«Йәшлек» гәзите » Сәйәсәт » Мәсьәләне ҡуйыртыу кемгә кәрәк?



25.10.2011 Мәсьәләне ҡуйыртыу кемгә кәрәк?

Дмитрий Медведев студент яҡташыбыҙ мөрәжәғәте буйынса төбәккә айырым иғтибар итергә һүҙ бирҙе
Мәсьәләне ҡуйыртыу кемгә кәрәк?
Үткән аҙнала Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев М. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетында студент йәштәр менән осрашты. Һөйләшеү темаһы илдә милләт-ара татыулыҡҡа бәйле булғанлыҡтан, аудиторияға төрлө халыҡ вәкилдәре йыйылғайны.
Президентҡа Башҡортостан егете − Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университетының икенсе курс студенты Наил Ниғмәтуллин да мөрәжәғәт итте.
«Мин башҡорт, хатта картала ла булмаған бәләкәй башҡорт ауылында үҫтем», – тип башланы һүҙен яҡташыбыҙ. Артабан Наил, ил башлығы алып барған сәйәсәт һөҙөмтәһендә, берҙәм дәүләт имтиханы тапшырып, абруйлы вузға инеүен әйтеп, ауылдарҙан сыҡҡан төрлө милләтле студенттар исеменән ил башлығына рәхмәт белдерҙе.
«Һеҙҙең сәйәсәтегеҙ менән тулыһынса килешәм, миңә ул дөрөҫ күренә, әммә Рәсәй төбәктәрендә ул, бигерәк тә минең тыуған Башҡортостанымда, бигүк үтәлмәй. Беҙҙә милли сәйәсәттең, минеңсә, абруйы төшөрөлә йә юҡҡа сығарыла. Мин быны аҫаба булараҡ, ошо проблеманы эстән яҡшы күргәнгә әйтәм, − тип дауам итте студент. − Быға тиклем Башҡортостан иң тыныс төбәк һаналды, төрлө милләт вәкилдәре һәр ваҡыт татыулыҡта йәшәне. Хәҙер ҡайҙандыр күпләп террористик төркөмдәр «барлыҡҡа килде».
Яңыраҡ милләт-ара ыҙғыш тыуҙырыусы провокацион сайттар ҡабаттан эшләй башланы. Һеҙгә, Президент булараҡ, мөрәжәғәт итәм, беҙҙең төбәк буйынса аныҡ саралар күрһәгеҙ ине».
Дмитрий Медведев Наил Ниғмәтуллиндың был һүҙҙәрен етди ҡабул итте һәм түбәндәгесә яуапланы: «Башҡор­тос­тандың ҡайһы бер төбәктәрендә экстремистик структуралар күбәйеүе хаҡында беләм, был турала Именлек хеҙмәте лә, хоҡуҡ һаҡлау органдары ла хәбәр итә. Уларҙы бөтөрөргә кәрәк. Улар кешеләргә яманлыҡ ҡыла, беҙҙең дөйөм йортто емерергә тырыша. Башҡор­тостанда этник состав ҡатмарлы. Шуға ла конфессия, милләт-ара татыулыҡты һаҡлау мөһим. Һеҙҙең әйткәндәрегеҙ республикалағы хәл-торошто баһалау өсөн өҫтәмә сәбәп булды».
Йәш яҡташыбыҙҙың күңелен ҡырған экстремистик күренештәр­ҙең республикала һуңғы осорҙа, ысынлап та, йыш телгә алыныуы барыбыҙҙы ла борсой ине. Бармы ул беҙҙә экстремизм? Ниңә ҡапыл ғына артып киттеләр һуң? Ниңә фәҡәт диндарҙарҙан террорсы яһай­ҙар? Милли сәйәсәт нисек бойомға ашырыла? Шундай һорау­ҙар торалыр һәр кемебеҙҙең тел осонда. Ошо проблема Дмитрий Медведевҡа еткерелгәс тә, республика «гөж» итеп ҡалды. Берәүҙәр Наилдың Президентҡа шундай үтенесен оҡшатып та етмәне. Йәнәһе, кем ул, ниңә йәш башы менән шундай етди мәсьәләне күтәрә, берәйһе ҡушҡанмы әллә? Сәйәсмәндәр, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, әлбиттә, ябай кешеләрҙең дә үрҙәге һорау­ҙарға аныҡ яуап тапҡыһы килде. Бәлки, егеттең йөрәгендә йөрөткән иң ауыртҡан һорауға яуап алғыһы килгәндер? Юҡһа ғәм халыҡ алдында ил тиклем ил башлығына өндәшер инеме ни?!
Ысындан да уйланырға урын бар бит. Бөгөн заманы ла ҡатмарлы: ер шарының теләһә ҡайһы мөйөшөндә, урамда тыныс ҡына йөрөү түгел, магазинда, дауаханала, башҡа йәмәғәт урындарында беҙгә хәүеф янамай, тип кем гарантия бирә? Шул уҡ ваҡытта Башҡортостаныбыҙ сағыштырмаса тыныс та кеүек. Халыҡ әйтмешләй, утһыҙ төтөн сыҡмай, мәғлүмәттәргә төптәнерәк иғтибар итһәң, көс структуралары үҙҙәре үк хәүеф таратҡандай.
Республика етәксеһенең матбуғат секретары Артем Вәлиев һүҙҙәренсә, «төбәктә 120-нән ашыу милләт йәшәй, уларҙың татыулыҡта көн итеүе өсөн бар нәмә эшләнә. Социологик һорау алыуҙарҙан билдәле булыуынса, Башҡортостан халҡының 1 – 2 проценты ғына милләт-ара мәсьәлә борсой, 75 проценты милли сәйәсәттең ыңғай булыуын белдерә. Һуңғы йылда милләт-ара мөнәсәбәт буйынса республикала бер генә пикет та, митинг та үтмәгән. Тимәк, был юҫыҡта хәл-тороштоң киҫкенлеге тураһында һөйләү урынһыҙ».
Шулай ҙа Президентҡа үтенес әйтелде, Дмитрий Анатольевич уға ҡарата үҙ фекерен дә белдерҙе. Тик алға тағы бер һорау килеп баҫа: милли мәсьәләне күтәргән, экстремистар хаҡында һорау биргән милләттәшебеҙҙе эҙәрлекләмәҫтәрме? Йәш кенә егет ауыҙынан аҡһаҡалдарыбыҙ ҙа эстән генә уйлап йөрөгән борсоулы һүҙ сыҡты лаһа...
Әйткәндәй, Башҡортостан Пре­зи­денты Рөстәм Хәмитов яҡташыбыҙҙың позицияһына аптырауын белдерҙе һәм Наил менән 26 октябр­ҙә осрашырға уйлай. Осра­шыуҙа «Йәшлек» гәзите хәбәрсеһе лә ҡатнашасаҡ. Тимәк, был мәсьә­ләгә яңынан әйләнеп ҡайтасаҡбыҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға