29.12.2016 Вертолеттар, тәүҙә вертолеттар...
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Мәскәүҙә “Рәсәй вертолеттары” йәмғиәтенең генераль директоры Александр Михеев менән осрашты.
Улар республикала вертолет төҙөү тармағының үҫеше, Күмертау авиация предприятиеһындағы хәл-торош хаҡында һөйләште.
Күмертауҙағы был предприятие 2016 йылды яҡшы һөҙөмтәләр менән тамамлай, дәүләт оборона заказы буйынса ла йөкләмәләр үтәлгән, бер нисә контракт ғәмәлгә ашырылған, яңы модификациялы вертолет та эшләнгән. Ка-226Т вертолеты тураһында ишеткәнегеҙ барҙыр. Ул карапҡа төшә алырлыҡ яңы ҡорамаллы тәүге еңел осаҡ. Был хаҡта Михеев та хуплау һүҙҙәрен әйтте.
Төбәк Башлығы республикала шундай предприятие булыуына ҡәнәғәт.
“Рәсәй вертолеттары” үҙ тармағында донъя лидерҙары иҫәбендә. 2007 йылда булдырылған холдингҡа биш вертолет заводы, ике конструктор бюроһы инә, шулай уҡ сервис компанияһы ла бар. Һатып алыусылары ла әһәмиәтле – Рәсәйҙең Эске эштәр, Оборона, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлыҡтары, ҙур сит ил компаниялары.