26.12.2016 Мөхәррирҙәр Республика Башлығы менән осрашты
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов яҙма матбуғат сараларының вәкилдәре менән осрашты. “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Азамат Юлдашбаев, “Ҡыҙыл Таң”дыҡы Фаил Фәтхетдинов, “Республика Башкортостан” гәзитенең етәксеһе Эльза Хорева һәм “Вечерняя Уфа” гәзитенең баш мөхәррире Вячеслав Голов үтеп барған йылға байҡау яһау өсөн Республика йортона тупланды. Рөстәм Хәмитов менән осрашыу барышында республикалағы социаль-иҡтисади үҫеш хаҡында һөйләшеүҙәр булды, 2017 йылда тормошҡа ашырырға ниәтләнгән проекттар ҙа телгә алынды. Демография, йәшәйештең төрлө тармаҡтарында тормошҡа ашырылмаған мөмкинлектәр, агросәнәғәт комплексы кеүек көнүҙәк проблемаларҙы күтәргән осрашыу бик йәнле һәм һөҙөмтәле шарттарҙа үтте.