«Йәшлек» гәзите » Сәйәсәт » Батыр халҡын яҡлар



27.12.2011 Батыр халҡын яҡлар

Декабрҙәге һайлауҙар илде ҡуҙғытып ебәрҙе. Һайлауҙың һөҙөмтәләре менән риза булмаған байтаҡ кеше10 һәм 24 декабрҙә Рәсәйҙең ҙур ҡалаларында митингыға сыҡты. Уларҙың төп талаптары – Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы етәксеһе Владимир Чуровты отставкаға ебәреү, Дәүләт Думаһына яңынан һайлауҙар үткәреү.
Оппозиция был митингыларға күберәк халыҡты сығарып, төҫлө революциялар сценарийы буйынса Рәсәйҙәге сәйәси ситуацияны ҡырҡыулаштырып маташты. Әммә дәүләт етәкселәре үҙҙәренең сығыштары (Владимир Путин – “тура бәйләнеш” булдырыу, Дмитрий Медведев – йыллыҡ Мөрәжәғәт­намә) менән оппозицияның ҡулдарынан төп уйын кәрттәрен тартып алды. Хәҙер Зюганов, Жириновский, Миронов һәм Прохоровтарға һайлаусыларҙы үҙҙәренә йәлеп итер өсөн ныҡ баш ватырға тура киләсәк. Губерна­торҙарҙы бөтә халыҡ менән һайлау, Дәүләт Думаһына һайлауҙа мажоритар кире округтарға ҡайтыу, яңы телевидение кеүек талаптарҙы буласаҡ Рәсәй Президентының үҙ өҫтөнә алыуы беҙҙең дәүләтте үҙенә янаған төҫлө революцияларҙан ҡотолдорҙо, буғай. Оппозицияға халыҡты майҙанға сығарырлыҡ башҡа етди этәргес көс ҡалманы, күрәһең. Был йәһәттән тандем, бигерәк тә Владимир Путин, үҙҙәрен оҫта сәйәсмән итеп күрһәтте. Һайлау һөҙөмтәләре менән риза булмаған оппозицион партияларға үҙҙәренең депутат мандаттарынан баш тартыуы яңы һайлау үткәреү өсөн етә ине бит. Ләкин бер генә депутат та был сараға барырға баҙнат итмәне. Властың Владимир Чуровты отставкаға ебәреүе лә һайлауҙарҙың дөрөҫ үтмәүен аңлатыр инде. Тимәк, власть Дума һайлауҙары, башлыса, ғәҙел үтте тип бара. Был фактты илдәге төп сәйәси көстәр ҙә инҡар итә алмай.
Мартҡа тиклем байтаҡ ваҡыт бар. ҡырҡа оппозицион партияларҙың президент һайлауҙарын үҙ файҙаһына бороуға мөмкинлектәре бөттө, тип тынысланырға иртәрәк әле. Был турала ҡайһы бер күҙәтеүҙәремде бәйән итеп үтке килә. Үҙенең һайлау штабының етәксеһе итеп билдәле кинорежиссер Станислав Гово­рухинды тәҡдим иткәс, тегенеһе, үҙе көслө шахматсы булараҡ, “сәйәсмәнгә, шахматтағы һымаҡ, аҡтар өсөн дә, ҡаралар өсөн дә алдан уйларға кәрәк”, – тине. Владимир Путин шунда уҡ “ерәндәр өсөн дә” тип ҡыҫтырҙы. Был реплика юҡҡа булманы шикелле. Рәсәйҙә был “ерән”дең Анатолий Чубайс икәнен белмәгән кеше юҡтыр. Дума һайлауҙары алдынан ул юҡҡа ғына бөтә донъяға һайлауға бармаясағын иғлан итмәне. Владимир Путиндың 90-сы йылдарҙан ҡалған Борис Ельциндың мираҫынан тулыһынса ҡотолоп бөтмәгәне күренеп тора. “Һыуҙа батмаҫ, утта янмаҫ” Чубайс, Рәсәй хөкүмәтенән китеп, энергетика тармағы флагманы – Рәсәйҙең “Берҙәм энергетика системалары”н (ЕЭС) бөтөрөп, яңы тағараҡты – “Роснано” дәүләт предприятиеһын етәкләй. Владимир Путиндың “тура бәйләнеш”тең икенсе көнөнә үк Саяно-Шушенскиҙа Чубайс “себештәре” етәкләгән энергетика компаниялары етәкселәрен, коррупцияла ғәйепләп, пыран-заран килтереүе юҡҡа булманы. “Эффектив менеджер” булараҡ, шул Ана­толий Чубайс, Рәсәй­ҙең “Берҙәм энергетика системалары”н тарҡатып, уның урынына төрлө компаниялар төҙөп ҡалдырҙы ла инде. Баҡтиһәң, “прихватизатор” халыҡты талау системаһы төҙөгән