«Йәшлек» гәзите » Сәйәсәт » Украинала – яңы Президент



26.04.2019 Украинала – яңы Президент

Комик актер, КВН-сы, туйҙар һәм корпоративтар алып барыусы Владимир Зеленскийҙың Украина Президенты һайлауҙарында еңеп сығыуы көтөлмәгән хәл булды. Бындай күренеш донъя практикаһында тәүге тапҡыр: бер ниндәй сәйәси тәжрибәһе булмаған кеше тотош ил менән идара итәсәк. Америка Ҡушма Штаттарының 40-сы Президенты Рональд Рейган да актерлыҡтан оло сәйәсәткә килгән булған. Тик ул ил башлығы булыр алдынан Сенатҡа һайланған, Калифорния штаты губернаторы булып эшләгән. Бөгөнгө Президент Дональд Трамптың да сәйәси багажы һәлмәк кенә ине.

Артист һәм актерҙарҙың һайлауҙарҙа еңеүе һәм етди вазифаға тәғәйенләнгәне бар, әлбиттә. Мәҫәлән, Арнольд Шварценеггер штат менән идара итте. Исландияла, илдә­ге көрсөк мәлендә, комик һәм рокер Йон Гнарр Рейкьявик мэры булып һайланды. Рәсәй­ҙә лә бындай хәлдәр булғаны бар – Михаил Евдокимов ар­тислыҡтан Алтай губернаторы итеп һайланды. Спортсы Бату Хасиков Владимир Путин указы менән Ҡалмыҡстан губернаторы ва­зи­фаһын ваҡытлыса башҡа­рыусы итеп тәғәйен­ләнде.

Ә бына сәйәсәт менән бө­төнләй таныш булмаған Зеленский Европала ҙурлығы буйынса Рәсәйҙән ҡала икенсе урында торған илдең Президент креслоһына ҡурҡып та тормай барҙы ла ултырҙы. Ул ысын театрҙы Украинаның сәйәси театрына алмаштырҙы, политологтар яңы етәксенән нимә көтөргә лә белмәй. Петр Порошенко Рәсәйгә ҡарата үҙенең радикаль мөнәсәбәтен бер ҡасан да йәшермәне. Ә был – аптыраҡ...

Командаһының тәжрибә­һеҙ­леге бөтә кимәлдә лә һиҙе­ләсәк: кадрҙар мәсьә­ләһендә кемде теләй – шуны тәғәйен­ләйәсәк, тип фараз ҡыла бел­гестәр. Ә бына ил иҡтисадын Зеленскийҙың яҡын кешеһе олигарх Игорь Коломойский тулы­һынса үҙе контролдә то­тасаҡ. Ә Порошенко ваҡы­тында был эшҡы­уарҙың бик күп милкен, шул иҫәптән “ПриватБанк”ты ла дәүләт милкенә әйлән­дергәйне.

Власҡа яңы Президенттың килеүе ниндәй яңылыҡтар килтерер? Рада үҙгәрерме, Донбасста хәл яҡшырырмы, Рәсәй менән мөнәсәбәте ниндәй бу­лыр, Украина НАТО-ға инерме – һорауҙар күп. Халыҡ­тың Зелен­скийға тауышты өс тап­ҡырға күберәк биреүенә ҡара­ғанда, украиндар илдең яңы­рыуын теләй. Һайлаусылар позитив, харизмалы актерҙан тик ыңғай үҙгәрештәр көтә.

Ни тиһәләр ҙә, сәйәсәткә тәүгә килеп ингән Зеленский яҡшылыҡ һәм яманлыҡ, ғәҙел­лек, ирек, яуаплылыҡ тигән ябай төшөнсәләргә таянып эш итер, тип өмөтләнәйек һәм уға уңыштар теләйек.





Автор: Л. Хәлитова
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға