«Йәшлек» гәзите » Сәйәсәт » Ил киләсәген билдәләүгә үҙ өлөшөңдө индер



28.08.2010 Ил киләсәген билдәләүгә үҙ өлөшөңдө индер

Быйыл октябрҙең 14-нән 25-енә тиклем Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу акцияһы үтәсәген барыбыҙ ҙа белә. Статистиктар был мөһим сараға әҙерлекте тамамлау өҫтөндә. Дәүләт статистикаһы федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса территориаль органы («Башҡортостанстат») белгестәре иҫәп алыусыларҙы, йәғни переписчиктарҙы уҡытыуға етди тотондо. Улар ғына түгел, ә акция тураһында мәғлүмәтте халыҡҡа еткереүҙә ҙур роль уйнаған журналистар ҙа семинарға саҡырылды. «Башҡортостанстат» етәксеһе Әкрәм Ғәниев белдереүенсә, иҫәп алыуҙа ҡулланыласаҡ бланкылар, портфель, кенәгәләр һ.б. кәрәкле атрибутика тулыһынса тиерлек килеп еткән. Беҙҙә 18 мең перепись персоналы эшләйәсәк, тағы ла ике меңе резерв өсөн уҡытыла. Был юҫыҡта юғары һәм урта махсус белем биреү йорттары менән килешеүҙәр ҙә төҙөлгән, студенттарҙың күбеһе эшләргә теләк белдергән. Әйткәндәй, киң мәғлүмәт саралары өсөн семинарҙа бер фатирҙа иҫәп алыуға күпме ваҡыт китәсәге лә билдәле булды: эш барышы хаҡында фильм да төшөрөлгән, «Башҡортостанстат» белгестәре переписчик менән респонденттың аралашыуын сәхнәләштергән. Һеҙҙең янда иҫәп алыусы уртаса 15 – 20 минут буласаҡ.
Был акцияла ҡатнашыу – һәр кемдең изге бурысы. Ил күләмендә әһәмиәтле сара дәүләткә киләсәккә иҡтисади һәм социаль программалар төҙөгәндә кәрәк. Төбәктәргә иһә муниципаль берәмектәргә бюджет сығымдары бүлгәндә ярҙам итә. Ғөмүмән, йәмғиәт өсөн бик мөһим ул иҫәп алыу.

Октябрҙә күк төҫ модала буласаҡ

Иҫәп алыусыларҙы нисек танырға һуң? Бындай һорауҙы бигерәк тә ҡала ерендәгеләр йыш бирә. Иң тәүҙә шуны әйтәбеҙ: 2002 йылғы акциянан айырмалы рәүештә, быйыл переписчиктарға үҙ биләмәһендә алдан йөрөп сығыу ҡаралмаған. Әгәр һеҙгә, иҫәп алыусымын, тип киләләр икән, мутлашыусы булып ҡуймаһын, һаҡ булығыҙ. Ә октябрҙең 14-е менән 25-е араһында переписчиктар тышҡы ҡиәфәте менән дә айырылып торасаҡ. Уларҙың тейешле кенәгәһе бар, күк төҫтәге портфель (унда «Дәүләт статистикаһының федераль органы» тип яҙылған) тотасаҡтар һәм иҫәп алыу эмблемаһы төшөрөлгән күк шарфтары ла буласаҡ. Бынан тыш, һеҙ, әлбиттә, унан паспортын талап итә алаһығыҙ. Тағы ла бер нәмәне хәтерегеҙҙә тотоғоҙ: 26 октябрҙән 29-ына тиклем эш сифатын тикшереү маҡсатында ҡайһы бер участкаларҙа контроль йөрөп сығыу ҙа көтөлә. Шуға һеҙгә тағы килеүҙәре ихтимал.

Һеҙҙән һорауҙар – беҙҙән яуап

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу акцияһына бәйле һорауҙар күп. Түбәндә шуларҙың киң таралғандары.

– Кеше бер адрес буйынса теркәлеп, икенсе ерҙә йәшәһә, уны ҡайҙа иҫәпкә аласаҡтар?
– Бында кешенең ҡайҙа теркәлеүе мөһим түгел, ул даими йәшәгән ерендә иҫәп алыусының һорауына яуап бирә ала.
– Ял йорттарында, шифаха­налар­ҙа булыусылар иҫәпкә нисек алынасаҡ?
Улар тураһында иҫәп алыу­сыға өйҙә ҡалған кеше мәғлүмәт бирә. Кемдең бындай мөмкинлеге юҡ, ул ваҡытлыса килгән ерендәге стационар перепись участкаһына бара ала.

– Вахта ысулы менән эшләүселәр, оҙайлы командировкалағыларға (бер йылға тиклем) акцияла нисек ҡатна­шырға?
– Улар хаҡында даими йәшәгән урынында, өйҙә булмау сәбәбен һәм ваҡытын күрһәтеп, мәғлүмәт алынасаҡ.

– Иҫәп алыусы граждандарҙан ниндәй документ һорарға тейеш?
– Бөтә яуаптар граждандың һүҙҙәренән сығып яҙыла. Переписчик бер ниндәй ҙә документ һорамай.
– Телефон йә интернет аша иҫәп алыусы һорауҙарына яуап бирергә буламы?
– Әгәр кеше ауырыу йә ныҡ өлкән булһа, үҙе стационар участкаға килә алмай һәм переписчикты өйөнә индерергә теләмәй икән, ошо осраҡта ғына телефон аша яуап бирергә була, тип яуап бирә статистиктар. Ә интернет аша ҡатнашыу «Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу тураһында» федераль законда ҡаралмаған.

– Бала иҫәп алыу акцияһы тамамланғандың икенсе көнөндә тыуһа, уға иҫәп бланкыһы тултырыласаҡмы?
– Переписчик килгәс тә: «Был фа­тирҙа 2010 йылдың 14 октябренең 00.00 сәғәтенә кем бында йәшәне?» – тигән һорауҙан башларға тейеш. Ошо ваҡыттан һуң тыуған балаға бланк тултырылмай. Ул ЗАГС органдарында теркәлеп, ил халҡы иҫәбенә инәсәк. Әгәр кеше иҫәп алыу мәлендә (ул Рәсәй буйынса 14 октябрҙең 00.00 сәғәте тип билдәләнгән) тере булып, унан һуң үлһә, уның хаҡында мәғлүмәттәр бланкыға яҙылырға тейеш.

– Әгәр иҫәп алыусы килгәндә өйҙә булмаһам, ул тағы ла киләсәкме?
– Перепись ваҡытында һәр иҫәп алыусы үҙенә тәғәйен участканы йөрөп сығырға һәм һәр фатирҙа, бинала булырға бурыслы. Әгәр өйҙә булмаһағыҙ, ул һеҙгә тағы ла киләсәк йәки, стационар участкаға килеүегеҙ һорала, тигән яҙыу ҡалдырасаҡ.

– Мин стационар участкала һо­рауҙарға яуап бирһәм, миңә килеүсе переписчик был турала ҡайҙан белер?
– Уға мотлаҡ әйтергә кәрәк, иҫәп алыусы һеҙгә бланкылар тултырылғанмы, юҡмы икәнен тикшерергә тейеш.

– Бер йортта йә фатирҙа йәшәүселәрҙең барыһы өсөн дә бер кеше яуап бирә аламы?
– Әгәр яуап биреүсе тулы һәм дөрөҫ мәғлүмәт бирә алһа, мөмкин. Әгәр икеләнһәгеҙ, иҫәп алыусынан бөтәһе лә өйҙә саҡта килеүен үтенегеҙ.

– Иҫәп алыуҙа мотлаҡ ҡатна­шырғамы? Әгәр ишек асырға теләмәйем икән, миңә милиция менән киләсәктәрме?
– Иҫәп алыу – мөһим ак­ция. Шулай ҙа берәүҙән да көсләп һорау алмаясаҡтар. Өйөгөҙгә индерергә теләмәһәгеҙ, ҡабатлайбыҙ: һеҙҙең өсөн стационар участкалар эшләйәсәк. Ә милиция «насар даны» тарал­ған фатирҙарға ғына иҫәп алыусы хәүеф­һеҙлеген һаҡлау маҡсатында килә ала. Берәү ҙә хужаһының рөхсәтенән тыш уның өйөнә инмәйәсәк.

Иҫәп бланкыларында ниндәй һорауҙар бар?

Перепись ҡағыҙҙарындағы күп һорауҙар һәр иҫәп алыу акцияһы өсөн ғәҙәтигә әйләнгән. Кешенең йәше, белеме, балалары, йәшәү урыны, торлаҡ шарттары, мәшғүллеге, ғаилә хәле – төп темалар. Әлеге иҡтисади шарттарҙа килем сығанағы мөһим, әммә берәү ҙә ғаиләгеҙгә күпме аҡса килгәне хаҡында һорамаясаҡ. Бланкыла бары тик йәшәү сығанаҡтары тураһында (хеҙмәт эшмәкәрлеге, ярҙамсы хужалыҡ, пенсия, пособие, ҡуртымға биргән милек, иждивение һ.б.) ғына һорау бар. Һеҙҙең өсөн дүрт бланк ҡулланыла. «С» формаһында бинаның адресы, исем-фамилия яҙыла. Ул мәғлүмәттәрҙе эшкәрткәндә ҡулланылмаясаҡ, берәү ҙә башҡа бланкыларҙа һеҙҙең исемде күрһәтмәйәсәк, артабан код яҙыла. «Л» формаһында кешенең енесе, тыуған көнө, йылы, урыны, ғаилә хәле, гражданлығы, милләте, белеме, ниндәй телдәрҙе белеүе, туған теле, килем сығанаҡтары, мәшғүллеге, балалары тураһындағы һорауҙар. «П» формаһы бинаға тултырыла. Йорттоң төрө (шәхси, күп фатирлы, ятаҡ, ҡунаҡхана һ.б.), ҡасан, нимәнән төҙөлөүе, санитар-гигиена шарттары (һыу менән тәьмин ителеүе, канализация, ванна һ.б.) күҙ уңында тотола. «В» формаһы иһә Рәсәйгә ситтән килеүселәр өсөн. Бында килеүҙең маҡсаты, ҡасанға тиклем бында йәшәйәсәге, ҡайһы ил гражданы булыуы хаҡында мәғлүмәт яҙылырға тейеш.
Иҫәп бланкыһы еңелсә һарғылт төҫтә (персик төҫөндә тип йөрөтәләр), ялған формалар ҡулланыу мөмкин түгел – айырым билдәһе бар. Переписчик халыҡтан алған яуаптар­ҙы таратырға тейеш түгел, ул рәсми статистика мәғлүмәтен формалаштырыу маҡсатында ғына файҙаланыла.