икән! Уның Рәсәй либералдарының “һоро кардиналы” икәнен тойомларға була. Юҡҡа ғына ул быйыл Егор Гайдарға арнап үткәрелгән иҫтәлекле сараларҙа мәрхүм алып барған сәйәсәтте яҡлап ҙур күләмле панегирик менән сығыш яһаманы. Унда ул: “Приватизацияға тик эшсе-крәҫтиәндәр, пенсионерҙар һәм предприятие директорҙары ғына ҡаршы булды”, – тип әйтеп үтте. Ә уларҙың халыҡтың төп өлөшө икәнен ул әле һаман да аңлап етмәй. Был һүҙҙәр хосусилаштырыуҙың халыҡ мәнфәғәтендә үткәрелмәүен иҫбатлаусы тағы ла бер дәлил булып тора. Заманында Рәсәйҙең Иҫәп палатаһы үткәргән тикшереү буйынса ла Чубайс үткәргән хосусилаштырыу тураһындағы кире һығымталар ҙа хоҡуҡи эҙемтәләргә килтермәне. Был һығымталар Чубайстың командаһын хөкөмгә тарттырырға тулы хоҡуҡ бирә ине. Нишләптер Кремлдең быға ҡулы барманы. Күрәһең, көсө етеңкерәмәгәндер… “Вашингтон обкомы” тамырын тәрән ебәргәнгә оҡшай. Владимир Путин­дың,“Берҙәм Рәсәй”ҙең ҡайһы бер депутаттары ҡайһы бер оппозиционерҙарының хеҙмәт кенәгәһенең АҡШ-та “ятыуы”, уларҙың эш хаҡын ҡушма Штаттарҙың Дәүләт департаментында алыуы тураһында әйтеп үтеүе юҡҡа түгелдер. “Билсән”дәр­ҙән ҡотолоу бик еңелдән түгелдер. Бының өсөн Владимир Путинды президент итеп һайлау мотлаҡ. Оппозиция Михаил Прохоровты президент һайлауының икенсе турына сығарырға бөтә көсөн һаласаҡ. Был ҡурҡыныс, һис шикһеҙ, Рәсәйҙең тыныс киләсәгенә янай. Президент һайлау­ҙарының ике турҙа үтәсәге көн кеүек асыҡ. Икенсе турға власть Геннадий Зюгановты сығарырға итте, күрәһең. Был турала минең икенсе күҙәтеүем һөйләй. Үткән йомала Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов КПРФ яғына реверанс яһаны. Ул республиканың Дәүләт Йыйылышында булған “Берҙәм Рәсәй” монополияһына ҡаршы сығып, беренсе вице-спикер итеп берәй коммунисты ҡуйырға кәрәклеген билдәләне. Был команданың Кремлдән бирелгәненә шик юҡ. Бынан алдараҡ Рөстәм Хәмитов Башҡортостан коммунистарын ҡабул итте, уларға яңы офис бирҙе. Рәсәй етәкселәренең дә коммунистик риториканы йыш файҙалана башлауы юҡҡа түгелдер. Путин, Михаил Горбачев менән Борис Ельцин үткәргән сәйәсәтте баһалап, демократ­тар­ҙың теләһә нимә менән совет халҡының башын әйләндереп бөтөүе тураһында әйтеп үтте. Советтар Союзы тарҡалыуына уның битараф булыуы килтереүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Был йәһәттән КГБ тарафынан үткәрелгән “Голгофа планы” тигән операцияға ышанырға була (был операция тура­һында интернетта уҡырға мөмкин). Юрий Андропов КПСС-тың Генераль секретары итеп һайланғас, КГБ-ға ошо операцияны әҙерләргә ҡуша. Операцияның төп сәбәбе булып Советтар Сою­зы­ның хеҙмәт етештереүсәнлеге буйынса Көн­байыш илдәренән артта ҡа­лыуы тора. Капита­лизмды фаш­лаған пропаганда алым­дары совет халҡына тейешенсә тәьҫир итмәй башлағас, Юрий Андропов уға капитализмдың ысын йөҙөн күрһәтеп алырға ҡарар итә. Бының өсөн беренсе этапта Гор­бачев һәм Ельциндың көсө менән Советтар Союзында «ҡырағай» капитализм төҙөргә булалар. СССР-ҙың тарҡалыуы план буйынса ҡаралмаған икән. Операцияның төп маҡсаты булып беҙҙең халыҡтың үҙ теләге менән (революцион юл менән түгел), ғәҙел үткән һайлауҙарҙа социализм юлына кире ҡайтыуы тора.
Әгәр ҙә был план уйҙырма ғына булып ҡалһа ла, Рәсәйҙә барған ваҡиғалар, күрәһең, ошо планға ярашлы бара кеүек. Социализмдың капитализмға ҡарағанда тарихи перспективалары яҡшыраҡ. Быны ҡытай Халыҡ Республикаһы үҙенең миҫалында яҡшы иҫбатлай.
Владимир Путиндың 27 ноябрҙә “Берҙәм Рәсәй” партияһы съезында яһаған сығышын буласаҡ Рәсәй президентының программаһы тип ҡабул итергә кәрәктер. Уның төп тезисы булып национализация тора. Эре сәнәғәт предприятиеларын, ТЭК, банкыларҙы беренсе сиратта дәүләт милкенә күсереү бурысын Вла­димир Путин Рәсәйҙең стратегик маҡсаты итеп ҡуя. Баҙар иҡтисадын Путин идеаль йәмғиәт тип һанамай. Владимир Владимирович беҙҙең илдә төҙөлгән баҙар иҡтисады тик ҡыҫҡа ваҡытлы мәсьәләләрҙе генә хәл итә ала тип иҫәпләй. Дәүләт алдында торған стратегик мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн яңы йәмғиәт төҙөү зарур. Бының өсөн власть системаһын ҡырҡа үҙгәртергә кә­рәк. Путин: “Власть халыҡтың күпселегенең мәнфәғәттәрен яҡларға тейеш”, – тип бара. Был тезис Рәсәй либералдарының кәртәһенә ташланған бик ҙур таш булып тора. Путин йәмғиәттәге социаль дифференциацияны ҡырҡа кәметеүҙе беренсе планға ҡуя. Кешенең йәмғиәттә тот­ҡан урыны уның белеме, хеҙмәте, һәләте, профессионализмы менән билдәләнергә тейеш, тип бара. Бының өсөн тарҡалған Советтар Союзын кире тергеҙеүҙе лә маҡсат итеп ҡуя.
Әлбиттә, был маҡсаттар билдәле даирәләрҙең етди ҡаршылығына осраясаҡ. Улар Владимир Путинды Рәсәй президенты итеп һайламаҫ өсөн бөтә көсөн һаласаҡ. Президент булып китһә, төрлө этлектәр эшләйәсәктәр, “тәгәрмәс”кә “таяҡ” тығасаҡтар. Шуныһы ҡыуаныслы, яңы Дәүләт Думаһында импичмент үткәреү өсөн бер генә сәйәси көстөң дә Конституцияға тейешле хәле юҡ. Владимир Путиндың “Берҙәм Рә­сәй” партияһына өҫтәп Халыҡ фронты төҙөүе лә бушҡа түгелдер. Был партияның ҡайһы бер ағзаларына ныҡлап таянып булмағанын аңлау­ҙандыр.
Рәсәйҙең яҡты киләсәгенә ышан­ған һәр һайлаусы, киләсәк быуындарҙың яҙмышына битараф булмаған һәр патриот буласаҡ һайлауҙарҙа тауышын Владимир Путин өсөн бирергә тейеш. Илебеҙ халҡының ышаныслы мандатын алған президент ҡына ошо бөйөк маҡсаттарҙы бойомға ашыра аласаҡ.

Илдар ҒӘБИТОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға