06.10.2017 Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
Ағымдағы йылдың 14 сентябрендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитовтың ҡул ҡуйған “Башҡортостандың дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен үҫтереү буйынса саралар тураһында” Указына ярашлы, республикала Йәмәғәт палатаһында ваҡытлыса эшсе төркөм ойошторолғайны. Уның рәйесе итеп Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары Ғәлиә Мөхәмәтйәнова тәғәйенләнде. 6 октябрҙә был төркөм барлыҡ йәмәғәт ойошмаларының вәкилдәрен мәсьәләне уртаға һалып һөйләшеү өсөн «түңәрәк өҫтәл»гә саҡырҙы.
– Йәмәғәт советына телдәр сәйәсәте өлкәһендә Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт телдәре буйынса закондарын тормошҡа ашырыуға бәйле мониторинг үткәреү бурысы ҡуйылды, — тине Ғәлиә Мөхтәр ҡыҙы. — Эш төркөмөнә Йәмәғәт палатаһы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты, Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһы һәм ижади интеллигенция вәкилдәре инә. Төп бурысыбыҙ — район һәм ҡалаларға сығып, урындарҙа тел сәйәсәте хаҡында ҡануниәттең нисек үтәлеүен тикшереү. Ошо арала коммерцияға ҡарамаған ойошмалар, милли үҙәктәр, Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһы вәкилдәренән, фән эшмәкәрҙәренән, республикала тел сәйәсәте менән шөғөлләнгән кешеләрҙән, йәғни эксперттарҙан торған эшсе төркөм төҙөләсәк. Был эксперттар урындарға сығып, мәктәптәрҙәге хәлдәрҙе өйрәнеп, ноябрҙең тәүге көндәрендә дөйөм хәлгә анализ яһап отчет бирәсәк.
Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар туған телде өйрәнеү буйынса төрлө фекерҙәр әйтте. Йыйылышҡа башҡорт теле генә түгел, шулай уҡ татар, сыуаш һәм башҡа телдәрҙе уҡытыу мәсьәләләрен күтәреүселәр ҙә килгәйне. Бигерәк тә, прокуратура хеҙмәткәрҙәренең законһыҙ тикшереүҙәре, дәреслектәрҙең рус, рус телле һәм башҡорт балалары өсөн айырып баҫылмауы, башҡорт телен өйрәнеү буйынса законды кире тергеҙеү проблемалары хаҡында сығыштар яһалды. Ысынлап та, туған телдәр проблемаһы — бөгөн йәмәғәтселекте иң борсоған көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе. Эшсе төркөмдөң етәксеһе әйтеүенсә, кемдең ниндәй тәҡдиме бар, уны яҙма рәүештә Йәмәғәт палатаһына тапшыра ала. Барлыҡ тәҡдимдәр нигеҙендә айырым документ төҙөләсәк һәм Хөкүмәткә тапшырыласаҡ.
Ҡыҫҡаһы, беҙҙе проблемаларҙы хәл итеү өсөн әлеге ваҡытта махсус майҙансыҡ барлыҡҡа килде. Майҙандарға сығып, хоҡуҡ һаҡлау органдары менән аңлашылмаусанлыҡ тыуҙырып йөрөүҙән бигерәк, ошо мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмау дөрөҫөрәк булыр. Йәмәғәт палатаһында «ҡыҙыу элемтә» эшләй башланы. Аныҡ тәҡдимдәр индерергә теләүселәр 8(347) 280-82-36 телефонына шылтырата ала.
Лилиә ХӘЛИТОВА.