03.12.2011 Беҙҙә эш ҡыҙа, ә тегендә – кешеләр ҡыҙыу
Үткән шәмбелә Үҙәк һайлау комиссияһы сираттан тыш ултырышҡа йыйылды. Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлауҙы киләһе йылдың 4 мартына тәғәйенләү менән ошоға ярашлы кампания ла старт алды. Ошо ине ултырышты үткәреү сәбәбе. Әле алда бер һайлау торһа, электоратҡа тағы ла тауыш биреүҙәр бер нисәү буласаҡ. Президентлыҡҡа кемдәр дәғүә итә ала? Сәйәси партиялар үҙ кандидаттарын 25 ноябрҙән үк күрһәтә башларға мөмкинлек алды. Йәнә лә кем теләй һәм кемдең мөмкинлеге бар, ул үҙенең пассив һайлау хоҡуғынан файҙаланып, илдең беренсе «кешеһе» посына үҙ-үҙен күрһәтә ала. Теркәү өсөн документтар Үҙәк һайлау комиссияһына декабрь уртаһынан да һуңламай килтерелергә тейеш. Киләһе йыл һайлауына бюджеттан 12,1 миллиард һум бүленгән. 2008 йылда әлеге күләм 4,7 миллиард һум булған.
Әйткәндәй, «Берҙәм Рәсәй» фирҡәһе үҙенән берҙән-бер кандидатураны күрһәтте. Аңлап тораһығыҙҙыр кем икәнен. Владимир Путиндың ниндәйерәк сәйәсмән икәнен бөтә донъя белә һәм таный.
Эйе беҙ һайлайбыҙ. Ғөмүмән, һайлауҙар беҙҙең өсөн генә көн сараһы түгел, ә бөтә донъяла һайлау бара. ҡайҙа ғәрәсәт, ҡайҙа һуғыш, ҡайҙа тыныслыҡ, ҡайҙа эҫе, ҡайҙа һыуыҡ икәненә ҡарамай бара ул ваҡиғалар. Һыуыҡ тигәндән, ҡыш башланыр-башланмаҫ апаруҡ семетте инде, шуға бер аҙ йылы тойор өсөн Африка дәүләттәрен, уға яҡын илдәрҙе күҙәтәйек әле.
Сүриә кеше хоҡуҡтарын тупаҫ боҙа?!
Эйе, был илдә нәҡ шулай, тигән фекерҙә бәғзеләр. Етмәһә, ул бер ҙә ыңғай яҡҡа үҙгәрергә уйламай. Бында халыҡ-ара берлек ҡыҫылырға тейеш. Кемдәр боҙа һуң кеше хоҡуҡтарын? Кешеләр инде. Сүриәлә ошо юҫыҡта төҙөлгән комиссия докладынан күренеүенсә, 2011 йылдың мартында башланғыс алған сыуалыштарҙа хоҡуҡты хәрбиҙәр һәм именлек хеҙмәттәре боҙған. Ниңәлер быға аптырарлыҡ та түгел. Ишеткән бар ундай хәлдәрҙе бирелә лә. Енәйәттәр кеше үлтереү, язалау, көсләүҙәрҙе үҙ эсенә ала. Былар – кешелеккә ҡаршы енәйәт. Шаһиттар ҙа бар, ҡорбандар ҙа етерлек. Араларында журналистар ҙа юҡ түгел.
Ә АҡШ менән Германия БМО-ның Именлек советын йәнә Сүриә властарының хөкүмәткә ҡаршы демонстранттарҙы аяуһыҙ баҫтырыуына ҡарата сара күрергә саҡырҙы. Үҙҙәренсә, ҡыҫылып ҡалайыҡ тинеләр, ахыры.
Әйткәндәй, Сүриәгә Ғәрәп илдәре лигаһы иҡтисади санкциялар индерҙе. Был ғәрәп банкыларында илдең юғары элитаһының аҡсаһы «туңдырыла», Дамаск менән коммерция бәйләнештәре, инвестиция проекттары билдәле ваҡытҡа туҡтатыла тигән һүҙ. Бәшәр Асадтың китер ваҡыты етте, ахыры. Ауыр көндәр килә ил халҡына. Шундай фараз да ишаралана: бында Ливия сценарийы ҡабатланмағайы. Ни өсөн тигәндә, Ливиянан 600-ләгән кеше, Бәшәр Асадҡа ҡаршы бергә көрәшәйек, тип был тарафтарға килеп тә еткән. Кемдәр улар? Ливия граждандарымы? Белмәҫһең...
Кувейт йәнә хөкүмәтен алмаштырҙы
Сүриәләге кеүек үк киҫкен хәлдәр булмаһа ла, Кувейт әмире иленең хөкүмәтен яңыртмаҡсы. Киҫкен түгел, тип әллә йомшарттым, эйе, унда ла еңел булмаған хәл-торош шул. Бында – сәйәси көрсөк. Оппозиция депутаттары ришүәтселеккә ҡаршы шулай көрәшә, йәғни улар премьерҙы һәм бер нисә министрҙы парламентарийҙарҙы «һатып алыуҙа» ғәйепләгән. Эш хатта парламентты штурмлауғаса барып еткән. Бына үҙебеҙҙә тыныс, шуға ҡыуанайыҡ. Әлбиттә, депутаттар этешеп-төртөшкән, тигән кеүегерәк хәбәрҙәр ишетелеп ҡала ул, әммә сүпте өйҙән сығара торғандарҙан түгелбеҙ. Ә бына сит илдәрҙең урамға сығып, һәр сөскөргәне лә киң тарала.
Кувейтта һуңғы биш йылда хөкүмәт ете тапҡыр отставкаға ебәрелгән. Һәр команданы туплау үҙе бер етди үҙгәреш булыуын иҫәпкә алғанда, урамға сыҡҡан халыҡты аңларға була.
Ә Мысыр һайлай
Хөсни Мөбәрәкте шаулап ҡыуған Мысыр бөгөн ҙур һайлауҙар алдында. Бында халыҡ беҙҙең өлкәндәргә оҡшаған, буғай, һайлау участкаларына эркелеп килгән. Оҙон сиратҡа баҫҡандар хатта. Улар парламентҡа тауыш биргән. Фирғәүендәр һәм пирамидалар иле бындайҙы ғүмерендә лә күрмәгәндер әле. Саҡрымдарға һуҙылған ти бит сират. ҡарттар, балалы ҡатындар, инвалидтар, һуңғы ун йыл эсендә тәүгә килгән кешеләр ҙә байтаҡ булған. Бер оло ҡатын йөрәк өйәнәгенән донъя менән хушлашҡан, уның ҡарауы, ул ил алдындағы бурысын үтәргә килгән. Ике көн дауам итергә мәжбүр булғандар ошо сәйәси ваҡиғаны. Дөйөм алғанда, ике тиҫтәнән ашыу кеше төрлөсә ҡазаланған.
Был – һайлауҙарҙың тәүге этабы. Икенсеһе – 14 – 15 декабрҙә, өсөнсөһө 3 – 4 ғинуарҙа үтәсәк. Яңы Мысырҙың яңы хөкүмәте ғинуар уртаһынан да ҡалмай эш башларға тейеш.
Һайлау тигәндән, Мароккола яңы парламент һайланды. АҡШ бында ла үҙ фекерен белдермәй ҡалманы. Дәүләт секретары Хиллари Клинтон ханым бергә эшләйек, тигән кеүегерәк һүҙҙәрен еткерҙе. Әлеге Африка илендә лә демократия өсөн көрәшәләр. Парламент һайлауҙарында Ғәҙеллек һәм үҫеш ислам партияһы лидерлыҡты тота.
Ливан да йоҡламай
Был илдең көньяҡ райондарында тревога иғлан ителгән. Сәбәп – Израиль биләмәһендә реактив снарядтар шартлау. БМО-ның ваҡытлы көстәре командующийы Альберто Асарта тиҙ арала ике дәүләттең дә хәрби командованиеһы менән телефон аша бәйләнешкә инеп, утты туҡтатыуҙы талап итте. Үҙегеҙ беләһегеҙ – ут бер ҡабынһа, ай-һай, ҡара һөрөмһөҙ туҡтамай ул. Сик буйҙары, шулай итеп, уғата көсөргәнештә йәшәй. Билдәле булыуынса, атыу Израиль тарафтарына булған. Тегеләре яуап итеп тораҡ пунктҡа ҡарай ут яуҙырған. Әлегә матди зыян ғына яһалған. Сиктәр ике яҡлап та бер туҡтауһыҙ патрулләнһә лә, көсөргәнеш кәмемәй.
Эҫе, ысынлап та, эҫе был яҡтарҙа. Бәлки, климаттың йылылығы ла булышлыҡ итәлер һуғышҡа, ә? Кемдең, мәҫәлән, 30 – 40 градус һыуыҡта һуғышып йөрөгөһө килһен? Хәйер, был яу көҫәүселәргә ҡамасау түгел. Ә шулай ҙа, әлдә шәп үҙебеҙҙең ут күршеләр. Анау океан аръяғы ғына һөсләтергә тырыша, әммә беҙ – ныҡ. Ғәрәп илдәре генә әллә ни эшләне лә ҡуйҙысы...
Әйткәндәй
Мосолман илдәре тигәндән, поп-музыка короле Майкл Джексондың һуңғы йылдарҙа ислам динен ҡабул иткәнен ишеткәнһегеҙҙер. Уның Аллаһты данлаған моңло йырҙары ла бар. ҡаҡ һөйәккә ҡалып, ғүмере өҙөлгән йырсының табибын яуапҡа тарттырырға тейештәр, сөнки Майкл-Микаелдең (исемен шулай тип үҙгәрткән ул) үлемендә тап ул ғәйепле, имеш. Ошо көндәрҙә Лос-Анджелеста Конрад Мюррейға хөкөм ҡарары сығарылды.
58 йәшлек кардиологҡа дүрт йыл төрмә, Джексондың балаларына лайыҡлы компенсация (үлеме сәбәпле йырсының ҡуйылмаған концертынан юғалтыу ғына ла 102 миллион доллар тәшкил итә) түләү янай.
Мюррей, эшенә яуапһыҙ ҡарауы, «тиҙ ярҙам»ды һуңлап саҡыртыуы менән бер рәттән, Майклға үтә көслө препарат тәғәйенләүен башҡа табиптарҙан йәшереүҙә лә ғәйепләнә. Уға табиплыҡ менән шөғөлләнеү бөтөнләй тыйылыуы ихтимал.
Бына шулай, ғүмерендә ниндәй генә эш ҡылһа ла, Майкл Джексон мосолман ҡәрҙәшебеҙ булып, Аллаһты данлап киткән донъянан... һәм табибы арҡаһында бик ғазапланған да.
Ә тотош планетала кеше ғазаптары мәңге дауам итә кеүек. Шул уҡ ваҡытта ғүмер иҫ киткес матур. ҡан ҡойошһоҙ, артыҡ бәләләрһеҙ (бында тәбиғәт ғәрәсәттәренән гел зыян күреп торған океан, диңгеҙ яры буйы илдәрен күҙ уңында тотам) йәшәйбеҙ. Алда осраған ниндәйҙер юл сатында ла илебеҙҙең сыҙам һәм түҙем, күндәм һәм бер ҡатлыраҡ халҡы юғалып ҡалмаҫ. Бары тик, үрҙә яҙылғанса, хоҡуҡтарыбыҙ боҙолмаһын да, йәбер-золом ҡабатланмаһын.
Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.