«Йәшлек» гәзите » Сәйәсәт » Алға барғанда артҡа күҙ һалыу артыҡ түгел



16.04.2011 Алға барғанда артҡа күҙ һалыу артыҡ түгел

йәки Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу демография күҙлегенән
Ошо көндәрҙә статистика органдары былтыр илебеҙҙә үткән перепистең тәүге һөҙөмтәләрен иғлан итте. Республиканың даими халҡы 4072,1 мең кеше иҫәпләнә. 2002 йылда үткәрелгән халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләренә ҡарағанда, Рәсәйҙә йәшәгән халыҡтың кәмеүе күҙәтелә (2,3 миллион), шул иҫәптән Башҡортостан буйынса 30 мең кешегә.
Илебеҙҙең тик егерме генә төбәгендә халыҡтың артыуы күҙәтелә. Бөгөн беҙҙең республика халыҡ һаны буйынса етенсе урынды биләй, ә республиканың баш ҡалаһы Өфө Рәсәйҙең миллионлы ҡалалары иҫәбенә инә һәм илдә халыҡ һаны буйынса иң эре ҡалалар араһында 11-се урында килә. Өфөлә республика халҡының 26,3 проценты йәшәй. Ауыл ерендә халыҡтың 39,6 проценты (2002 йылда – 36 %) йәшәй. Бының сәбәбе булып 2004 һәм 2005 йылдарҙа үткәрелгән административ ғәмәл тора: 39 ҡала тибындағы ҡасабаның статусы ауылдыҡына күсерелде. Илдәге иҡдисади үҙгәрештәр ауыл халҡын бөлгөнлөккә килтереү сәбәпле ауыл кешеләренең район үҙәктәренә күпләп күсеүенә килтерә. Мәҫәлән, Аҡъяр, Иглин, ҡариҙел халҡы уртаса 20 – 25 процентҡа артҡан. Колхоз-совхоздарҙы бөтөргәс, ауылда йәшәүе бик ауырға төшә.
Иҫәп алыу мәғлүмәттәре буйынса, ҡатын-ҡыҙҙар һанының ирҙәрҙекенән юғарыраҡ булыуы һаҡланып ҡалған: ул 2002 йылда 258 мең кеше самаһы булһа, хәҙер 260 мең кеше тәшкил итә.
Дөйөм алғанда, 2008 йылдан башлап Рәсәйҙәге халыҡ һаны тотороҡланды. Ирҙәр ғүмеренең көтөлгән оҙайлығы уртаса биш йылға артты. Был күрһәткес буйынса беҙ 1960 йылдарҙағы «алтын» совет кимәленә етә яҙҙыҡ – 64 йәш тирәһе. Абсолют рекорд Горбачевтың «ҡоро» законы йылдарына тура килә – 65 йәш. ҡатын-ҡыҙҙарға килгәндә, һуңғы дүрт йыл эсендә уларҙың ғүмере уртаса 2,3 йәшкә оҙайҙы һәм 75 йылға етте. Ғүмерҙең оҙайыуына өс төп сәбәп алып килде – алкоголь менән ағыу­ланып үлеүҙең, суицидтың һәм бер-береңде үлтереүҙең кәмеүе. Һуңғы ваҡытта юл-транспорт фажиғәләрендә һәләк булыусыларҙың һаны ла кәмене.
Демографик күрһәткестәр өсөн һигеҙенсе биш йыллыҡ (1966 – 1970) эталон булып тора. Леонид Брежнев етәкселек иткән осорҙа ҡала эшсеһенең эш хаҡы – ике, ауылда өс тапҡырға арта, 1960 йылдар уртаһынан колхозсыларға пенсия түләй башлайҙар. Шул уҡ ваҡытта хаҡтар бөгөнгө һымаҡ артмай (ошоно торғонлоҡ тип атанылар – авт.). Әммә халыҡтың килеме артыуы дефицитҡа килтерҙе. Магазиндан тик бер генә тауар – араҡы өҙөлмәне. Был хәл халыҡтың эскегә бирелеүенә булышлыҡ итте. Әйтәйек, 1960 йылда эшсе үҙенең эш хаҡына – 2,87 һумлыҡ 31, ауыл ерендә 18 шешә араҡы һатып ала алған булһа, 1985 йылда был күрһәткестәр 4,12 һум хаҡ менән 51 һәм 43 шешәгә барып етте. Бөгөн уртаса эш хаҡына 215 шешә араҡы һатып алырға була. Был ситуацияла властарҙың башына тик берҙән-бер уй ғына килә – хаҡты 400 һумға тиклем күтәрергә. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы (ВОЗ) алкоголизация факторының инвалидлыҡ, иртә үлеү һәм насар һаулыҡ арҡаһында ғүмерҙе ҡыҫҡартыуға булышлыҡ итеүен иҫәпләп сығар­ған: элекке СССР-ҙан бүленеп сыҡҡан дәүләттәрҙә был иң юғары күрһәткес булып тора. Был фактор ғүмерҙе кәм тигәндә 10 – 14 процентҡа ҡыҫҡарта.
Баҙар иҡтисадына күсеү тағы ла бер үҙгәрешкә килтерҙе. Совет власы ваҡытында булған «бала – торлаҡ» үҙенең йүнәлешен кирегә үҙгәртте. ҡатын-ҡыҙҙарҙың күпселеге юғары белем, торлаҡ алмайынса бала табыуҙы хуп күрмәй башланы (элек бала тапҡандарҙы торлаҡҡа иҫәпкә ҡуя инеләр).
Рәсәйҙең демографик тарихын өйрәнгән ғалимдар халыҡтың ғүмерен ҡыҫҡартыуға килтергән төп факторҙарҙы түбәндәгесә билдәләй. Бөйөк Ватан һуғышы ирҙәрҙең ғүмерен – 26,7, ҡатындарҙың 8,7 йылға ҡыҫҡартҡан. Коллективлаштырыу ирҙәр ғүмерен 8,4 йылға кәметһә, ҡатын-ҡыҙҙарҙың 6,1 йәш ғүмерен урланы. Демократтар күрә алмаған Сталин репрессиялары ил халҡы ғүмеренең 1,7 йылын алып китһә, улар шапырынған баҙар, демократик үҙгәрештәр ир-егеттәрҙең уртаса 3,9 йыл ғүмерен ҡыҫҡартты. Башҡортостанда йәшәгән дүрт миллион кешенең дөйөм 15600000 йәшен «урланылар». Был һандар тураһында уйланһаң, илебеҙҙең һуңғы ярты быуат тарихын, унда булып үткән ваҡиғаларҙы бөтөнләй икенсе итеп яҙырға кәрәк.

Илдар ҒӘБИТОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға