01.11.2018 Радий Хәбиров: Игенселәребеҙҙең ҡаҙаныштары менән ғорурланабыҙ
Башҡортостан күп йылдар дауамында илдең алдынғы аграр төбәктәре иҫәбенә инә. Тәү сиратта ул ауыл эшсәндәренең яйға һалынған һәм һәйбәт эш һөҙөмтәһе. Быйыл ауыл хужалығы проукцияһының күләме 120 миллиард һумға тиерлек етте. Был күрһәткес буйынса республика даими рәүештә Волга буйы федераль округында алдынғы урындарҙы биләй. Яңыраҡ уҙған «Алтын көҙ» бөтә Рәсәй күргәҙмәһендә республика 166 миҙал яуланы, уларҙың яртыһынан күберәге – алтын. Әммә, Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы кисәлә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров әйтеүенсә, артабанғы үҫеш өсөн ҙур потенциал бар.
«Бөгөн юғары маржиналь культураларға иҫәп тоторға, агроғилем ҡаҙаныштарын, заманса юғары игенселек технологияларын әүҙемерәк индерергә кәрәк. Ул саҡта дөрөҫ ашлама индерелгән һәм эшкәртелгән бер гектар ер быға тиклем бер нисә гектар биргән күләмде бирәсәк», — тине Радий Хәбиров.
Быйыл аграр комплексҡа 5,8 миллиард һум һалынған. Республикала заманса ауыл хужалығы техникаһы һатып алыуға субсидиялар күләме арта. 2018 йылдың башынан хужалыҡтар 1400 берәмек ауыл хужалығы техникаһы һатып алған һәм уның республикала ла етештерелеүе мөһим. Атап әйткәндә, ошо көндәрҙә «Башсельхозтехника» предприятиеһында «Беларусь» тракторын йыя башланылар.
Төбәк етәксеһе һүҙҙәренсә, бөгөн агросәнәғәт комплексы менән һөҙөмтәле бизнес-проекттар төҙөү, кесе хужалыҡ формаларын берләштереүгә иҫәп тотоу, килем килтереүсе проекттарға, ауыл хужалығы кластерҙарына, фермер хужалыҡтарына булышлыҡ итеү мөһим.
«Беҙҙең сит илгә балдан, ит деликатестарынан бренд продукцияһын, хәләл ризыҡтар һатыу мөмкинлегебеҙ бар. Башҡортостанды тәбиғи һәм экологик яҡтан таҙа продукция биләмәһе итеп күрһәтергә кәрәк», — тине Радий Хәбиров.
Республика аграр етештереү алдынғылары иҫәбендә үҙ позицияларын нығытасаҡ. Республика етәксеһе ихтыяж булған белгестәрҙе әҙерләүҙе камиллаштырырға, уңышлы хужалыҡтарҙың тәжрибәһен киңерәк таратырға, агробизнестың заманса формаларын индерергә кәрәк тип иҫәпләй. Ә иң мөһиме – ауылда яңы эш урындары булдырыу, ауыл эшсәндәренең килемен арттырыу, уларҙың тормош һәм хеҙмәт шарттарын яҡшыртыу. Радий Хәбиров яңыраҡ Урал аръяғы райондары буйлап йөрөгән саҡта был йүнәлештә ниндәй ҙур эш көтөлгәнен үҙ күҙҙәре менән күреүен һөйләне. «Бөгөн йәштәр икенсе төбәктәргә эшкә китә, һыу тәьминәте ауылдарҙың 60% ғына бар, яҡынса шунсаға газ үткән. Меңләгән ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж. Ошо бөтә проблемаларҙы республика хәл итәсәк». Ауылдарҙа яңы юлдар, йорттар, йәштәребеҙ өсөн ауыл йәлеп итеүсән булһын өсөн социаль инфраструктура объекттары төҙөләсәк. Проблемалар барлығына ҡарамаҫтан, ауылда инициативалы кешеләр күп йәшәй, улар үҙ бизнесын үҫтерә, тип билдәләне Радий Хәбиров. Ул миҫалға Ейәнсура районындағы, яҡшы, ҡыҙыҡ проект булараҡ, асылда, ошо эштең энтузиастары тарафынан булдырыған, һарыҡсылыҡ кластерын килтерҙе.
«Мин нисәнсе тапҡыр ауылдарыбыҙҙа һәм ҡалаларыбыҙҙа эшсән, асыҡ, яуаплы һәм эскерһеҙ кешеләр йәшәүенә инандым», — тине Радий Хәбиров, республика аграрийҙарын һөнәри байрамдары менән ҡотлап.