06.12.2018 Башҡортостан етәксеһе менән Өфө мэрының хәләл ефеттәре Саҡмағош районында ҡаҙ өмәһендә ҡатнашты
5 декабрҙә Башҡортостандың Саҡмағош районы Ҡалмашбаш ауылында ҡаҙ өмәһе ойошторолдо. Йола буйынса, ауыл халҡы ҡышҡылыҡҡа ҡаҙ ите әҙерләй, ҡаҙ йолҡа, уның йөнөнән ҡыҙҙарға бирнәлеккә мендәр эшләй.
Саҡмағош районында йәшәүселәр менән бергә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусының хәләл ефете Каринэ Хәбирова менән Өфө сити-менеджерының тормош иптәше Венера Мостафина ла ҡаҙ йолҡто. Улар менән бергә милли йолала «Йәш йөрәктәр» фольклор ансамбле ағзалары ҡатнашты. Һуңынан байрам мәктәп уҡыусылары, район мәҙәниәт йорто артистары, фольклор ансамблдәре ағзалары, китапхана хеҙмәткәрҙәре һәм ауыл халҡы ҡатнашлығында дауам итте. Уларға абруйлы ҡунаҡтар ҙа ҡушылды.
Башҡортостан етәксеһе менән Өфө мэрының хәләл ефеттәре милли ризыҡтарҙан: туҡмаслы аштан, ҙур бәлештән һәм ҡыҙҙырылған ҡаҙҙан ауыҙ итте. Зиннәтуллиндар ғаиләһенә (әйткәндәй, байрам уларҙың йортонда ойошторолдо) иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.