«Йәшлек» гәзите » Сәйәсәт » Радий Хәбиров: «Буш торған биналарҙы муниципалитеттар балансына тапшырырға кәрәк»



19.11.2018 Радий Хәбиров: «Буш торған биналарҙы муниципалитеттар балансына тапшырырға кәрәк»

Радий Хәбиров: «Буш торған биналарҙы муниципалитеттар балансына тапшырырға кәрәк»
Ошо көндәрҙә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Октябрьскийҙа булды. Ҡалала ике айҙан өс йәшкәсә 3303 сабый балалар баҡсаһында урын алыуға сиратта тора.

Башҡортостан етәксеһе 90-сы йылдар башында балалар баҡсаһы урынлашҡан, хәҙер инде буш торған бинаны ҡарағандан һуң бындай биналарҙы муниципалитеттар ҡарамағына тапшырыу, капиталь ремонт яһау һәм уларҙа мәктәпкәсә мәғариф учреждениелары асыу кәрәклеген билдәләне. Был бюджет аҡсаһын экономияларға һәм балалар баҡсаларына сиратты бөтөрөү мәсьәләһен тиҙерәк хәл итергә мөмкинлек бирергә тейеш.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға