«Йәшлек» гәзите » Сәйәсәт » Дуҫтарҙы арттырырға Вьетнамға киттеләр



11.01.2017 Дуҫтарҙы арттырырға Вьетнамға киттеләр

Беҙҙең республиканың рәсми делегацияһы ошо көндәрҙә Вьетнамда сәфәрҙә. Хөкүмәт Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов етәкселегендәге вәкилдәр эшлекле осрашыуҙарҙа ҡатнаша.
Беҙҙекеләр, Вьетнамдағы Рәсәй илсеһе менән берлектә, Ханойҙа геройҙар мемориалына сәскә веногы һалды. Рөстәм Мәрҙәновты илдең президенты Чан Дай Куанг ҡабул итте.
Вьетнам башлығы әйтеүенсә, улар Рәсәй менән хеҙмәттәшлек итеүгә ҙур иғтибар бирә. Сәйәсәттә, иҡтисадта, сауҙа һәм хәүефһеҙлек тармағында, фән һәм мәғарифта ла берлектә эшләр өсөн шарттар бар. Вьетнамдың Евразия иҡтисади берлеге менән ирекле сауҙа килешеүе төҙөүе тауар әйләнешен үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк. Рәсәй һәм Башҡортостан предприятиелары был илдә инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырһа, вьетнамдар тағы ла шат булыр ине.
Чан Дай Куанг әфәнде ошо йылдың тәүге кварталында Рәсәйгә килергә ниәтләй, ул Башҡортостанға ла һуғыласағын белдерҙе. Моғайын, беҙ улар менән ауыл хужалығы, сәнәғәт, сауҙа тармағында әүҙем хеҙмәттәшлек итербеҙ. Вьетнамдың Бариа-Вунгтау тигән провинцияһы Халыҡ комитеты менән БР Хөкүмәте араһында килешеү төҙөләсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға