«Йәшлек» гәзите » Сәйәсәт » Етәксе менән күҙгә-күҙ ҡарашып



21.02.2019 Етәксе менән күҙгә-күҙ ҡарашып

Өфө ҡалаһында үткән “Башҡортостан – мөмкинлектәр биләмәһе” йәштәр форумы барышында Башҡортостан Республикаһы башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров менән илебеҙҙең йәш, аҡыллы, һәләтле йәштәре араһында күҙгә-күҙ ҡарашып, тиң кимәлдә һөйләшеү үтте.

Республикабыҙҙың төрлө ҡалаларынан йыйылған алдынғы йәштәр Радий Фәрит улына үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирҙе, халыҡтың һәм йәштәрҙе тормошон тағы ла яҡшыртыу буйынса эшлекле тәҡдимдәр индерҙе, яңы проекттар, көнүҙәк проблемалар хаҡында фекер алышты. Йәштәрҙең ҡыйыулығы, фекерҙәренең тослоғо, күтәргән проблемаларының етдилеге, үҙҙәрен шул тиклем ышаныслы тотоуы күптәрҙә һоҡланыу уятты.

Бер сәғәттән ашыу барҙы һөйләшеү. Радий Фәрит улы бер генә сығышты ла иғтибарҙан ситтә ҡалдырманы, һәр һорауға ентекле итеп яуап бирҙе. Мәҫәлән, “Еңеү волонтерҙары” Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек хәрәкәтенең вәкиле, Октябрьский ҡалаһынан Александр Юдин биргән һорауға:

Беҙҙең быуын вәкилдәренә Бөйөк Ватан һуғышының нимә икәнен аңлатыу кәрәкмәй. Беҙ шуның нигеҙендә тәрбиә алып үҫтек. Ул беҙҙең ҡаныбыҙға һеңгән. Өҫтәүенә, минең ҡартатайым 1941 йылдан 1946 йылға тиклем һуғыш юлын үткән һалдат. Хәҙерге йәштәрҙең һуғыш тарихы менән ҡыҙыҡһыныуы, әлбиттә, бик яҡшы. Һеҙ бик ҙур эш алып бараһығыҙ. Быйыл Еңеү көнөндә Өфө ҡалаһында хәрби техника һәм хәрбиҙәрҙе йәлеп итеп, ҙур парад үткәрергә ниәтләйбеҙ. Һәр ваҡыттағыса “Үлемһеҙлек полкы” ла буласаҡ, – тине ул.

“Беҙ яҡшыраҡ булдырырбыҙ!” тигән яңы лозунг күрше Татарстан Республикаһы нисек ҡабул итте?” тигән һорауға яуап яҡынса шулай яңғыраны:

- Күрше республика менән дуҫтарса конкуренция һәр саҡ булды һәм бар. Беҙ барыбыҙ ҙа “Салауат Юлаев” менән “Аҡ Барс” хоккей командаларының уйынын ҡыҙыҡһынып күҙәтәбеҙ. Башҡа өлкәләрҙә лә беҙ уларҙан, улар беҙҙән ҡалышмаҫҡа тырыша. Был бик яҡшы. Сөнки ул үҫергә, һәр саҡ алға барырға этәрә.


Әңгәмә барышында ил етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Радий Фәрит улы, Сибай ҡалаһындағы экологик хәлгә лә ҡағылып, был мәсьәлә өҫтөндә етди эш алып барылыуы һәм яҡын арала Сибайға юлға сығырға йыйыныуы хаҡында белдерҙе.

Һөйләшеү аҙағына яҡынлашҡан һайын һорауҙар арта ғына барҙы. Йәштәрҙе эшкә урынлашыу мәсьәләһе лә, Радий Фәрит улының һайлауҙарға нисек әҙерләнеүе лә ҡыҙыҡһындырҙы. Аралашыу бик йәнле барҙы, ике яҡ та бик ҡәнәғәт ҡалғандыр, тигән ышаныс көслө.





Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА
Фото: ИА "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға