«Йәшлек» гәзите » Сәйәсәт » Ҡырымдар килеп ҡайтты



22.05.2017 Ҡырымдар килеп ҡайтты

Ҡырымдар килеп ҡайтты Үткән аҙнала Өфөгә Ҡырым республикаһының рәсми делегацияһы килде. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов менән Ҡырым башлығы Сергей Аксенов әңгәмәһендә төбәктәр араһында эшлекле, сауҙа-иҡтисади һәм мәҙәни хеҙмәттәшлекте нығытыу мәсьәләләре тикшерелде.

Белеүегеҙсә, ике республика 2014 йылдан бирле тығыҙ аралашып йәшәй. Беҙ ярымутрауҙың Ҡараһыубаҙар (Белогорск) районынын шефлыҡҡа алғанбыҙ. Был эш дауам итәсәк.

Сергей Аксенов Ҡырымға ҡатмарлы ваҡытта ярҙам күрһәткәнебеҙ өсөн рәхмәт белдерҙе. Баҡһаң, уның тамырҙары Өфө менән тоташҡан. Әсәһе беҙҙең яҡташыбыҙ, Өфө авиация институтын яҡшы билдәләргә генә тамамлаған.

Ҡунаҡтар баш ҡалабыҙҙағы предприятие һәм мәҙәни, мәғариф учреждениеларында ла булды. Әлбиттә, Салауат Юлаев һәйкәленә барҙы һәм башҡорт балы йортона инеп сыҡты. Аҙаҡтан Конгрес-Холл бинаһында ике республиканың ижад коллективтары ҡатнашлығында матур концерт үтте.

Әйткәндәй, 2015 йылда Башҡортостан менән Ҡырым араһында сауҙа күләме 2,96 миллиард һумға еткән, шуның менән бергә ошо сумманың төп өлөшө экспортҡа тура килә. 2014 йыл менән сағыштырғанда Ҡырымға автомобиль бензины һәм дизель яғыулығы, шулай уҡ һөт аҙыҡтарын оҙатыу иҫәбенә тауар әйләнеше 2,7 тапҡырға артҡан.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға