«Йәшлек» гәзите » Сәйәсәт » Һимеҙ һәм ҡорһаҡлыһыңмы? Тимәк, полицияға яраҡлы түгелһең



02.07.2011 Һимеҙ һәм ҡорһаҡлыһыңмы? Тимәк, полицияға яраҡлы түгелһең

Рәсәй эске эштәр министры Рәшит Нурғәлиев тармаҡта тулы ҡеүәттә барған реформаны тағы ла «ҡыҙығыраҡ» итмәксе.
Баҡһаң, ул ҡорһаҡлы хеҙмәт­кәрҙәр­ҙе полицияла ҡалдырыуға ҡаршы икән. Ундайҙар аттестация үтмәйәсәк, тип ҡәтғи генә әйтеп тә ташлаған әле. Дөрөҫ, Нурғәлиев әфәнде, «здарауай» хеҙмәткәр, ауырлығына ҡарамаҫтан, полиция талаптарына тура килһә, бәлки үткәрербеҙ ҙә, тип һүҙҙәрен тиҙ үк йомшартып та ҡуйған. Шуныһы ла бар: Эске эштәр министрлығының юғары етәкселек составы аттестацияны үтеп бөтөп бара. Улар араһында «ҡорһаҡлылар һәм һимеҙҙәр» булдымы икән? Һе, ябы-ыҡ генерал ҡарап тороуға ниндәйерәктер инде...
Былай органдар, түрәләренең 15 – 20 проценты һынау­ҙан үтмәйәсәк, тип вәғәҙә итә лә ул. Шулай ҙа туҡмаҡтан ябайыраҡ хеҙмәткәрҙәр «өлөш» алыр һымаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға