«Йәшлек» гәзите » Сәйәсәт » Радий Хәбиров: «Балалар туҡланыуы – бик һиҙгер өлкә»



28.11.2018 Радий Хәбиров: «Балалар туҡланыуы – бик һиҙгер өлкә»

"Башинформ"27 ноябрҙә Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республиканың белем биреү учреждениеларында туҡланыуҙы ойоштороу мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Унда Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, профилле министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, муниципаль берәмек башлыҡтары, мәктәп директорҙары, балалар баҡсаһы мөдирҙәре, шулай уҡ аутсорсинг нигеҙендә туҡланыу хеҙмәттәрен күрһәткән компанияларҙың вәкилдәре ҡатнашты.

«Мәктәпкәсә һәм мәктәп учреждениеларында туҡланыуҙы ойоштороу – эшебеҙҙең мөһим йүнәлеше. Мин райондар буйлап йөрөнөм, уларҙың һәр береһендә хәлдәр төрлөсә. Мәҫәлән, Дыуан районында – авариялы мәктәп, шуға күрә директор уҡыусыларҙы балалар баҡсаһында ашатырға һөйләшкән. Төшкө аштың хаҡы – 21 һум. Хаҡ нисек ҡуйыла? Ауыл мәктәптәренең күбеһенең үҙенең ер участкаһы бар. Шуның иҫәбенә хаҡ арзанайтыла. Был туҡланыуҙы ойоштороуҙың бер алымы, – тине Радий Хәбиров. – Башҡа мәктәптәрҙә аутсорсинг нигеҙендә эшләйҙәр. Асылда, мәктәптәге төшкө аш баланың һаулығын формалаштыра. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙә шундай ғаиләләр ҙә бар: мәктәптә һәйбәт туҡланыу – балалар өсөн ҡайнар аш ашауҙың берҙән-бер мөмкинлеге. Шуға балалар туҡланыуы – бик һиҙгер өлкә, эшебеҙҙең һәм иғтибарыбыҙҙың мөһим йүнәлеше».

Кәңәшмә йомғаҡтары буйынса мәктәп туҡланыуын камиллаштырыу тәҡдимдәре яңғыраны, шулай уҡ төбәк хөкүмәтенә бурыстар йөкмәтелде .





Автор: "Башинформ"
Фото: "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға