«Йәшлек» гәзите » Сәйәсәт » Ринат Бәширов Башҡортостан Башлығы Хакимиәте Етәксеһе урынбаҫары итеп тәғәйенләнде



25.10.2018 Ринат Бәширов Башҡортостан Башлығы Хакимиәте Етәксеһе урынбаҫары итеп тәғәйенләнде

Ринат Бәширов Башҡортостан Башлығы Хакимиәте Етәксеһе урынбаҫары итеп тәғәйенләнде
Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың бойороғо менән Ринат Бәширов Башҡортостан Башлығы Хакимиәте Етәксеһе урынбаҫары итеп тәғәйенләнде.

Бәширов Ринат Рәшит улы 1968 йылдың 19 июнендә Өфөлә тыуған. «Финанстар һәм кредит» һөнәре буйынса Ҡазан финанс-иҡтисади институтын тамамлаған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1987 йылда Өфөнөң Октябрь районы Дәүләт страховкалау системаһында участка инспекцияһы инспекторы булып башлаған.

1992-2001 йылдарҙа – Рәсәй Федерацияһының Һалым һәм иғәнәләр буйынса министрлыҡтың Башҡортостан Республикаһы идаралығының дәүләт һалым инспекторы, өлкән дәүләт һалым инспекторы, баш дәүләт һалым инспекторы, бүлек етәксеһе урынбаҫары.

2001-2006 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы Финанс министрлығының финанс ресурстар һәм һалымдар фаразлау бүлеге етәксеһе.

2006-2007 йылдарҙа – Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы етәксеһе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы.

2007-2008 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһының финанс министры урынбаҫары.

Артабан Рәсәй Федерацияһы Президентының Эске сәйәсәт буйынса идаралығында эшләгән.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға