12.03.2011 Берҙәмлек кәрәк
йәки Ғәрәп илдәрендә ниңә ыҙғыш ҡупты?
Мосолман донъяһының сәскә атҡан дәүере лә булған. Урта быуат осоронда ислам дине Төньяҡ Африкала тарала, Гибралтар боғаҙы аша сығып, Испанияла хәлифәт барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ иткән. Көньяҡ Азияла ҡытайға тиклем барып еткән. Унан һуң Урта Азияға, Кавказға, Балҡан ярымутрауы илдәрендә таралған. Был осорҙа Европа илдәрендә католик дине бөлгөнлөккә төшә. Ас халыҡтар ғәрәптәр йәшәгән Яҡын Көнсығыш илдәренә дүрт мәртәбә тәре походы ойоштора. Юлда барғанда һәр ауылды, ҡаланы талайҙар. Донъя бер аҙ тыныслана башлағас, Европа илдәре баҫҡынсылары, ғәрәптәр йәшәгән ерҙәрҙе баҫып алып, колония барлыҡҡа килтерә. Иң күп ғәрәп ерҙәрен Франция, Италия, Испания баҫып ала. Ислам динен тотҡан илдәрҙә ер аҫты байлығын Хоҙай Тәғәлә мул итеп биргән. Шул байлыҡты ҡулға төшөрөү өсөн мәкерле пландар ҡорола, бер-береһенә дошманлыҡ булдырыу, берҙәмлекте тарҡатыу алып барыла.
Миҫал өсөн Израилде алайыҡ, ул һуғышсан дәүләткә әүерелде. Йәһүд халҡы белемгә, берҙәмлеккә ынтыла. Шуның өсөн Израиль дәүләтен төҙөй алдылар. Фәләстан һаман ғәрәптәр яҡлауы аҫтында булһа ла, үҙ аллы дәүләт була алмай. Сөнки унда тарҡаулыҡ көслө, төп халыҡ наҙан, хәйерселектә йәшәй. Бер-береһенең уңыштарын күрә алмайҙар, хатта һуғышалар.
Ираҡты, атом ҡоралы бар, ул донъяға ҡурҡыныс менән янай, тип, АҡШ баҫып алды. Бөгөн Ираҡтың нефтен, газын «һура». Бөтә католик илдәр берлектә Ираҡ халҡын ҡоллоҡта тота. Күп йылдар буйы Һиндостан менән Пакстанды ыҙғыштыралар. Ике илгә лә иҫкергән ҡоралдарҙы һаталар. Иран дәүләтенә баҫым яһайҙар, ул, йәнәһе, атом ҡоралына эйә булырға ынтыла.
Иранды бөгөн ҡытай яҡлап тора. Сөнки уның менән сауҙа итеүе отошло, нефте лә күп.
Милләт-ара ыҙғыштар ҙа үҙенән-үҙе тыумай, илдәрҙе тарҡатыу өсөн аҫтыртын эш алып барыла. Үзбәкстанда, ҡырғыҙстанда бола булып алды. Төньяҡ Кавказда һаман аҫтыртын һуғыш алып барыла. Бында нефть, газ табыла.
Берҙәмлектә, татыулыҡта ул дуҫлыҡ. Тарихҡа күҙ һалып, унан һабаҡ алырға кәрәк.
Фанияз САДИҡОВ.
Архангел районы,
Аҙау ауылы.