Өс фекер
Закирйән ИТБАЕВ, Хәйбулла ра­йоны, Иҫәнгилде ауылы:
– Иҫәп алыу – бик мөһим сара. Унда ҡатнашмау мөмкин түгел. Элек-электән үтеп килә бит ул, тип еңелерәк ҡараусылар ҙа бар. Әммә төптәнерәк уйлаһаң, әһәмиәте бик ҙур. Милләтебеҙ, телебеҙ яҙмышына ҡарата өҫтән генә фекерләргә өйрәнгәнбеҙ. Был юҫыҡта вайымһыҙлыҡ күренештәре аптырата. Берәй контораға йә ойошмаға барып инһәң, үҙ милләтебеҙ кешеләре лә урыҫса ғына һөйләшеп ултыра. Быға ныҡ күнеккәнбеҙ, иғтибар ҙа итмәйбеҙ. Бер хәл иҫкә төштө. ҡалаға таныштарыма барғайным, ата менән бала һөйләшеүенә иғтибар иттем. Атаһы һорау бирә:
– Азат, ты башкир или русский?
– Я – русский.
– В семье все башкиры, откуда появился одинокий русский?
– Пап, я не понимаю. Вы же с мамой со мной разговариваете на русском...
Шундай мәғәнәһеҙ һөйләшеүҙәр бер тапҡыр ғына осрамай шул. Туған телгә төкөрөп ҡарау, емерә-вата булһа ла икенсе телдә һөйләшеү өҫтөнмө икән ни? Перепистә ошоға бәйле етешһеҙлектәр булмаһын ине тип борсолам.

Лилиә НИЗАМОВА, йәш әсә, Өфө районы, Чесноковка ҡасабаһы:
– ҡатнашам, әлбиттә. Һорауҙар ҙа әллә ни ҡатмарлы түгел, тиҙәр. Бөтә биргән мәғлүмәттәр исем-фамилия менән халыҡҡа еткерелмәй ҙә инде – нимәнән ҡурҡырға? Хатта даими теркәлгән урының, документтарың булмаған хәлдә лә, һорауҙарға яуап биреп була. Ғөмүмән, ауыл ерендә йәшәүселәрҙең былай ҙа барыһы ла күҙ алдында. Переписчиктарға ҡалаларҙа ғына ҡатмарлыраҡ булыр инде, кем ишеген асмай, кем өйҙә булмай, тигәндәй.

Роберт ХАНОВ, эшҡыуар, Стәрлетамаҡ ҡалаһы:
– Мин анкета тултырыр өсөн стационар участкаға барырға уйлайым. Шулай тынысыраҡ, иҫәп алыусы һинең фатирыңды ла күрмәй, мутлашыусы, уғры-фәлән килеп ҡуймаһын, тип тә хәүефләнмәйһең. Шундай мөмкинлекте ҡулланырға кәрәк. Ә ҡатнашмайынса ярамай. Минең кеүек хәлле йәшәгәндәр, белемлеләр боҫоп ҡалһа, ил бөтөнләй мөшкөл күренеп ҡуйыр.

Иҫәп алыусыларға ярҙамға интернет селтәрендә уйын да уйлап сығар­ғандар. Ул акцияға арнап махсус эшләнгән һәм «Переписчикка ярҙам ит» тип атала. Уйын ысынбарлыҡҡа мөмкин тиклем яҡын итеп уйланыл­ған. Виртуаль иҫәп алыусы төрлө фатирҙарға «инә». Уға йылмайып ҡаршылаусылар ҙа, бөтөнләй ишек асмаусылар ҙа, хатта иҫерек респондент та осрай. Ошо һ.б. хәлдән нисек сығырға? Уйын, дөйөм алғанда, аңлатыусы, өйрәтеүсе лә булып тора, сөнки переписчиктар араһында йәштәр ҙә күп. Нәҡ ошо уйын халыҡ менән эшләгәндә ысынбарлыҡта үҙеңде нисек тоторға өйрәтә, ти уйлап сығарыусылар.
Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға