14.06.2011 Фекерең өсөн үҙең яуап бир
Рәсәйҙә интернет селтәрендә «йөҙгән» мәғлүмәт сараларында уҡыусыларҙың экстремистик комментарийҙары өсөн ҡануниәт тарафынан яуаплылыҡ сиге билдәләнәсәк .
Был хаҡта РФ Президенты Дмитрий Медведев тейешле тәҡдимдәр индерергә ҡушты. Бер ай элек интернет-берлек вәкилдәре менән осрашыуҙа уға редакциялар етәкселәре, уҡыусылар яҙған фекерҙәр йә блогтарҙағы мәғлүмәтте күсереп яҙған өсөн яуап бирергә тура килә, тип зарланғайны. Ошо юҫыҡта илдең элемтә һәм коммуникациялар министры Игорь Щеголевҡа 1 авгусҡа тиклем «Киң мәғлүмәт саралары тураһында»ғы РФ законына үҙгәрештәр әҙерләргә күрһәтмә бирелде. Бында, әлбиттә, һүҙ комментарийҙар баҫҡан интернет-сығанаҡтарҙы яуаплылыҡтан бушатыу хаҡында түгел, ә сиктәр билдәләү хаҡында барасаҡ, йәғни «РФ ҡануниәтен боҙоусы уҡыусылар фекерен баҫҡан өсөн» тигән пункт тәртипкә килтереләсәк.
Виртуаль донъялағы бихисап сайттар бөгөн ниндәй генә хәбәр менән тулмаған. Интернетты «йыуынты һыу» тип юҡҡа ғына атамағандарҙыр. Бер ҡараһаң, унда теләһә кем теләһә ниндәй фекерен яҙа ала. Һәм бер ниндәй ҙә яза алмай. Юғары суд ҡарарына ярашлы, «Роскомнадзор» интернеттағы мәғлүмәт сараларында экстремистик фекерҙәр булыу-булмауын күҙәтә, ундайҙар баҫылған хәлдә, уларҙы алып ташлағыҙ, тип үтенес ебәрә. Әгәр ҙә тәүлек эсендә хәл үҙгәрмәһә, иҫкәртеү яһала. Шулай бер нисә тапҡыр ҡабатланһа, суд был мәғлүмәт сараһының эшен туҡтатырға мөмкин.
Президент авторлыҡ хоҡуғы буйынса ла күрһәтмәләр бирҙе. Интернет-нәшерселәр ассоциацияһы президенты Иван Засурский әйтеүенсә, Медведевтың был юҫыҡтағы ҡарары беҙҙең ил өсөн революцион һанала икән. Баҡһаң, мәғлүмәт дәүерендә йәмғиәтте байыҡтырыуҙа дәүләттең берҙән-бер мөмкинлеге – уны мәғлүмәт менән максималь тулыландырыуға өлөш индереү, имеш. 1 авгусҡа тиклем гражданлыҡ ҡануниәтенә авторҙарға «үҙ әҫәрҙәрен ирекле лицензия шарттарында сикһеҙ һандағы халыҡҡа еткереү мөмкинлеге бирергә» булышлыҡ итеүсе төҙәтмәләр индереләсәк.
Тиҙҙән беҙҙең компьютерға төбәлгән күҙҙәребеҙ алдына тик позитив фекерҙәр, зиһенде байытыусы мәғлүмәттәр генә килеп сығырмы икән? Кемделер күралмаусанлыҡ, ғәйепләү менән тулы сайттарға яңы законға көйләнеүе, ай-һай, ауыр булыр инде.
А. ЗИННУРОВА.