13.01.2012 Юлбашсының үлеменә ҡайғырмаһаң...
Төньяҡ Корея йыл аҙағында ҙур ҡайғы кисерҙе – ил башлығы Ким Чен Ир вафат булды.
Телевидениенан халыҡтың нисегерәк ҡайғырғанын күрҙек инде, ергә ятып иланылар бит, хатта дөйөм психоз хәлендә һымаҡ булды улар. Илдең үҙәк яңылыҡтар агентлығы хәбәр итеүенсә, кешеләр генә түгел, хатта хайуандар ҙа бик ныҡ ҡайғырған. «ҡышты йоҡлап үткәрергә тейешле айыу, балалары менән бергә, юл ситенә баҫып тороп иланы», – тип яҙған агентлыҡ. Шулай ҙа күҙ йәше түкмәүселәр ҙә булған, имеш. Хәҙер уларҙы хөкөм итәсәктәр икән. Төньяҡ Корея аптырата! Матәм сараларында ҡатнашмаған, дөйөм ҡайғыға битарафлыҡ күрһәткән кешеләргә алты айға тиклем «рәшәткә» янауы ихтимал. Халыҡ судтары 29 декабрҙә үк эш башлаған.
Әйткәндәй, властар 2012 йылғы рәсми календарҙарҙы һатыуҙы тыйған, сөнки унда Ким Чен Ирҙың үлем көнө яҙылмаған.