29.11.2018 Янғын иҫкәрткес сабыйы тыуған һәр ғаиләгә биреләсәк
Башҡортостанда сабыйы тыуған һәр ғаилә янғынды иҫкәртеүсе ҡорамал аласаҡ. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ошо хаҡтағы Указға ҡул ҡуйҙы.
Әлегә тиклем был ҡулайламаны социаль хәүеф аҫтында торған ғаиләләргә генә бирәләр ине. 2019 йылдың 1 ғинуарынан ул һәр ғаиләгә тапшырыласаҡ.