ПРО системаһы ғына ла уйланырға мәжбүр итә. Америка тигеҙ хоҡуҡ һәм үҙ-ара ихтирам принциптарына таянып эш итһә, беҙ әлеге мөнәсәбәттәрҙә ярайһы уҡ алыҫ киткән булыр инек.
Латвия, Эстония кеүек элекке СССР республикалары менән дә яйлайһы эштәр бар.
Бер һүҙ менән әйткәндә, Рәсәйҙе объектив баһалау өсөн, беҙҙә халыҡ-ара сараларҙы уҙғарыу мөмкинлектәрен файҙаланырға кәрәк. Былар – «Ҙур егерме» һәм «Ҙур һигеҙ» илдәренең саммиты (2013, 2014 йылдарҙа), ҡаҙанда Универсиада, 2014 йылда Сочиҙа ҡышҡы Олимпия уйындары, 2016, 2018 йылдарҙа донъя буйынса хоккей һәм футбол чемпионаттары.
«Рәсәй артабан да донъя сәйәсәтендә үҙенең именлеген һәм милли мәнфәғәттәрен әүҙем конструктив рәүештә тәьмин итергә ниәтләнә. Беҙ һәр сит ил партнеры менән эшлекле һәм ике яҡҡа ла уңай шарттарҙа хеҙмәттәшлек итергә әҙер. Уларҙы аңларға, мәнфәғәттәрен иҫәпкә алырға ынтылабыҙ, шул уҡ ваҡытта беҙҙең мәнфәғәттәрҙе лә ихтирам итеүҙәрен һорайбыҙ», – тип тамамлана мәҡәлә.
«Московские новости» гәзитенән
А. ИШЕМҒОЛОВА әҙерләне.