«Йәшлек» гәзите » Сәйәсәт » Донъя менән кем идара итә?



23.04.2011 Донъя менән кем идара итә?

йәки Рәсәйгә бола тулҡынының сираттағы ҡорбаны булыу янаймы?
Донъя менән кем идара итә?Был арала ла донъя үҙенә генә хас тауыш менән гөж итеп тора. Тормош дауам итә, йәмәғәт. Ни­сәмә көн боларған Африка ты­нып ҡалһа, АҡШ бер нигә лә ҡы­ҫылмаһа, күңелһеҙләнер инек. Әле килеп Европа үҙенә «ҡаратты».

Финляндияла милләтселәр уянған

Финляндияла яңыраҡ парламент һайлау­ҙары үтте. Уның һөҙөмтәләре ил өсөн генә түгел, хатта бөтә төбәк өсөн дә әһәмиәтле булмаҡсы. Был һайлауҙарҙа еңеүселәр исемлегендә быға тиклем бер кемгә лә яҡшы таныш булмаған «Ысын финдар» исемле милләтсе фирҡә бар, имеш. Улар, 19 процент тауыш йыйып, өсөнсө урында тора. Тәүге урында – Милли коалиция партияһы. Шулай уҡ социал-демократтар ҙа, Финляндияның «һул» союзы, «йәшелдәр» ҙә бар, әммә халыҡ улар менән бигүк ҡыҙыҡһынмай ҙа. Уның ҡарауы, «Ысын финдар»ҙың телефондары тынмай. Фирҡәнең рәйесе Пентти Ойнонен әйтеүенсә, уңышҡа өлгәшеүгә ныҡ ышанғандар, сөнки күпселек фин халҡы әлеге хөкүмәттең эшмәкәрлеге менән риза түгел. Халыҡҡа властың барлыҡ халыҡ-ара ойошмаларға ярарға тырышыуы оҡшамай. Шул уҡ ваҡытта Финляндияның үҙ граждандарының проб­лемалары ситтә ҡала килә. Һөҙөмтәлә илдә финанс көрсөгө килеп тыуған, байҙар-ярлылар килеме айырмаһы артҡан. Ә үрҙәге партия өсөн иң мөһиме – фин халҡы мәнфәғәттәрен ҡайғыртыу. Ниңә беҙҙең ил тәүҙә үҙ кешеләренә түгел, ә башҡаларға ярҙам ҡулы һуҙырға тейеш? Былай ярамай, ти улар. Евросоюзды ла тәнҡитләй­ҙәр. Йәнәһе лә, Европа союзы етәкселеге Брюсселдә үҙәкләшкән. Шунда илдәр өсөн хәл иткес мәсьәләләр ҡарала. «Ысын финдар» билдәләүенсә, Финлян­дия өсөн ҡарарҙар бары тик Финлян­дияла ғына ҡабул ителергә тейеш. Улар НАТО составына инеүҙән дә баш тарта. «Европаның башҡа дәүләттәрендә лә беҙҙең кеүек илһөйәрҙәр бар ул, тиҙҙән уянырҙар, беҙҙе хупларҙар», – тип фекер йөрөтәләр. Ғөмүмән, Европа халҡы һуңғы ваҡытта сит ил кешеләренең күпләп күсеп килеүенән, урындарҙа ер һатып алыуҙарынан да шөрләй. Иммиг­ранттарға ҡағылышлы ҡануниәтте киҫкенләштереү мәсьәләһен дә күтәрә «Ысын финдар».

Каддафиҙың үлемесле «аҙымы»

Ливияның баш күтәреүселәре Муаммар Каддафиҙы илдең 10 мең кешеһенең үлемендә һәм 20 меңенең хәбәрһеҙ юғалыуында ғәйепләй. Тағы ла 30 мең кеше йәрәхәттәр алған. Был илдәге революцияға халыҡ-ара хәрби көстәр ҙә ҡыҫылыуына ҡарамаҫтан, ябай халыҡ күберәк зыян күрә, ә ысын һуғыш алып барыу­сылар улай күпләп ҡырылмай. Февралдән бирле барған граждандар һуғышына 31 мартта НАТО етәкселеге аҫтында сит ил көстәре лә килеп ҡушыла. Улар күптән инде вәкәләттәре сигенән сыҡҡан, тигән фекерҙә был ваҡиғаларҙы күҙәтеүсе эксперттар.
Революционерҙар иһә Африка союзы тәҡдим иткән конфликтты тыныс шарттарҙа көйләү планынан баш тартҡан. Каддафиҙың был план менән килешеүе хаҡында яҙғайныҡ инде. Оппозицион Милли совет лидеры Әбдел Джалил, Афросоюздың был инициативаһының һуңлауын белдереп, Ливия патриоттарының ҡаны сауҙалашыу әйбере була алмауын һыҙыҡ өҫтөнә алған. Уларҙың маҡсаты бер генә – Каддафи китһен!
Муаммар әфәнде үҙе барыһын да тыныс юл менән туҡтатырға риза, тик уны отставкаға хөрмәтләп, артабан да эшләр өсөн берәй арыу ғына вазифа «бүләк итеп» оҙатыуҙарын теләй. Тағы шуныһы бар: Каддафи властың улы ҡулына күсеүе хаҡында хыяллана. Нимә, насар теләкме ни?!

Сиратта ҡайһы ил?

Африка илдәрендә, Яҡын Көнсығышта сыуалыштарҙы контролдә тоторға тырышҡан АҡШ, уның тоғро эйәрсене Бөйөк Британияның төп маҡсаты нимә икәнен беләһегеҙме? Рәсәй яҙыусыһы, тарихсы һәм иҡтисадсы Николай Стариков фекеренсә, был ике дәүләткә мөмкин тиклем күберәк илдәрҙә тотороҡһоҙлоҡ тыуыуы, донъя масштабында тик доллар һәм Америка «ҡиммәтле» ҡағыҙ-трежерҙары мөһим булып ҡалыуы ғына кәрәк. Шулай уҡ мосолман илдәрен экстремист итеп танытыу, ошо юҫыҡта ҡытай, Рәсәй һәм Европаға проблемалар өҫтәү ҙә «шәп» маҡсаттар иҫәбендә. Бына Ливия менән эш килеп сыҡмайыраҡ тора: Каддафи китергә теләмәй, был илдең бүлгеләнеүе, власҡа «Әл-ҡаиҙә»нең, уның клондарының «урынлашыуы» ла мөмкин түгел әлегә. Европаға ҡағылышлы план иһә бер аҙ үтәлә: Ливияла һуғыш башлан­ғаны бирле бында берҙәм «уйнаусы» юҡ. Франция шундуҡ АҡШ-ҡа эйәрҙе, артабан Италия ла шул яҡҡа боролдо. Германия ғына бойондороҡһоҙ сәйәсәт алып бара. Бер һүҙ менән әйткәндә, Ливия «ҡаты сәтләүек» булып сыҡты.
Ә шулай һорау тыуа: сират бының менән генә бөтмәйҙер бит, кемдә һуң? Кот д, Ивуарҙа АҡШ граждандар һуғышын «уңышлы» башлап ебәрҙе. Үрҙә телгә алған Николай Стариков үҙенең «Комсомольская правда» гәзитенә биргән интервьюһында болаларҙың Сәғүд Ғәрәбстанында, Төркиәлә, Пакстанда булыуын фаразлай. Унан һуң АҡШ Афғанстандан китер, ти ул. Талиптарға ҡорал һәм аҡса биреп, Тажикстанға ебәрергә лә мөмкин. Улары, үҙ сиратында, Үзбәкстанға юлланасаҡ. Был дәүләттәге революция миллионлаған ҡасаҡ барлыҡҡа килтерәсәк. ҡасаҡтар ҡайҙа барыр? Әлбиттә, Рәсәйгә! Бына ни өсөн Американың донъя сәйәсәтен тотороҡһоҙландырыу планына ҡаршы сығырға кәрәк!

Интерполдың Рәсәй бюроһының элекке башлығы Владимир Овчинский аңлатыуынса, донъя хөкүмәтенең барлығын уйынға һабыштырыу дөрөҫ түгел. Европала политологтар быға етди ҡарай. Һәр нәмәне илдәр түгел, ә берҙәм донъя үҙәге контролләргә тейеш. Мәҫәлән, Ливиялағы хәлдәр тап шул юҫыҡта килеп тыуған. Унда хакимлыҡ итергә тырышҡан НАТО ла – донъя хөкүмәтенең бер өлөшө. Әлеге хөкүмәт (уның составында сәйәсмәндәр, иҡтисадсылар, ғөмүмән, донъяла билдәле шәхестәр бар) һәр ерҙә һуғыш алып бара, энергия ресурстарын күҙәтеү аҫтында тота. Әммә бары тик милли ядро көстәрен, энергетикаһын ғына «йүгәнләй» алмай. Был хаҡта хыяллана ғына. Ул әлегә конфликтлы хәл тыуҙырыусы ролендә. Рево­люция барған илдәр ошо иҫәптә.

