«Йәшлек» гәзите » Сәйәсәт » Прокуратураға – 295 йәш



18.01.2017 Прокуратураға – 295 йәш

Прокуратураға – 295 йәшБашҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Прокуратураһының ҙур юбилейына арналған тантаналы йыйылышта ҡатнашты һәм Башҡортостандың ошо тармаҡ хеҙмәткәрҙәрен байрам менән ҡотланы.
Йәмғиәт өсөн үтә лә яуаплы һөнәр эйәләре алдында сығыш яһап, башлыҡ былтырғы йыл һөҙөмтәләренә туҡталды, үҫеш күрһәткестәрен атаны. Һөнәри байрамдарын билдәләүселәр алдында торған бурыстарҙы билдәләне.
Прокуратура хеҙмәткәрҙәре эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре иҫәбендә енәйәтселеккә ҡаршы көрәш, криминал хәүефтәрҙе иҫкәртеү, ошо юҫыҡта хоҡуҡ һаҡлау органдары эшен ойоштороу. Прокуратура һәр тармаҡта ла ҡануниәт үтәлешен күҙәтә. Бөгөн хеҙмәт, торлаҡ, етем балалар, ололар хоҡуҡтарын һаҡлау буйынса эште көсәйтергә кәрәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға