28.08.2010 Мөһим дәүләт сараһы
Саҡмағош районында Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлек әүҙем бара. Әлбиттә, был мөһим сараны ойошҡанлыҡ менән үткәреү өсөн етди әҙерлек талап ителә. Бында был уңайҙан төҙөлгән махсус комиссия ултырыштарында ҡабул ителгән ҡарарҙы үтәү барышы даими тикшереп торола һәм аныҡ саралар күрелә. Әҙерлек барышында урындағы Саҡмағош телевидениеһынан Шәжәрә байрамынан репортаждар күрһәтелгән. Ауыл биләмәһе хакимиәте, мәҙәниәт, мәғариф учреждениеларында Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу тураһындағы материалдар урынлаштырылған.
Әле йәмәғәтселек фекерен формалаштырыуға һәм граждандарҙың иҫәп алыу персоналы менән хеҙмәттәшлеккә әҙерлегенә ирешеүгә төп иғтибар бирелә.
2002 йылда үткәрелгән Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу тәжрибәһе күрһәтеүенсә, эштә күп нәмә иҫәп алыусыларға бәйле. Шуға күрә уны үткәреү өсөн иң яуаплы кешеләр йәлеп ителгән. Төрлө осрашыуҙарҙа мөһим кампанияның маҡсаты, бурыстары һәм әһәмиәте тураһында әңгәмәләр үткәрелә. Иҫәп алыу хеҙмәткәрҙәре агитбригада составында баҫыуҙарға, ырҙын табаҡтарына бара, игенселәргә халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлек торошо тураһында һөйләй, мәғлүмәттәрҙе еткерә. Йәштәр, ферма эшсәндәре менән дә айырым һөйләшеүҙәр үткәреү күҙаллана. Ғөмүмән, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы юғары кимәлдә үткәреү өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә тыуҙырылған.
Зифа ФӘТХУЛЛИНА.
Саҡмағош районы.