Бына ҡайҙа икән мәсьәләнең кәттәһе!
Ни өсөн донъя тыныс ҡына йәшәй алмай? Илдәр бер-береһе менән һыйышмай? Көрсөк тигәндәре ниңә бихисап йылдарға һуҙыла? Яуап бар, ти ҡайһы бер аҡыллы баштар. Илдәр, дәүләттәр менән шундағы етәкселәр, президенттар идара итә, тип уйлай­һығыҙмы? Юҡ, яңылышаһығыҙ! Баҡһаң, улар өҫтөнән дә идара итеүселәр бар, имеш. Һуң, Аллаһы Тәғәлә, йәки Бог, йә донъяны ярал­тыу­сы Юғары көс түгелме ни иң өҫтә, тигән һорау ҙа тыуыр. Юҡ. Беҙҙең ер шарында Йәшерен донъя хөкүмәте лә эшләй икән. Унда рәсми булмаған халыҡ-ара төркөм етәкселек итә. Был «хөкүмәт»кә шундай уҡ йәшерен ойошмалар, «мейе» үҙәктәре хеҙмәт итә. Боронораҡ, егерменсе быуат баштарында АҡШ-ты һәм Европа элитаһын берләштергән шундайыраҡ бер махсус клуб эшләгән, унан һуң АҡШ, Европа, Япония вәкилдәре ингән «Өс яҡлы комиссия» глобаль рәүештә планлаштырып маташҡан.
Интерполдың Рәсәй бюроһының элекке башлығы Владимир Ов­чинский аңлатыуынса, донъя хөкүмәтенең барлығын уйынға һабыштырыу дөрөҫ түгел. Европала политологтар быға етди ҡарай. Һәр нәмәне илдәр түгел, ә берҙәм донъя үҙәге контролләргә тейеш. Мәҫәлән, Ливиялағы хәлдәр тап шул юҫыҡта килеп тыуған. Унда хакимлыҡ итергә тырыш­ҡан НАТО ла – донъя хөкүмәтенең бер өлөшө. Әлеге хөкүмәт (уның составында сәйәсмәндәр, иҡтисадсылар, ғөмүмән, донъяла билдәле шәхестәр бар) һәр ерҙә һуғыш алып бара, энергия ресурстарын күҙәтеү аҫтында тота. Әммә бары тик милли ядро көстәрен, энергетикаһын ғына «йүгәнләй» алмай. Был хаҡта хыяллана ғына. Ул әлегә конфликтлы хәл тыуҙырыусы ролендә. Революция барған илдәр ошо иҫәптә. Тимәк, бында шул уҡ Каддафиҙың, йә Хөсни Мөбәрәктең бер ниндәй ҙә ғәйебе юҡ, тигән һүҙме? Ә ул «хөкүмәт»тә Рәсәйҙән берәй «илһөйәр» ағза булып торамы икән? Быға яуап биреүе ауыр. Рәйестең АҡШ тарафтарынан булыуына шик тә юҡ. Шунда барлыҡҡа килгән тарҡатыу, алйотландырыуға ҡоролған Аллен Даллес идеологияһы ла өҫтөнлөк итәлер әле. Әйткәндәй, Өсөнсө рейх донъя хөкүмәте темаһының мөһимлеген аңлаған һәм, уның тәүсығанаҡтарын эҙләп, хатта Тибетҡа экспедициялар ойошторған. Йәнәһе лә, бында Шамбала – донъя үҙәге, икенсе төрлө фаразлағанда, кеше күҙенә эленмәгән «ер кендеге» – урынлашҡан. Шуны ҡулға эләктереп, Гитлер планета менән идара итмәксе булған. Самаһыҙ күпте теләһәң, ярыҡ ялғаш янында ла ҡалаһың ул. Ә тағы ла бер аҙ фараздарға туҡталғанда, беҙгә яңы көрсөк яҡынлаша, ахыры. Йәнә лә ябай халыҡтың «көшөлөгө» бушай, сәйәсмән, иҡтисадсыларҙыҡы – киреһенсә. Был да донъя «Аҡ йорто»ноң бер программаһы, буғай.

Европаның сиге киңәйә?

Европаға ҡасаҡтар ағымы эркелде – Төньяҡ Африка илдәренән, Ливия, Тунистан меңләгән кеше Урта диңгеҙҙе «кисеп», әлегә Италияла урынлаша тора. Был хәл башҡа күрше дәүләттәр етәкселәрен һағайтты. Шуға ла Көнбайышта «Сиге булмаған Европа» лозунгыһынан баш тартып ҡуйыуҙары бар. Ә беҙ визаһыҙ инеүҙе ойоштороу тураһында күпме хыялланабыҙ? Йәғни беҙ түгел, ә властар. Европа сәйәсмәндәре хәҙер беҙҙең менән был темаға һөйләшмәйәсәк тә, сөнки илдәрендә былай ҙа ситтән килеүселәр күбәйгәндән-күбәйә.
Әйткәндәй, күскенселәр темаһы Париж менән Римды талаштыра яҙған. Франция властары бер тәүлеккә тигәндәй үҙҙәренең Ментон һәм Италияның Вентимилья ҡалалары араһындағы поезд юлын япҡан. Улар Африка илдәренән килгән ҡасаҡтар ағымын туҡтатыу өсөн шулай эшләгән. Ә итальяндар иһә был Евросоюз принциптарына ҡаршы килә тип белдерә. Сикте ваҡытлыса булһа ла ябыу­ҙың асылы шунда: Италия ошо көндәрҙә легаль булмаған иммигранттарға ваҡытлыса йәшәү мөмкинлеге бирә башланы. Күпселек Тунис халҡы күсенә икән. Юҡ, улар Италияла ҡалырға йыйынмай, ә милләттәштәре 600 меңдән ашыу булған Францияға китергә йыйына. Билдәле, Франция бының менән килешә алмай. Африкандарға «байыр­ға» теләй тиһегеҙме был ил? Күрәҙәсе Ванганың, Европа кешеһеҙ ҡаласаҡ, тигән фаразы бойомға ашмаҫ, ахыры, бындағы илдәргә йәшәргә килеүселәр һәр саҡ табыла. Шулай итеп, беҙ яратҡан Көнбайыш та тынғыһыҙлана.

Шул уҡ ваҡытта...

АҡШ-тың Оборона министрлығы ҡушыуы буйынса футуролог-ғалимдар төҙөгән док­ладтан күренеүенсә, кешелекте яҡын киләсәктә эсәр һыу, энергия ресурстары, уңдырышлы һәм йәшәүгә уңайлы климатлы ерҙәр өсөн һуғыштар көтә. Пентагон тәбиғәт ғәрәсәтенән ныҡ зыян күргән Японияның илде һаҡлау һәм ер өсөн һуғыш асырға ла мөмкинлеге хаҡында иҫкәртә. Тикшеренеүселәр фекеренсә, климаттың глобаль үҙгәреүе донъяның сәйәси картаһы үҙгәреүенә йоғонто яһаясаҡ. Фараздар буйынса, Европала «Бөйөк күсенеү» башлана, йәғни төньяғынан йылыраҡ төбәктәргә күсәсәктәр, шул сәбәпле ыҙғыштар ҡубасаҡ. Азияла иһә, аңлашылалыр ҙа, ҡытай менән Япония араһы боҙолоуы бар. АҡШ-ҡа Европа байҙары күпләп күсеп киләсәк. Африкала эсәр һыу өсөн яңы һуғыш ҡубыуы ихтимал. Рәсәй менән Япония 2015 йылдарҙа Себер һәм Сахалиндағы энергия ресурстарын файҙаланыу буйынса стратегик килешеү төҙөйәсәк, тип тә күҙаллай Америка ғалимдары.

ҡырғыҙстанда өс фракциянан торған парламент коалицияһы идара итеүсе күпселеккә «Әр-Намыҫ» тигән оппозиция фирҡәһенең 10 депутатын индереүҙе хупланы. Ошоноң менән коалицияны һаҡлап ҡалыу мөмкинлеге бар, тип иҫәпләйҙәр парламентта. Кисә генә тигәндәй революция булған дәүләт сәйәси яңылышлыҡтарҙан ҡурҡа һәм парламенттың тотороҡһоҙлоғо яңы бола ҡуптарасағына хәүефләнә. Шуға ла оппозиция теләген иғтибар­һыҙ ҡалдырмағандар.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға