15.10.2018 1 декабргә Өфө властары Радий Хәбировҡа легаль булмаған пассажир ташыусылар тураһында отчет бирергә тейеш
15 октябрҙә Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә республика Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров Өфө властарынан легаль булмаған пассажир ташыусыларға ҡаршы көрәш тураһында һораны.
«Өфөлә легаль булмаған автобустар йөрөүҙән ҡасан туҡтар? Был нимә, һеҙҙең өсөн хәл итә алмаҫлыҡ мәсьәләме ни? Ҡасан? Мин халыҡҡа башҡаса беҙҙә легаль булмаған ташыусылар йөрөмәй тип яуап бирҙем. Беҙҙә хоҡуҡ һаҡлау структуралары юҡмы ни? Мәскәү — 10 миллионлы ҡала. Хәҙер һеҙ унда бер легаль булмаған ташыусына ла күрмәҫһегеҙ. Әйткәндәй, күп кенә баш ҡалаларҙа ла. Ҡазанда, мәҫәлән. Ә бында нимә? Техасмы ни? Ғөмүмән, бында власть бармы?» — тигән һорауҙар бирҙе ул Өфө мэры вазифаһын башҡарыусы Салауат Хөсәйеновҡа.
Радий Хәбиров чиновниктарға 1 декабргә легаль булмаған пассажир ташыусыларға ҡаршы көрәшеү өсөн ниндәй саралар ҡабул ителгәнлеге тураһында доклад әҙерләргә ҡушты.